Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 11:03

Милек һалымдарын ваҡытында түләргә кәрәк

Республиканың һалым органдары милек һалымдарын түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын тарата башланы. Шәхси кабинеттан файҙаланыусылар уны электрон төрҙә алды. Башҡа һалым түләүселәргә улар йәшәү урыны буйынса ебәрелде һәм Рәсәй Почтаһы уларҙы 1 ноябргә тиклем таратырға тейеш.

Һалым түләү өсөн квитанциялар, ғәҙәттәгесә, белдереү ҡағыҙҙарына ҡушып һалынған. Ҡайһы бер граждандар, милек һалымдарынан тыш, унда физик шәхестәр килеменә тағы бер һалымды күрәсәк. Был һалым агенты (ойошма йәки шәхси эшҡыуар) инспекцияға физик шәхестәр килеменә һалым һалынмаған килем факттары тураһында хәбәр тапшырған һалым түләүселәргә ҡағыласаҡ.

Һалымды яҡындағы банк йәки Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә, терминалдар аша, Шәхси кабинетта онлайн - режимда йәки Федераль һалым хеҙмәтенең www.nalog.ru сайтында «Һалымдарыңды түлә» Интернет-сервисынан файҙаланып түләргә мөмкин.

Һалым органдары Башҡортостан Республикаһы территорияһында өсөнсө йыл инде физик шәхестәр милкенә һалым күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнеүе тураһында хәбәр итә (ергә һалым 2006 йылдан уҡ кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә). Закон тарафынан яңы тәртипте этаплап индерер өсөн тәүге өс йылда түбәнәйтеүсе коэффициенттар ҡаралған. Мәҫәлән, 2017 йыл өсөн һалымды иҫәпләр өсөн 0,6 түбәнәйтеүсе коэффициент ҡулланыла (2015 йыл өсөн 0,2, 2016 йыл өсөн 0,4 күләмендә ҡулланылды). Милеккә һалым кадастр хаҡы буйынса өсөнсө һәм артабанғы һалым осорҙары буйынса иҫәпләнгән төбәктәр өсөн һалымдың үҫешен уҙған йыл менән сағыштырғанда 10 проценттан арттырмаусы коэффициент индерелә.

Милек һалымдары һалым органдары тарафынан теркәүсе органдар тапшырған милек объекттары тураһында мәғлүмәт нигеҙендә иҫәпләнә. Өҫтәүенә, һалым түләүселәр тарафынан ваҡытында әйтелгән льготалар, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөү һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ объекттары һәм ер участкаларына ҡарата билдәләнгән һалым түләтелмәгән сумма иҫәпкә алынды.

Ергә һәм физик шәхестәр милкенә һалымдар буйынса өҫтәмә льготалар һәм ставкалар урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары тарафынан билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт Федераль һалым хеҙмәтенең www.nalog.ru сайтында «Милек һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт» электрон сервисында урынлаштырылған.

2017 йыл өсөн милек һалымдарын түләү срогы - 2018 йылдың 3 декабренә тиклем.
Читайте нас: