Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 11:08

Ныҡышмалы, намыҫлы, инициативалы

Эльмир Күсәрбаев (һүрәттә) Пятигорск ҡалаһында милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Яҡшы хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Эльмир - Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуып үҫкән. Армияға алынғансы урындағы колледжды тамамлап, тракторсы-машинист белгеслеген алған. Еңел атлетика менән шөғөлләнгән. Егеттең әсәһе Эльвира Марат ҡыҙы әйтеүенсә, колледжда уҡығанда ул күп нимәгә өйрәнгән. Унда алған белем һәм оҫталыҡ улына армиялағы шарттарға тиҙ өйрәнергә ярҙам иткән.

Эльмир ойоштороу һәләтенә эйә, ауыр хәл-шарттарҙа ышаныслы эш итә һәм ҡарарҙар ҡабул итә белә. Ныҡышмалы, инициативалы, әхлаҡи яҡтан тотороҡло, хеҙмәт бурыстарына намыҫлы ҡарай, иптәштәре һәм командирҙар араһында хөрмәт һәм абруй яулай. Көс һәм ведомство структураларында вазифа һәм махсус бурыстарын башҡарыу өсөн лайыҡлы сифаттарға эйә, тиелә әсәһенә еберелгән хатта.

Намыҫлы хеҙмәт итеп, Эльмир өйөнә ҡайтҡан. Уның ниәте - һәйбәт эшкә урынлашып, хыялдарын тормошҡа ашырыу. Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: