Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Август 2018, 12:11

Әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла

Берҙәм тауыш биреү көнөндә - 2018 йылдың 9 сентябрендә - Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау һәм ҡала, ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 21 һайлау кампанияһы була.

Һайлауҙы ойоштороусы комиссия булып сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән кандидаттар исемлектәрен теркәгән Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы тора. Бер мандатлы округтар буйынса кандидаттарҙы округ комиссиялары теркәне. Уларҙың вәкәләттәре 39 территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтелде.

Республикала тауыш биреүгә әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн 3426 һайлау участкаһы булдырылды, шуларҙың 3991е стационар участка, 35е - һайлаусыларҙың ваҡытлыса булыу урындарында.

2018 йылдың 14 авгусына ҡарата, Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа теркәлгәндәр:

- берҙәм округ буйынса дөйөм 735 кандидат иҫәбе менән алты сәйәси партия: 113 кеше иҫәбендә ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй - 113 кеше; «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы» - 106 кеше; КПРФ - 100 кеше; «Берҙәм Рәсәй» - 154 кеше; «Рәсәй патриоттары» - 149 кеше;

- бер мандатлы округтар буйынса 287 кандидат, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәткән алты кандидат һәм ун сәйәси партиянан 281 кандидат. Барлыҡ 55 окургта ике партия - «Берҙәм Рәсәй» һәм «ЛДПР» күрһәтеләсәк, «Рәсәй патриоттары» - 51 округта; КПРФ - 42 округта; «Йәшелдәр» - 21 округта; «Үҫеш партияһы» һәм «Рәсәй ветерандар партияһы» - ике округта. «Эш партияһы», «Ватанды һаҡлаусылар» партияларының һәр ҡайһыһы бер округта күрһәтеләсәк.

Урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа - 106 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 37 кандидат, 31 кандидат - ЛДПРҙан, 28 үҙ-үҙен күрһәткән кандидат, КПРФ һәм «Ғәҙел Рәсәй» партияларынан дүртешәр кандидат, «Эш партияһы» һәм «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» сәйәси партияларынан берешәр кандидат.

Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән 811 участка йыһазландырыла, был һайлау участкаларының дөйөм һанынан 24% (23,92%) тәшкил итә, өҫтәүенә был участкаларҙа һайлаусыларҙың 50% тиерлек (49,52%) һайлаусылар исемлегенә индерелә. Ағымдағы йылдың 9 сентябрендә һайлауҙа Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырыу буйынса республика ил буйынса (Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала) өсөнсө урын биләй. Комплекстарҙы уңышлы ҡулланыу өсөн хәл иткес тауыш хоҡуғы менән участка һайлау комиссиялары ағзаларынан тәғәйенләнгән 1622 КОИБ операторы әҙерләргә тура киләсәк. Республикала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары 219 участканы йыһазландырыуға етә. Ҡалғандарын Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары ҡарарына ярашлы Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан 20 августан һуң килтерелә.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа барлыҡ участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдарын әҙерләгәндә тәүге тапҡыр QR-кодтар ҡулланасаҡ.

Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлауҙа 23 телерадиотапшырыу ойошмаһы эфир ваҡыты, 145 гәзит - баҫма майҙан биреүгә әҙер булыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ алты электрон ваҡытлы матбуғаттан (социаль селтәрҙәге баҫмалар) хәбәрҙәр булды. Бынан тыш, 66 полиграфия предприятиеһы теркәлгән кандидаттар һәм сәйәси партияларҙың агитация материалдарын баҫтырыуға әҙер.

25 июлдән Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау көнөндә булыу урыны буйынса тауыш биреүгә ғариза тапшырырға мөмкин.

Һайлаусының ҡайҙа булыу урынына бәйле, ғариза түбәндәге пункттарҙың береһенә тапшырыла:

- Башҡортостан Республикаһының ниндәй ҙә территориаль һайлак комиссияһына, Күп функциялы үҙәк филиалына йәки бүлексәһенә ағымдағы йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем;

- Башҡортостан Республикаһы территорияһында ниндәй ҙә участка һайлау комиссияһына 2018 йылдың 29 авгусынан 5 сентябренә тиклем.

Күрһәтелгән ғариза ҡабул итеү пункттарында үҙегеҙ тауыш бирергә планлаштырған һайлау участкаһын күрһәтеп, һеҙҙе һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза тапшырырға кәрәк.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, территориаль һайлау комиссиялары тарафынан булыу урыны буйынса һайлаусыларҙы исемлеккә индереү өсөн 69 ғариза ҡабул итеү пункты асылды.

Бынан тыш, ғаризаны Күп функциялы үҙәк филиалдарында һәм бүлексәләрендә тапшырырға мөмкин. Республика буйынса 76 үҙәк асылған, шуларҙың 12 пункты Өфөлә.

29 августан ғаризаны 3391 участка һайлау комиссияларында тапшырырға мөмкин.

Ниһайәт, ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» Интернет-порталы аша «онлайн» режимында тапшырып була. Һуҡыр һәм насар күреүсе һайлаусылар тауыш бирһен өсөн уларҙың күпләп йәшәү урындарында алты махсуслаштырылған участка ойоштороласаҡ, икешәр - Өфөлә һәм Бәләбәйҙә, шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Белоретта. Барлыҡ участкалар таянғыстар, пандустар менән йыһазландырылған. Күреү һәләте насар булған һайлаусыларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм лупалар тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, барлыҡ һайлау участкалары һайлаусыларға ҡулай булырға тейеш: улар түшәмә, пандустар, таянғыстар менән йыһазландырыла. Әгәр 2016 йылда ошондай ябай ҡоролмалар менән 34% һайлау участкаһы йыһазландырылһа, 2018 йылда иһә - 48%. 305 участка беренсе ҡаттан юғарыраҡ урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында һайлаусылар һаны 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 3059787 кеше (2018 йылдың 1 июленә - 3050303 кеше) тәшкил итте. Шуларҙың 19618һе - тәүге тапҡыр тауыш бирә.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының йәмәғәт элемтәһе һәм мәғлүмәт бүлеге.
Читайте нас: