«Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы республикала иң хозур урындарҙың береһе һанала. Унда ял итер һәм онотолғоһоҙ тәьҫораттар алыр өсөн бөтә Рәсәйҙән туристар килә. Был ҙур ҡаялы тар тәрән үҙәнлек (каньон) Күгәрсен районының ҙур булмаған Мораҙым ауылы эргәһендә урынлашҡан һәм Ыҡ йылғаһы буйлап һуҙылан. Паркта мәмерйәләр һәм тау ҡыуышлыҡтары бихисап. Айырыуса - Иҫке Мораҙым һәм Яңы Мораҙым мәмерйәләрен билдәләп үтергә мөмкин. Тәүгеһенең тәрәнлеге - 210 метр.
Территорияла төрлө-төрлө мифологиялы, ҡатламдары, гидрологияһы, микроклиматы һәм хайуандар донъяһы менән 46 мәмерйә бар. Яңы Мораҙым тип аталғаны - иң ҙуры һәм тәрәне. Оҙонлоғо 1850 метр тәшкил иткән ошо мәмерйә кальцит ҡатламдары менән матур күренә. Резина итектәр, фонариктар алып беҙ төркөм менән тау башына күтәрелдек. Мәмерйәгә төшкәндә ҡурҡыу хисе менән ҡыҙыҡһыныу тойғоһо ла көслө ине. Беҙ үҙебеҙҙе фантастик кинолағы кеүек хис иттек. Мәмерйә эсендә ҡараңғы һәм һыуыҡ, ғәжәйеп сталактиттар (мәмерйә түшәмендә ҡатып ҡалған эзбиз ташбармаҡтар), сталагмиттар, стеналарҙағы төрлө форма рәүешендәге кальцит минералдар үҙенсәлекле күренеш. Тәбиғәт тарафынан шыршы менән Ҡыш бабай фигураһын хәтерләткән майҙанды күрҙек. Мәмерйә төбөнән ағып ятҡан бәләкәй генә инештең ҙур ғына ҡыуышлыҡҡа ағып төшкән урынына төшөргә баҙнат итмәнек.
Көн дауамында беҙ саф һауа һулап, ҡырағай тәбиғәт хозурлығы менән һоҡланып парк буйлап йөрөнөк. Был урындың матурлығын һүҙ менән әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Беҙ онотолғоһоҙ тәьҫораттар, күтәренке кәйеф алып, рәхәтләнеп ял иттек.
Ә уның һауаһы ни тора... Мөмкинлеге булғандарҙың барыһына ла унда мотлаҡ барырға кәңәш итәбеҙ.
Был үҙенсәлекле сәйәхәт өсөн водитель Айрат Әхмәтвәлиевҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙгә ошо иҫ киткес урын тураһында мотлаҡ һөйләйәсәкбеҙ. Сөнки балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә биреү, атап әйткәндә тыуған ереңә, шулай уҡ йәшәгән төбәк тәбиғәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.