Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2018, 12:11

Шишмәләрҙе төҙөкләндереп, тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Тәтербаш ауылындағы дүрт шишмәнең береһен ауыл халҡы «Изге шишмә» тип йөрөтә. Уның һыуы хатта сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай, ә Крещение байрамында бында айырыуса халыҡ күп йыйыла. Шишмәгә килеүселәр изгеләндерелгән һыуҙы һауыттарға тултырып, ҡойонорға ярата.

Шишмә ауыл эргәһендә бик матур урында урынлашҡан. Тирә-яҡта ҡыуаҡлыҡтар, ике торбанан аҡҡан һыуҙан ҙур булмаған һыу ятҡылығы барлыҡҡа килгән. Әммә... шишмәне төҙөкләндерергә кәрәк ине. «Урожай» йәмғиәте етәксеһе Илдар Ғәскәров ошо идея менән янып, проектты ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеп, профнастил һәм кәрәкле материалдар алып бирә. Төҙөлөш материалдары менән шулай уҡ урындағы фермер Анатолий Спиридонов та тәьмин итә, ә тәтербаштар Владимир Корнилов, Андрей Спиридонов, Родион Никифоров һәм Павел Андреев (һүрәттә) был идеяны тормошҡа ашыра.

Беҙ килгән мәлдә бында эш ҡайнай ине. Эшселәр шишмә сыҡҡан урындың өҫтөнә һыуға суп-сар төшмәһен өсөн япма эшләй башлағандар ине.

- Эште тамамлағас мотлаҡ килегеҙ. Нисек эшләгәнебеҙҙе үҙегеҙ күрерһегеҙ, - тип саҡырып ҡалды улар.

Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Әғзәм Иҙрисов әйтеүенсә, бынан алда бик ҙур эш күләме башҡарылған. Шишмә сыҡҡан урынды һәм уның тирә-яғын ләм һәм сүп-сарҙан таҙартҡандар, ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫкәндәр. Сүп-сар сығарыу өсөн машинаны Илдар Ғәскәров биргән.

... Беҙ үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ. Был турала һәр кемгә уйланырға кәрәк. Глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеү мотлаҡ түгел. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ бер шишмәне булһа ла таҙартһа йәки төҙөкләндерһә лә тормошобоҙ яҡшыраҡ, тәбиғәт таҙараҡ буласаҡ. Тәтербаштар өсөнсө һыу сығанағын төҙөкләндереп, был эште башланы.
Читайте нас: