Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2018, 12:18

Партия проекттарының нисек эшләүен Дәүләт Думаһы депутаттары баһаланы

Уҙған аҙнала, шаршамбы көндө, беҙҙең районға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин эш сәфәре менән килде.

Район хакимиәте башлығы кабинетында осрашыуҙан һуң, ул 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә булды. Бында күптән түгел спорт майҙансығы асылып, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты даирәһендә 575,7 мең һумға инвентарь һатып алынған. Депутат уҡыусылар менән әңгәмәләшеп, ошондай майҙансыҡтар һуңғы ваҡытта популярлашып, йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеү өсөн яратҡан урындарының береһенә әүерелә, тип билдәләне. Ул, мөмкинлек булһа, мәктәп уҡыусыларына мастер-кластар күрһәтеү өсөн ошо спорт йүнәлеше буйынса тренерҙар менән осрашыу ойошторорға вәғәҙә бирҙе. Мәктәп директоры Рафиҡ Әбүләев хакимиәт һәм педагогик коллектив исеменән Рәмзил Рафаил улына һәм Фәнүр Зөфәр улына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан депутат район биләмә-ара китапханаһында булды. Бында «Ысын эштәр» партия проекты даирәһендә 395 мең һум суммаға ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылған. Рәмзил Рафаил улы китапхана бүлектәре буйлап йөрөп, бында күпкә яҡтыраҡ һәм уңайлыраҡ булып ҡалған, тип билдәләне, китап уҡыусылар менән (улар китап уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөй) аралашты. Мәҫәлән, был көндө ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһе менән ҡышҡылыҡҡа йәшелсәләрҙән аш-һыу әҙерләү рецептары менән уртаҡлашты, уларҙы оҙаҡ һаҡлау серҙәренә төшөндө. Китапхана директоры Рабиға Нәҙершина китап уҡыусылар һәм коллектив исеменән депутатҡа ярҙамы өсөн рәхмәт белдереп, уға китап бүләк итте һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы (һүрәттә).

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.

***



Уҙған кесаҙна көндө беҙҙең районға Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров килде.


Ул быйыл йәй территорияһында заманса спорт майҙансығы ҡуйылған район үҙәгенең 1-се урта мәктәбендә булды. Депутат спорт объектының торошон шәхсән тикшереп, күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡалды. Юғарыла атап үтелгән программа ярҙамында, ошо мәктәп уҡыусыларының элеккегә ҡарағанда саф һауала спорт менән тағы ла һөҙөмтәлерәк шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, Зариф Закир улы уларҙы спорт менән шөғөлләнергә өндәне, был ни өсөн файҙалы, кәрәк һәм модала булыуына дәлилдәр килтерҙе, шулай уҡ мәктәпкә физкультура дәрестәрендә кәрәкле баскетбол һәм волейбол туптары бүләк итте. Артабан ошо уҡыу йылының беренсе аҙнаһында турникта күтәрелеү буйынса мәктәп ярыштарында еңеү яулаған уҡыусылар депутат ҡулынан грамоталар һәм дипломдар алды (улар, әлбиттә, яңы спорт майҙансығында үткәрелде). Ә мәктәп етәкселеге, үҙ сиратында, З.Байғусҡаровҡа тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне, күрһәткән ярҙамы һәм теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төрлө яҡлап булышлыҡ иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Был көндө Зариф Закир улы балаларға «Хәүефһеҙ юлдар» тип аталған «Берҙәм Рәсәй» партияһының тағы бер проекты тураһында һөйләне. Уның нимәгә йүнәлтелеүен, ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тейешлеген аңлатты, республика буйынса балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүенең ҡот осҡос һандарын атаны, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә хәүефһеҙлек тураһында онотмаҫҡа, ябай ғына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген хәтергә төшөрҙө. Ә балалар уларҙы үтәргә онотмаһын өсөн депутат ярҙамсыһы уҡыусыларға бәләкәй генә бүләктәр - фликерҙар таратты (яҡтылыҡты сағылдырыусы брелоктар һәм браслеттар).

Артабан мәктәптең тамаша залында депутат өлкән класс уҡыусылары өсөн хоҡуҡи белемлелек дәресен үткәрҙе, закон сығарыу эшенең үҙенсәлеге тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Форсаттан файҙаланып, З.Байғусҡаров йәнә йәштәрҙең республиканан ситкә китмәүен үтенде. «Беҙҙең төбәктә йәштәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Тап һеҙгә, бөгөнгө үҫмерҙәргә - республиканың киләсәге бәйле. Йәштәр тыуған ерҙә ҡалырға теләһен, йәшәһен, эшләһен һәм үҙәк төбәктәргә китергә ынтылмаһын, ә тыуған ере менән бергә үҫешһен өсөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тейеш», - тип тамамланы ул.

Гөлназ ДЕНИСОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.






Читайте нас: