Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2018, 11:31

Халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн

Халыҡты эсер һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мәсьәләһе район хакимиәтенең мөһим бурыстарының береһе булды һәм булып ҡала. Тап шуның өсөн ғәйәт ҙур эш билдәләнде, сөнки бер нисә тиҫтә йыл элек Стәрлебаш ауылында һалынған һыу үткәреү селтәрҙәре ваҡыт үтеү менән ныҡ иҫкереп, йыш ҡына авариялар һәм һыу менән өҙөклөктәр була ине. Һәм был йәйге ваҡытта ғына түгел. Проблеманы хәл итә башланылар. Бик күп эш башҡарылды. Айырыуса, һуңғы йылдарҙа. Тәүҙә Күндерәк һыу һаҡлағысы төҙөлдө. Һуңынан яңы һыу үткәреү селтәрҙәре һалына башланы. 2014 йылда Йәштәр микрорайонында. Унда барлығы 9 километрҙан ашыу яңы торба һалынған. Артабан Әхмәтов, Туҡаев урамдарында...

Ҡарар ҡабул итеү - бер эш. Ә бына уны тормошҡа ашырыу ҙур тырышлыҡ, аҡса, оҫталыҡ талап итә. Тәү сиратта, проект эштәре башҡарыла, экспертиза, торг үткәрелә, был күп ваҡыт талап итә. Һуңынан траншея ҡаҙып, уларға яңы торбалар һалына, технологик ҡоҙоҡтар, янғын гидранттары ҡуйыла...

- Дөйөм алғанда, был эш бер нисә тиҫтә урамда башҡарылды, - ти район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин. - Был маҡсатҡа социаль маҡсатлы программалар фондынан «Башнефть» акционерҙар йәмғиәте иҫәбенән 52,5 млн. һум сарыф ителде. Шаҡтай ҙур сумма! 34 км тирәһе яңы һыу үткәреү торбаһы һалынды. Бөгөнгө көндә эштәрҙең 97 проценты башҡарылды. Хәҙер төҙөкләндереү: һыу ағыҙыу каналдарын йыһазландырыу, тыҡрыҡтарҙа һыу ағыҙыу торбаларын ҡайтанан ҡуйыу, ер ултырғандан һуң траншеяларҙы тергеҙеү һ.б. менән шөғөлләнәбеҙ. Әҡсәнов, Хәсәнов, Пролетар урамдарында торбалар бик ныҡ иҫкергән. Хәҙер унда йәшәүселәр Күндерәк һыу һаҡлағысынан яңы торбалар буйлап килгән һыуҙы эсә. Уҙған осорҙа республиканың Тариф комитетында яңы һыу үткәргес селтәренә тоташтырыуға тарифтар яҡланды. Технологик ҡоҙоҡтарҙы монтажлау тоташтырыуҙың төп шарты булып тора. Уны арзанайтыу өсөн ул бер нисә хужаға берәү булыуы мөмкин.

Яңы һыу үткәргескә урамдарҙы эҙмә-эҙлекле тоташтырыуҙың технологик графигы эшләнә. Форсаттан файҙаланып, ошо график менән танышып, яңы һыу үткәргескә тоташтырыу буйынса тейешле эштәрҙе башларға кәрәклеге тураһында район халҡының хәтеренә төшөргө килә. Сөнки киләсәктә иҫке һыу һаҡлағыс хеҙмәтләндерелмәйәсәк.

Әлегә иҫке һыу үткәргесте яңыһы менән тоташтырыу буйынса һыу менән тәьмин итеү проекты дәүләт экспертизаһында, ә Солнечный микрорайоны урамдарын һыу менән тәьмин итеү проектлауҙа ҡарала.

Башҡа ауыл биләмәләренә килгәндә Тәтер-Арыҫлан ауылында шулай уҡ яңы һыу үткәргес бар һәм бында һыу менән проблема хәл ителгән. Баҡый һәм Тормай ауылдарын һыу менән тәьмин итеү буйынса проект әҙерләнә. Проектлауға тәүге взносты халыҡ индергән, башҡа эштәр район бюджеты иҫәбенә башҡарыласаҡ. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Ибраҡай ауылында 750 метр һыу үткәргес һалынған, һыу башняһы ремонтланған, ике янғын гидранты ҡуйылған һәм электр менән тәьмин итеү системаһы алмаштырылған.

Киләсәктә ауыл биләмәләре алдында артабан да ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүҙе камиллаштырыу бурысы ҡуйылған, хужаһыҙ үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү киләсәктә уларҙы программаға индереү өсөн ауыл биләмәләре балансына рәсмиләштереләсәк.

Әйтелгәндәрҙе дөйөмләштереп, халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды, тип билдәләге килә. Һәм ул дауам итә.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: