- Үҙемде китапһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Күптән һәм күп уҡыйым. Китаптың бер битен генә уҡымаһам да, көнөм бушҡа үткән кеүек. Ҡайҙа барһам да китапһыҙ ҡайтмайым. 30 йылға яҡын китап йыям. Күптән түгел кәштәлә генә ятмаҫ, ә мотлаҡ үҙ уҡыусыһын табыр тигән өмөт менән китапханаға китаптарҙың бер өлөшөн бүләк итергә ҡарар иттем, - ти ул.
Бүләк ителгән китаптар араһында - классиктар Фенимор Купер һәм Артур Конан Дойлдың тулы йыйылмалары, күп томлы «Яңы татар пьесаһы», өс томда «Татар халыҡ ижады» һ.б.
Минзәлә Нурулла ҡыҙы әйтеүенсә, татар яҙыусыларының ижады уға айырыуса оҡшай.
- Зөлфәт Хәким, Туфан һәм Роберт Миңнуллиндарҙың ижадына ғашиҡмын. Август айында шуларҙың һуңғыһының 70 йәшлек юбилейына бағышланған ижад кисәһендә булырға тура килде. Сара Илеш районында шағирҙың тыуған Шәммәт ауылында уҙҙы. Унан онотолғоһоҙ тәьҫораттар алып, шағирҙың автографы ҡуйылған китап менән ҡайттым.
Шулай итеп, Минзәлә Фәрхшатованың өй китапханаһы тулылана. Үҙе әйтеүенсә, яҡын киләсәктә ул Ҡарағош китапханаһына тағы бер нисә тиҫтә китап бүләк итергә уйлай.