Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2018, 12:00

Түбәнселек менән баш эйәбеҙ

2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә фронтовик уҡытыусыларға обелиск ҡуйылды Һүҙҙәрҙе генә түгел, хис-тойғоларҙы ла яңыртып була. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ошо мәктәп уҡытыусылары хөрмәтенә обелиск асыуға бағышланған тантаналы митинг мәлендә йәнә ошо турала уйлап ҡуйҙым. Обелисктың алғы яғында, матур мәрмәр плитәлә - фронтовиктарҙың фамилиялары һәм инициалдары яҙылған.Был ваҡиға йылы сентябрь көнөнә махсус бағышландымы икән, юҡмы, уныһын әйтә алмайым. Әммә, килешерһегеҙ, бында ниндәйҙер бәйләнеш бар. Ҡасандыр улар ҙур тулҡынланыу менән яңы уҡыу йылын көтөп, күтәренке кәйеф менән сентябрь көнөндә мәктәпкә уҡыусылары менән осрашыуға ашыҡҡан, тәүге әңгәмәләрен, дәрестәрен үткәргән...

Был эштең инициаторы - педагогия хеҙмәте ветераны, ҙур энтузиаст Владимир Ғәлиев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул - район халыҡ мәғарифы музейын булдырыусы. Ул ентекләп, теүәллек менән экспонаттар йыйҙы. Әлеге мәсьәлә буйынса ла йөҙләгән кеше менән әңгәмәләшкән. Һәм иҫ киткес музей булдырҙы. Унда булыу үҙе бер бәхет һәм ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап таба алаһың.

Владимир Лотфрахман улына, хәрби осоусы улына, Бөйөк Ватан һуғышы темаһы айырыуса яҡын.

Ағымдағы йылда ул туған мәктәбенең (2-се урта мәктәп) фронтовик уҡытыусылар тураһында альбомын тамамланы. Был да ҙур эҙләнеү һәм тырышлыҡ талап итә. Ә һуңынан обелиск ҡуйыу уйы барлыҡҡа килә. Был идеяны район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов, 2-се урта мәктәп дирекцияһы, уҡытыусылары һәм ветерандары хуплай. Аҡса йыйыу башлана. Ошо изге эшкә район үҙәгенең йөҙләгән халҡы үҙ өлөшөн индерҙе. Владимир Лотфрахман улы Стәрлетамаҡҡа йүнәлә. Обелиск әҙерләү өсөн оҫталар таба. Килешеп һөйләшәләр. Эшләйҙәр. Килтерәләр. Һуңынан энтузиаст обелискты ҡуйыу эштәре буйынса ла хәстәрлек күрә.

Ошо урта мәктәптән Бөйөк Ватан һуғышында 62 уҡытыусы ҡатнаша. Барыһына ла тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай. Уларҙың яртыһы һәләк була. Ҡайҙа ғына ятһалар ҙа, уларҙың ауыр тупраҡтары еңел булһын. Һәм уларға мәңгелек дан. Фронтовик уҡытыусылар араһында орденға лайыҡ булыусылар ҙа бар. Ә Аркадий Брюзгин (ул районыбыҙҙың Потаповка ауылында тыуған) Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелә. Был күрһәтмәгә дивизия, корпус командирҙары, армия командующийы ҡул ҡуя. Әммә һуңынан документ фронттың Хәрби Советында тотҡарлана. Һалдат был исемгә лайыҡ булһын өсөн генералдың бер ҡултамғаһы ғына етмәй. Йәл, әлбиттә. Беҙ яҡташыбыҙҙың батырлығы менән һоҡланабыҙ. Әммә дөйөм алғанда, эш орден һәм миҙалдарҙа ғына түгел бит. Кешелек тарихында иң ҡот осҡос ошо һуғыш уты аша үткән һәр кем герой. Ошо һүҙҙәрҙе тағы бер тапҡыр ныҡлап уйлап ҡарайыҡ: миллиондарса Совет һалдатының батырлығы, ҡыйыулығы арҡаһында беҙ бөгөн йәшәйбеҙ (улар араһында Стәрлебаш уҡытыусылары ла була).

Өлкән йәштәгеләр һуғыштан һуңғы осорҙа ошо мәктәптә эшләгән фронтовик уҡытыусылар менән аралашыуҙарын хәтерләй. Улар бик тыйнаҡ була, үҙҙәре тураһында һөйләргә яратмай. Әммә ҡайһы саҡ уларҙың күҙҙәрендә өнһөҙ үтенес сағыла: беҙ шул ҡот осҡос һуғышты иҫләйбеҙ, Алла бирһә, унда ҡатнашҡандарҙы һәм еңеүселәрҙе һеҙ ҙә хәтерегеҙҙән сығармаҫһығыҙ.

Һәм бына обелиск асылды. Билдәләп үтергә кәрәк, мәктәп етәкселеге һәм уҡытыусылар, уҡыусылар был көн, ысынлап та, иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн бик тырышҡан. Обелискты асыу тантанаһы күңел ҡылдарын тирбәтте.

Митингта был тотош район өсөн мөһим ваҡиға, тип билдәләнде, Владимир Ғәлиевҡа уның инициативаһы һәм ныҡышмалылығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре белдерелде.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Суфьянова, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры Рәсүл Мирхәйҙәров, педагогия хеҙмәте ветераны Владимир Ғәлиев, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Юлдашев (уның атаһы Тимербулат Миңлеғәли улы күп йылдар 2-се мәктәп директоры булып эшләй), район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары, уларҙың батырлығының бөйөклөгө тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, бөгөнгө һәм киләһе йәш быуын быларҙың барыһы тураһында ла онотмаһын, шул йылдар, шул осор кешеләре улар өсөн һәр ваҡыт ҡыйыулыҡ символы булып ҡалһын тигән теләк белдерҙе.

... Яҡты донъяла бер нисә айҙан йәнә яҙ етәсәк. Ҡот осҡос һуғыш үткән баҫыуҙар йәнә йәшәрер, һуғыш үткән һәм яҡташтарыбыҙ алышҡан Сталинград, Ростов, Курск, Белгород, Полтава эргәһендә һәм һәр ерҙә алмағастар сәскә атасаҡ.

Стәрлебашта ла баҡсалар йәшәреп, сирендәр һәм муйыл ағастары сәскәгә күмелер. Һандуғастар һайрар. Һәм быларҙың барыһы ла, ғәҙәттәгесә, фронтовиктар тураһында хәтирәләрҙе яңыртыр. Бөйөк Еңеүҙе байрам иткәндә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең фронтовик уҡытыусыларына бағышланған обелискыға хәтер йөҙөнән сәскәләр һалырҙар. Беҙҙең йәштәрҙе ошо изге хис-тойғо ғүмер буйына оҙатып барһын. Бөйөк уҙғандарыбыҙ мираҫына үҙҙәренең дә ҡатнашлығы булыуын тойоп йәшәһендәр. Һәм был тойғо уларҙың күңелендә изге уй-ниәттәр һәм ынтылыштар уятһын.

Мансур Ғиззәтуллин. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: