Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2018, 11:50

Ауылға һәйкәл

Үрге Ҡарамалы ауылы. Ҡасандыр бында тормош ҡайнай. Һөтсөлөк һәм һарыҡ фермалары, мәктәп, почта була... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытында перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә инеп, ул ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сыға. Әммә ошо ауылда тыуып үҫкәндәрҙең күңелендә ул мәңге һаҡланасаҡ.

Юҡҡа сыҡҡан ауылдар урынына обелисктар ҡуйыу идеяһын район хакимиәтендә белдерәләр. Быйыл йәйен Түбәнге Ҡарамалы ауылы (ҡасандыр Баҡый ауыл биләмәһе составында була) халҡы менән осрашыуҙа ла ошо турала әйтелә. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла был тәҡдимде хуплай. Обелиск һәм ихата эшләү өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштороусылар ҙа табыла. Улар - ошо ауылдан сыҡҡан һәм әлеге мәлдә Белоретта йәшәүсе Владимир Дерябкин, Стәрлетамаҡтан Петр Сергеев (ул үҙенең отпускаһын ошо сараны үткәреүгә бағышлай).

Һәйкәлде асыу бик тулҡынландырғыс булды. Күптәр алыҫтан, тотош ғаиләләре һәм балалары менән килгәйне. Аҡ япма асылыу менән, йыйылыусыларға ҡара мәрмәрҙең бер яғына мәңгеләштергән үргеҡарамалыларҙың фамилиялары, икенсе яғында сиркәү һүрәте төшөрөлгән һәйкәл асылды. Сараға килеүселәр һәйкәлгә тере сәскәләр һалды. В.Дерябкин һәм П.Сергеевтың ауылдаштары, ауылда йәшәгән йылдар тураһында хәтирәләрен, айырыуса 80 йәшлек Таисия Леонтьеваның юҡҡа сыҡҡан ауылдар тураһында шиғырын ишеткәс, күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы.

Тыуып үҫкән ереңде белеү, уның тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү бик мөһим, тип билдәләне ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Вәлишин. Хатта сығыштар тамамланғас та, бер кем дә таралышырға ашыҡманы. Алып килгән күстәнәстәре менән хуш еҫле сәй менән һыйланды һәм ихлас аралашты.


Хәҙер ташҡын янамай

Йыл һайын яҙғы ташҡын Яңы Николаевка ауылында Ҡоро Күндерәк йылғаһы аша күпер тирәһендә ярҙы йыуып, уға ҙур хәүеф менән янай ине. Әммә быйыл йәйен үткәрелгән ярҙарҙы нығытыу эштәре был проблеманы хәл итергә ярҙам итте.

Тәүҙә ауыл халҡы ҡарт ағастарҙы киҫте. Артабан Ҡуғанаҡбаштан аталы-уллы Илдар һәм Динар Синәғоловтар эшкә тотондо. Ҙур эш башҡарып, улар йылға үҙәнен үҙгәртеп, ярҙы бетон плитәләр менән нығытты. Был изге эшкә ауыл биләмәһе квартал һайын республика бюджетынан төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаны бирҙе. Хәҙер иһә, ауыл халҡы әйтеүенсә, күпергә бер ниндәй ҙә ташҡын янамай. Улар һәм ауыл биләмәһе етәкселеге Синәғоловтарға эште сифатлы башҡарғандары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерә.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Баҡый ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан бирелде.
Читайте нас: