Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 11:17

Рузалия Сәфиулла ҡыҙы Хисмәтуллина

Хөрмәтле һайлаусылар! Мин Мари АССРының Моркинск районының Комсомольск ҡасабаһында тыуғанмын, бында минең ата-әсәйем һуғыштан һуң күсенеп килеп, ағас әҙерләүҙә эшләйҙәр. Һуңынан Ҡазанға күсенәләр. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлегемде 1976 йылда Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығында иҡтисадсы булып башланым. Министрлыҡтың барлыҡ баҫҡыстарын үтеп, 2010 йылда республика финанстар министры вазифаһына тәғәйенләндем, был вазифаны мине депутат итеп һайлағансы биләнем.

2013 йылда һеҙ, хөрмәтле һайлаусылар, миңә ҙур ышаныс белдерҙегеҙ: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайланығыҙ. Минең өсөн иң мөһиме - һайлаусыларымдың үтенестәрен үтәү!

2013 йылда үҙемдең һайлау алды программаһында урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә райондарҙа аҡса етмәүҙе билдәләп, райондарҙың килемдәрен арттырыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләйәсәкмен тип ҡарар иттем.

Һәм бөгөн был мәсьәләләр «Ысын эштәр» проекты ярҙамында өлөшләтә хәл ителде, тип әйтергә мөмкин. Уның инициаторы булып мин етәкселек иткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты тора.

Уның даирәһендә республиканың берҙәм тырышлығы менән халыҡтың 2800ҙән ашыу башланғысы тормошҡа ашырылды, шуларҙың 89-ы - Стәрлебаш районы халҡының үтенесе.

Ағымдағы йылда ла бик күп изге эштәр планлаштырылған.

Мин район халҡы менән йыш осрашам, шуға ла уларҙы борсоған проблемаларҙы һәм мәсьәләләрҙе яҡшы беләм.

Алда етди эш көтә, әммә берҙәм булһаҡ - тау-таш атҡарырға мөмкин! Һәм мин күмәкләп, берҙәм эшләһәк, беҙҙең барыһы ла килеп сығырына ышанам.

Рузалия Хисмәтуллинаның ысын эштәренә тауыш бирер өсөн биш сәбәп:

1. Депутат булып эшләү тәжрибәһе ҙур.

2. Округтың проблемаларын белә һәм хәл итә.

3. Ауыл территоррияларын үҫтереү өсөн сығыш яһай.

4. Ысын эштәр менән округ халҡына ярҙам күрһәтте һәм күрһәтә.

5. Көслө ихтыярлы, маҡсатҡа ынтылыусан кеше.

Хөрмәтле һайлаусылар, тыуған еребеҙҙең киләсәге һеҙҙең кемде һайлауығыҙға бәйле!
Читайте нас: