Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 10:55

Хәтер шәмдәре ҡабыҙайыҡ!

3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнде. Был көн 2004 йылда Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине...

Рәсәйҙә һуңғы сирек быуатта террористик агрессияның йөҙҙәрсә акцияһы булды. Был көн терроризм кеүек ҡот осҡос күренештәргә ҡаршы көрәштә йәмәғәт берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Тотош ил халҡы Бесланда, Дубровкалағы театр үҙәгендә, Будденовск, Первомайскийҙа һәм Мәскәү, Буйнакс һәм Волгодонск ҡалаларында торлаҡ йорттар шартлағанда, башҡа йөҙҙәрсә террористик акттарҙа террористар ҡулынан вафат булған меңдәрсә ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алды.

Был көндө тотош илдә хәтер акциялары үтте. Беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Мәктәп уҡыусылары, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы студенттары һәм битараф булмағандар Еңеү паркында йыйылды. Был көндө күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә саҡырыусы йырҙар яңғыраны. Бер минут тынлыҡтан һуң акцияла ҡатнашыусылар шәмдәр ҡабыҙҙы (һүрәттә). Был бәләкәй генә уттар террористар ҡулынан һәләк булған ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере тураһында хәтерләтеп торасаҡ. Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: