Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Август 2018, 11:57

Тыйнаҡлыҡ, намыҫ, тырышлыҡ уның тормошта иң мөһим сифаттар

Тиҫтәләрсә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, стәрлебаштарҙың күптәре район башҡарма комитеты рәйесе Мөхәмәтнур Фәтҡиевты ҙур һөйөү һәм ихтирам менән иҫкә ала. Ниндәй ҙә уңышлы ир артында уның ышаныслы тылы - тормош иптәшен тыңлап, аңлаған, аҡыллы кәңәштәр биргән, һәр йәһәттән ярҙамлашҡан һәм ҡеүәтләгән ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр халыҡта. М.Фәтҡиев өсөн уның һөйөклө һәм хөрмәтле йәмәғәте Нәфисә Кашап ҡыҙы шундай ҡатын була. Беҙгә, район гәзите коллективы өсөн, ул ҡасандыр беҙҙә эшләүе менән дә яҡын.Үҙенең яҡын һәм ҡәҙерле кешеһе тураһында хәтирәләре менән Фәтҡиевтың ҡыҙы, ата-әсәһе кеүек үк беҙҙең районға һәм уның халҡына сикһеҙ ғашиҡ Маргарита Мөхәмәтнур ҡыҙы уртаҡлаша.

Ағымдағы йылдың 23 авгусында әсәйем Нәфисә Кашап ҡыҙы Фәтҡиеваға 100 йәш тулған булыр ине. Ул был көнгә ике йыл да һигеҙ ай йәшәп өлгөрмәне, көтөлмәгән сир ҡамасауланы. Ул оҙаҡ ауырыманы - өс аҙна. Түшәктә ятҡанда көндөң болотло һәм ҡояш булмауына эсе бошто, ә ул шул тиклем ҡояшты күргеһе килә ине. Килеп сыҡманы инде, сөнки 2015 йылдың декабре болотло булды.

Күпме ваҡыт үтһә лә, юғалтыу ҡайғыһы һүнмәй, һүрелмәй. Барыбыҙ ҙа ошоноң аша үтәбеҙ. Минең әсәйем, стәрлебаштарҙың яратҡан район башҡарма комитеты рәйесе Фәтҡиевтың ҡатыны ниндәй кеше булды? Шул саҡтағы ауыр, әммә бәхетле ваҡыттағы бик күп ҡатындарға оҡшаш, ябай ине ул. Һәр кем унда үҙенең туғандарының һәм яҡындарының оҡшаш сифаттарын табыр ине. Һәйбәт тормош иптәше, һоҡланғыс әсә, ышаныслы дуҫ, башҡарыусан хеҙмәткәр, эш буйынса аралашыусан иптәш, ҡунаҡсыл һәм тормош һөйөүсән хужабикә, хәстәрлекле өләсәй, һылыу һәм аҡыллы ҡатын. Сикһеҙ һанарға мөмкин. Ул быуын иҫ киткес шәп, сабыр, ҡыйыу ине. Әммә уның юғары вазифалы етәкселәрҙең ҡатындарынан һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы сифаты бар ине. Ул бик тыйнаҡ һәм дәрәжәле ине. Ул ғүмер буйына бер ниндәй ҙә өҫтөнлөктәр менән ҡулланманы. Кем-кем, ә стәрлебаштар быны хәтерләй. Һәм әле лә Нәфисә апай нисек бөтәһенә лә өлгөрҙө икән, тип ғәжәпләнә. Уның баҡсаһы ҡарап туйғыһыҙ, һарайҙа мал-тыуары ҡаралған, ире лә һәр ваҡыт бөхтә кейенгән, балаларының өҫтө таҙа һәм бөтөн, тамаҡтары туҡ, өйөндә һәр ваҡыт тәртип, өҫтәүенә, гәзит редакцияһында эшләй.

Ғүмер буйына әсәйемдең төшкө ашҡа йүгереп ҡайтыуын, тиҙ генә ҡапҡылап алып, диванға барып ятыуын һәм: «Ҡыҙым, мин бер аҙ серем итеп алам, мине ун минуттан уят әле», тип әйтеүен онотмайым. Тап ун минуттан, сәсен тарап һәм битен йыуып, ул эшкә йүгерә ине. Был әсәйебеҙ үҙенә бүлгән берҙән-бер ун минут ялы була торғайны. Һәм һәр ваҡыт шулай - эш, мәшәҡәт тулы тормош, тирә-яҡтағылар тураһында хәстәрлек. Ул оло йәшкә тиклем йәшәне, өҫтәүенә, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын, эшкә һәләтлелеген юғалтманы, сәйәси телетапшырыуҙар ҡарарға ярата ине.

Һуңғы ике йылда бер туҡтауһыҙ нәфис әҙәбиәт уҡыны. Берҙән-бер күргән күҙеңде һаҡла тигән үтенесемә ул: «Мин шул тиклем китап уҡырға яратам, әммә йәш сағымда быға ваҡытым булманы. Аллаһы Тәғәлә миңә бәхет һәм ошо китаптарҙы уҡып сығырға мөмкинлек бирҙе» тип яуап бирә ине. Шулай көн һайын, ауырығансы уҡыны.

Дөйөм алғанда ул бик ябай булды, уға кешеләр тартылды. Һәм ул уларҙың барыһына ла ҙур иғтибар бүлде, күңел йылыһын өләште. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк осрай. Уға шатлыҡ-ҡыуаныстарын, ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашырға, төрлө проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап киләләр ине, һәм ул уларға ваҡыт таба торғайны.

Уның тәбиғи аҡыллылығына ғәжәпләнергә һәм һоҡланырға ғына ҡала. Атайым төрлө мәсьәләләр буйынса уның менән йыш кәңәшләшә ине. Уны тыңлағас әсәйем һәр ваҡыт: «Яҡшылап уйлағас ҡына ҡарар ҡабул итергә кәрәк» тип әйтә ине. Һәм был уларҙың ғына түгел, беҙҙең тормошобоҙҙа ла мөһим ҡағиҙәгә әүерелде.

Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, уны һәр ерҙә ҙур йылылыҡ менән иҫкә алалар, бөйөк хеҙмәткәр, намыҫлы кеше булды, тиҙәр. Уның эше бер ваҡытта ла тикшереүгә һәм яңынан эшкәртеүгә мохтаж булманы. Барыһын да еренә еткереп эшләне. Ул ирешеп-талашырға яратманы, бындай хәлгә юҡ ҡуймаҫҡа тырышты. Ипле генә, уға ғына хас нәзәкәтлек менән талантлы һәм йәш хеҙмәттәштәренә ярҙамлаша торғайны. Краснокама һәм Стәрлебаш райондары гәзитендә, «Кызыл таң» республика гәзитендә, «Стәрлетамаҡ эшсеһе» ҡала гәзитендә, Башҡортостан Республикаһының радиокомитетында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уны изге һүҙҙәр менән иҫкә ала. Мөхәррирҙәр уны хөрмәтләп Нәфисә ханым, ә коллективтарҙа яҡын күреп, Нәфисә апай тип йөрөтәләр.

Уның наградалары, грамоталары бар. Әммә ул был турала һөйләргә яратмай, был мөһим түгел, тип иҫәпләй ине ул. Әсәйемдең фекере буйынса, тормошта иң мөһиме: тыйнаҡлыҡ, намыҫлылыҡ, эшһөйәрлек һәм выжданлыҡ. Бына ошондай әхлаҡи ҡанундар менән ул оҙон, бәхетле, әммә еңел булмаған тормош кисерҙе. Мин һәр ваҡыт эстән генә әсәйем менән һөйләшкән, кәңәшләшкән кеүекмен. Ул нимә тип әйтер? Нисек ҡарар ине? Риза булыр инеме, юҡмы? Дөрөҫмө был йәки дөрөҫ түгелме? Улар атайым менән һәр ваҡыт минең менән. Ул - минем намыҫым.

Ҡәҙерле стәрлебаштар! Ғәжәйеп тыйнаҡ һәм аҡыллы, егәрле һәм изгелекле, ҡунаҡсыл, киң һәм асыҡ күңелле, ябай, һылыу Нәфисә апайығыҙҙы тик яҡшы яҡтан иҫкә алһағыҙ ине. Ул быға лайыҡ.

Маргарита ФӘТҠИЕВА, ҡыҙы.

Фото Фәтҡиевтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: