Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2018, 12:14

Ғаиләнән дә ҡәҙерлерәк нимә бар?

«Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы ауылдарыбыҙҙа йәшәгән талантлы ғаиләләр менән таныштырыуын дауам итә. Күптән түгел ул Әмир ауылында үтте.

Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре ғаиләләрендә лә бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп, юл ҡуйып, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә уртаҡлашып бәхетле йәшәү менән бер-береһенә оҡшаш. Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, ҡулға-ҡул тотоношоп, уларға ҡаршы тора ала. Сөнки уларҙың ышаныслы тылы, татыу ғаиләһе бар. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Хәлекәй ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Баһауетдинов йылы сәләмләне.

Тәүҙә сәхнәгә Фәниә һәм Фәрғәт Мифтаховтарҙың ғаиләһе күтәрелде. 60 йыл бергә йәшәгән ошо татыу ғаиләне Әмирҙә һәр кем белә. Фәрғәт Ямалетдин улы ғүмер буйына алдынғы комбайнсы була, артабан һөтсөлөк фермаһында мал ҡараусы булып эшләй. Исем ҡушыу, никах, һуңғы юлға оҙатыу кеүек саралар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Фәниә Ғәлимулла ҡыҙы алдынғы һауынсы була, сөгөлдөр үҫтерә. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе арабыҙҙа юҡ. Фәрғәт Ямалетдин улы музыка ярата, гармунда уйнай, йырлай. Балалары ла үҙенә оҡшап талантлы. Улы Йәүҙәт стәрлебаштарға һәләтле баянсы, йырсы булараҡ билдәле. Был көндө улар бергәләп ата-әсәләренә музыкаль бүләк яһаны. Балалары һөйләүе буйынса, атай йортона ҡайтҡас, улар һәр ваҡыт гармунда һәм баянда уйнап, бейейҙәр икән. Бына шундай күңелле һәм талантлы Мифтаховтар.

Хәлекәй ауылынан Зөлфиә һәм Ғәбделбарый Зөбәйеровтарҙың ғаиләһен йәштәр ҙә, ололар ҙа бер тигеҙ ярата һәм хөрмәт итә. Сөнки улар ихлас күңелле, аралашыусан һәм ҡунаҡсыл кешеләр. Быйыл Зөбәйеровтар алтын туйҙарын билдәләгән. Ғәбделбарый Мансур улы ғүмер буйына механизатор, ә Зөлфиә Хөббрахман ҡыҙы - һауынсы, ауыл Советында һәм клубта йыйыштырыусы булып эшләй. Зөбәйеровтар ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлыҡтары һәм аралашыусанлыҡтары, ябай булыуҙары менән тирә-яҡтағыларҙың һөйөүен яулай. Мәшәҡәтле ауыл тормошонда ҡайнап, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, улар иһә һигеҙ ейән һәм бер бүлә бүләк итә. Улдары Хәсән һәм ҡыҙҙары Эльвера ғаиләләре менән Нижневартовск ҡалаһында,ҡыҙҙары Зимфира ғаиләһе менән Сургутта, улдары Эльвер - Стәрлетамаҡта йәшәй. Ейәндәре хоккей менән әүҙем шөғөлләнә. Йәштәр әйткәнсә шат күңелле һәм алдынғы ҡарашлы Барый ағай һәм тыныс, изге күңелле Зөлфиә апай бер-береһен тулыландыра. Ҙур ғаиләләре менән йыйылышып, улар юбилейҙарын һәм байрамдарҙы күңелле билдәләй.

Өсөнсө ғаилә - Миләүшә Таштимер ҡыҙы һәм Филүс Фәнил улы Зәйнуллиндарҙың ғаиләһе 25 йыл бергә. Ирле-ҡатынлы үҙҙәре киләһе йылға танышыуҙарының алтын юбилейҙарын билдәләйбеҙ тип шаярта. Филүс менән Миләүшә бер көндә тыуғандар икән. Уларҙың әсәйҙәре бала табыу йортонда бер палатала ятҡан, һәм хатта карауаттары ла йәнәшә генә торған. Бына шундай ҡыҙыҡлы тарих. Шуға ла улар бик оҡшаштыр, моғайын. Хужабикә сәскәләр, айырыуса фиалкаларҙы ярата, өйҙәрендә уның ниндәйе генә юҡ. Ижади, мөләйем, тыныс холоҡло Миләүшә Стәрлебаш ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Тормош иптәше - «Бишкирэнерго» йәмғиәтендә электромонтер. Өлкән улдары Ильяс Өфөлә тәфтишсе булып эшләй. Уртансы ҡыҙҙары Илүзә 11 класта уҡый. Ул матур йырлай, йыш ҡына район Мәҙәниәт йортонда сығыш яһай. Кескәйҙәре Илиана - бишенсе класта белем ала. Балалар ижад йортона бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ғаиләлә һәр кемдең мауығыуы бар, һәр кем яратҡан эше менән мәшғүл. Филүс атаһы Фәнил менән умарта тота. Уларҙың бәхетле ғаиләһенең сере - татыулыҡ һәм бер-береһен аңлау.

Хәлекәйҙән Рәйлә һәм Илнур Әсфәндийәровтарҙың күп балалы ғаиләһе татыулыҡта өс бала тәрбиәләй. Илнур Шамил улы хужалыҡтың алдынғы механизаторы, Рәйлә Рәшит ҡыҙы - мәктәптә йыйыштырыусы. Өлкән улдары Айнур атаһының эҙенән киткән - Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалына уҡырға ингән һәм техниканы бик яҡшы белә. Уртансылары Илмир ҙа өлкәндәрҙән ҡалышмай, атаһы һәм ағаһының эргәһенән китмәй, уларға ярҙамлаша, эшкә өйрәнә. Кескәйҙәре Әлиә - балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы тотанаҡлы булһа, Рәйлә Рәшит ҡыҙы асыҡ, ихлас күңелле кеше. Ауылдаштары ла, улар менән бергә ғүмер иткән ҡәйнәһе Ғилминур инәй ҙә киленен ярата. Әсфәндийәровтар бик күп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ҙур баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерә. Ошондай йәш, әүҙем, эшһөйәр ғаиләләр - ауылдың биҙәге.

Ғәлиевтар һәм Мөрәсевтарҙың ғаиләһен Әмирҙә генә түгел, тотош районда беләләр. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы - моңло тауышлы йырсылар. Ауылда һәм районда ла уларһыҙ бер сара ла үтмәй. Был көндө улар, берләшеп, Сәғетдиновтар фамилияһы менән сығыш яһаны. Был уларҙың ҡыҙ фамилияһы. Ошо нәҫелдең иң төп героиняһы - Гөлсөм Мулләхмәт ҡыҙы 25 йәшендә генә тол ҡалған. Өс балаһын - Рим, Гөлшат һәм Гүзәлиәне яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Балаларының өҫтө бөтөн, тамаҡтары туҡ булһын өсөн ул көн-төн тырышып эшләй, ә улар иһә, үҙ сиратында, ҡулдарынан килгәнсе әсәйҙәренә ярҙамлаша. Ҡыҙы Гүзәлиә әсәһенә бағышлап яҙған поэмаһының өҙөгөн уҡып ишеттергәндә, йыйылыусыларҙың күҙҙәренә йәш эркелде. Хәҙер Гөлсөм апай һөйөклө балалары һәм ейәндәренең һөйөүен тойоп йәшәй. Йәнәшәһендә 24 йыл бергә атлаған, уның терәк-таянысы булған яратҡан кешеһе бар, ейәндәре өсөн яратҡан олатай ул. Был көндө сығыш яһаған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән генә тотош концерт ойоштороп булыр ине. Әйткәндәй, башҡа байрамдарҙа ла шулай була.

Бына шундай өлгөлө ғаиләләр йәшәй Хәлекәй ауыл биләмәһендә. Конкурс улар менән яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирҙе, ә улар менән таныш булғандар был ғаиләләрҙең башҡа һәләттәрен күрҙе. Район конкурсы штандарты Ямғырсы ауыл биләмәһе башлығы Фәнүр Кәримовҡа тапшырылды. Уларҙың үрнәкле ғаиләләре тураһында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Башҡа фотолар гәзит сайтында.
Читайте нас: