Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 11:38

Беҙ - һуғыш осоро балалары

Кеше ғүмер көҙөнә еткәндә, уҙған бала сағы, йәшлек, эшләгән, бала үҫтергән йылдарына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Улар минең өсөн дә бик ҡәҙерле һәм, әлбиттә, ҡабатланмаҫ осор. Мин йыш ҡына мәктәп йылдарын хәтерләйем.

Мин йыр кеүек матур, төрлө ваҡиғаларға бай ғүмер кисерҙем. Әммә ул еңел, ғәмһеҙ һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтте тип әйтеп булмай - минең иңемә бик күп һынауҙар ятты. Кемгәлер улар ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, ауыр һынауҙар аша үтергә тура килһә, минең өсөн был ғәҙәти тормош юлы булды.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ни бары алты ғына йәш була. Ялан аяҡ, бер ҡат күлдәктә, илай-илай атайымды Тәтербаш юлына тиклем фронтҡа оҙатҡан 22 сентябрь көнөн бер ҡасан да онота алмайым. Әсәйебеҙ 9 айлыҡ Сәүиә һеңлем һәм минең менән яңғыҙы тороп ҡала. Атайыбыҙ һуғышҡа киткәс әсәйебеҙ уны иген һуғыуҙа алмаштырҙы. Көҙгө һыуыҡ көндәрҙә әсәйебеҙ эштән ҡайтҡансы беҙ һеңлем менән уны мейес башында көтөп ултыра инек. Ул өйгә ҡайтып беҙҙе тиҙ генә ашата ла, ҡабат эшкә китә ине. Әсәйебеҙ өйҙө йылытыр өсөн арба менән ваҡ-төйәк утын ташыны. Шулай итеп ҡышты һалҡын өйҙә, ямалған, алама кейемдә, төрлө нимәгә төрөнөп сыҡтыҡ.

Мин туғыҙ йәштә 1 класҡа уҡырға барҙым. Ул ваҡытта Әлифба китабы уҡытыусыла ғына ине. Дәфтәр булмағанлыҡтан хәрефтәрҙе гәзит биттәренә яҙып өйрәндек. Матур яҙыу дәресе өсөн һәр беребеҙгә берәр дәфтәр бирә торғайнылар. Яҙыр өсөн ҡоромдан һыу менән ҡара яһаныҡ. Дәфтәргә тәүҙә ҡараға манмайынса яҙып ҡарайбыҙ, уҡытыусы ҡарап сыҡҡас ҡына ҡараға манып яҙа инек. Мәктәптә лә һыуыҡ булды, яғырға утын юҡ. Яҙлы-көҙлө уҡырға күберәк ялан аяҡ йөрөнөк.

Еңеү көнөн бик яҡшы хәтерләйем. Атайыбыҙҙың иҫән булыу-булмауы тураһында беҙ бер нимә лә белмәнек. Әсәйебеҙ уның иҫән-имен ҡайтырына ышанды һәм өмөтөн өҙмәне, беҙҙе аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡларға тырышты. Ҡар иреү менән әсәйебеҙ былтырғы туң картуф эҙләп, уларҙан ҡоймаҡ бешереп ашатты. Беҙ көн һайын атайыбыҙҙы көттөк. Һәм ул, ниһайәт, 1947 йылдың 20 ғинуарында, ҡайтты. Атайыбыҙҙы, һуғыш әсире булараҡ хөкөм итеп, Донбасҡа күмер сығарырға ебәргәндәр. Өйгә ҡайтыу менән уны Белоретҡа ағас киҫергә ебәрергә булдылар. Ул тиҙерәк өйгә ҡайтыр өсөн үҙе менән ғаиләһен дә алып барырға һөйләшә. Шулай итеп, атайым, әсәйем, ҡустым Риф һәм һеңлем Сәүиә урман киҫергә китә, ә мин Хәбибрахман ағайымдың ғаиләһендә йәшәргә ҡалдым һәм уҡыуымды дауам иттем, балаларын ҡараштым. Мөнәүәрә апай картуф бешереп, мине мәктәпкә оҙатҡаны хәтеремдә ҡалған. Улар миңә ҡарата һәр саҡ изгелекле булды. Ғаиләлә мин бишенсе бала булһам да, улар бер ҡасан да зарланманы һәм мине ҡыйырһытманы.

Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң мин мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға индем. Мәҙәни саралар ойоштороусы дипломы алып, Тәтер-Арыҫлан ауылы клубында эш башланым. Комсомол ойошмаһы секретары булараҡ, мин кисәләр, концерттар, спектаклдәр ойоштора инем. Бынан тыш, ҡыҙыу ураҡ осоронда колхозға ла ярҙам иттек. Беҙҙең ауылда ғына - мәктәптә, дауаханала, МТСта, балалар баҡсаһында, колхозда һ.б. алты беренсел ойошма бар ине. Ике йылдан һуң мине район комсомол комитетына алдылар. Иҫәп секторын алып барҙым. Белемемде камиллаштырыу маҡсатында, Мәскәү иҡтисад һәм финанс институтына ситтән тороп уҡырға индем. Ошо ваҡыт эсендә ғүмеремдә һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. Рәфҡәт Буранғолов менән ҡауышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ике улға ғүмер бирҙек. Өй һалып сыҡтыҡ. Тормош иптәшем менән 50 йылға яҡын татыу ғүмер кисерҙек. Шул йылдар бер нисә көн кеүек кенә үтеп китте. Баҡһаң, кеше эш менән мауығып йәшәһә, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй икән.

Юғалтыуҙар ҙа булманы түгел, булды. Биш йыл элек улым Фәрғәт яҡты донъя менән хушлашты. Тормош иптәшем Рәфҡәт тә гүр эйәһе. Әлеге көндә яңғыҙ йәшәйем. Улым Рөстәмдең ғаиләһе һәм ейәнем Артур (Фәрғәттең улы) минең йыуанысым. Улар миңә йыш килеп, хәлемде беләләр. Йәштәргә мөрәжәғәт итәм! Бер ҡасан да ауырлыҡтар алдында баҙып ҡалмағыҙ, бирешмәгеҙ, уларҙың барыһын да хәл итеп була һәм ғаиләгеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ. Балаларығыҙ наҙ һәм һөйөү хисе тойоп, тулы ғаиләлә үҫһен. Сөнки ваҡыт бик тиҙ үтә.Рауза БУРАНҒОЛОВА, хеҙмәт ветераны. Стәрлебаш ауылы.
Читайте нас: