Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2018, 11:33

Донъя именлеге - эшһөйәр һәм ишле ғаиләләрҙән

Август - ауылда иң мәшәҡәтле айҙарҙың береһе. Баҫыуҙарҙан, баҡсанан уңышты йыйып алырға, ҡайнатма яһарға, йәшелсә тоҙларға һәм башҡа байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ҡалҡаштар август айы көндәренең береһендә «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы даирәһендә уларҙың ауыл биләмәһендә йәшәгән иң хөрмәтле ғаиләләрҙең сығышын ҡарарға йыйылды.

Сәхнәгә күтәрелгән биш ғаиләне эшһөйәрлек, бер-береңде хөрмәт итеү кеүек сифаттар һәм ижади һәләттәр берләштерә. Һәм шуныһы ғәжәп, улар - барыһы ла күп балалы. Өлкән быуын да, йәштәр ҙә балаларҙың ғаиләне нығытыуын, берләштереүен яҡшы аңлай. Һәр ғаилә үҙенсәлекле сығыш яһап, тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да хайран ҡалдырҙы.

Мәҫәлән, Гөлнур һәм Салауат Насировтарҙың ғаиләһе - спорт ярата. Салауат - ветеринар табип, Гөлнур - тәрбиәсе. Балалары - Әлим, Сабина һәм Самира - мәктәп уҡыусылары. Мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ижади сығыштарында балалары һәм әсәйҙәре физик күнекмә яһап, артабан шпагатҡа ултырып (хатта атайҙары ла) йыйылыусыларҙы таң ҡалдырҙы.

Маһинур һәм Хәләф Хөббөтдиновтарҙың ғаиләһендә милли ғөрөф-ғәҙәттәр бик көслө. Хужабикә тәмле бауырһаҡтар бешерә, шәл бәйләй, шиғырҙар һәм мөнәжәттәр яҙа. Уларҙы үҙе лә, балалары һәм ейәндәре лә күңелгә үтеп инерлек башҡара. Әлеге кисәлә лә ейәндәре өләсәйҙәре ижад иткән мөнәжәтте башҡарып, тамашасыларҙың күңелен йомшартты. Хөббөтдиновтарҙы хуплаусы төркөм бик ҡеүәтле ине. Туғандарының изге ҡотлау һүҙҙәре, ҡыҙҙары Фирүзә башҡарған йыр туғандар һәм яҡындар араһындағы дуҫлыҡ һәм мөнәсәбәттәр ныҡлығын күрһәтте.

52 йыл бергә тормош көткән Фәриҙә һәм Миһран Ғәлиевтарҙы районда яҡшы беләләр. Миһран ағай уҙған йылдарҙа водитель булып эшләгән, хәҙер иһә Яңы Ҡалҡаш ауылы старостаһы. Ошо татыу һәм берҙәм ғаиләлә дүрт бала донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе яҡты донъяла юҡ. Миһран ағайҙың был турала һөйләүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ирле-ҡатынлы Ғәлиевтар «Ике аҡҡош» йырын күңелгә үтеп инерлек итеп башҡарғас, тамашасылар күҙ йәштәрен тыя алманы.

Рәзинә һәм Артем Сапожниковтар тыумышы менән был урындарҙан түгел. Әммә, Яңы Ҡалҡашҡа күсеп килеү менән улар ошо ерҙе, уның кешеләрен ихлас күңелдән ярата. Ҙур йорт һалып сығалар. Уларҙың өс балаһы балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы сара мәлендә Себерҙә эштә ине, әммә ғаиләһен ҡеүәтләп, ҡыҫҡа ғына видео мөрәжәғәт ебәргән, ә әсәйҙәре балалары менән йыр башҡарҙы.

Бишенсе ғаилә - ҡыҙҙары Розалия, игеҙәк улдары Салауат, Азамат менән Светлана һәм Радмир Ишбердиндарҙың ғаиләһен «Бейеүсе ғаилә» тип таныштырҙылар. Ваҡытында мәҙәни ағартыу училищеһын тамамлап, улар бөгөн балалары менән ысынлап та матур бейей.

Ғаилә парҙарының сығыштары, уларҙың үҙҙәре менән таныштырыуҙары «Стәрлекәй» бейеү, ҡурайсылар ансамблдәре, Дауыт Баязитов, Венера Аралбаеваның концерт номерҙары менән үрелеп барҙы һәм сараға йәм өҫтәне.

Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин шиғырҙарын уҡыны, хөрмәтле ғаиләләр тураһында һөйләне һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, уларға бүләктәр тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева конкурста ҡатнашыусыларға мәҙәниәт бүлегенән Рәхмәт хаттары тапшырҙы, «Ағинәйҙәр» район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңлехәнә Баһауетдинова ауыл биләмәһе хакимиәтенә юрматылар тураһында китап бүләк итте.

Сценарий авторы, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рәзилә Ҡотлошина кисәне оҫта һәм матур алып барҙы.

Ә сара аҙағында конкурс штандартын Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов ҡабул итте. Уның менән килгән үҙешмәкәр артистар ҡалҡаштарға күңелле һәм дәртле концерт номерҙары бүләк итте.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото район мәҙәниәт бүлеге белгестәре тарафынан бирелде.
Читайте нас: