Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 11:41

Беҙ ауылыбыҙҙы яратабыҙ

Беҙҙең Баҡса ауылы зыяратына ингән ерҙә, башҡа бик күп мосолмандар зыяратындағы кеүек, «Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел» тигән яҙыу бар. Аллаға шөкөр, туғандары ғәзиздәренең һуңғы йортона килеп ҡәберҙәрҙе тәрбиәләп тора. Ә быйыл ул тағы ла матурланды.

Ауыл халҡы көсө менән ихата, ҡапҡа, йыһаздар һаҡлау өсөн ҙур булмаған бина тотош яңыртылды. Был яуаплы эште ауылдашыбыҙ Алик Мөхәмәтшин башҡарҙы. Уға улдары Нәфис менән Фәнис тә ярҙамлашты. Ағасы ниндәй, емеше шундай, тигәндәй, Аликтың атаһы Тәлғәт ағай ғүмер буйына колхозда балта оҫтаһы булып эшләне һәм улын да ошо файҙалы һөнәргә әйрәткән. Ауылдаштар бик ҡәнәғәт: «Беҙҙең Алик тотонһа, хыянатһыҙ эшләй, ул бит ҡойоп ҡуйған балта оҫтаһы бит», - тиҙәр.

Ауыл халҡы дәррәү килеп ихатаны өмә менән буяны, был эш өс көн дауам итте. Нимә тип әйтәһең, афарин, бер кем дә ситтә ҡалманы. Хатта ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре ауылда йәшәмәһә лә, өмәгә саҡырыуҙы үтенеп, килеп тә еткәндәр.

Иң әүҙемдәрен билдәләп үткем килә: Резеда Мөхәмәтшина, Марсель Мифтахов, Дәминевтар ғаиләһе. Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, һәммәһе лә был һауаплы эште бик теләп башҡарҙы.

Зыярат шоссе юлы эргәһендә урынлашҡан һәм юлдан уҙып барыусы автомобилселәр сигнал биреп, өмәселәрҙең изге ғәмәлдәрен хуплап, сәләмләп үтте.

Барлыҡ эштәрҙән һуң зыяратыбыҙҙың эсе лә ҡараулы, тышы ла матур, ихатаның биҙәктәре лә һоҡланып ҡарап туйғыһыҙ.

Баҡса ауылы халҡы исеменән Ҡарағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Роберт Туҡтаровҡа ошо эште ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Ләлә ШИҺАПОВА,

Ҡарағош ауыл Советы депутаты.

Фото автор тарафынан бирелде.

Һүрәттә: шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар.
Читайте нас: