Фәниә 1936 йылда донъяға килә һәм уның бала сағы ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Уның әсәһе Ғәзизә Тәтер-Арыҫланда тыуып, ете йәшендә генә ата-әсәһеҙ ҡала һәм ағаһы - еңгәһе ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән ҡыҙ эшкә өйрәнеп, сибәр, тырыш һәм таҙалыҡты яратып үҫә. Үҫеп, буй еткергәс, Йәшергән ауылы егете Абдуллаға тормошҡа сыға. Ауылдаштары уны «Сибәр, уңған килен» тип хөрмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғаилә тормошо оҙон булмай. Дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, улар ире менән ни бары ун йыл ғүмер кисерә. Һуғыш башланғас, Абдулланы фронтҡа алалар, ә оҙаҡламай Ғәзизә «ҡара ҡағыҙ» ала. Уға балаларын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ул 32 йыл ҡәйнәһе менән татыу йәшәп, уны һуңғы юлға оҙата. Ҡәйнәһенә ҡарата ихтирамлы, изгелекле булыуын күреп, балалары ла һөйөклө өләсәйҙәренең ҡанаты аҫтында хәстәрлекле, итәғәтле һәм тәрбиәле булып үҫә. Бигерәк тә кесе ҡыҙы Фәниә тырыш, отҡор, һәләтле бала була. Үкенескә ҡаршы, дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағас, ул уҡыуын дауам итә алмай, сөнки әсәһенә ярҙам итергә кәрәк була. Бик йәшләй генә ул колхоз эшенә йәлеп ителә, барлыҡ йорт һәм хужалыҡ эштәрен башҡара. Һәләтле ҡыҙға өләсәһе Мәшрүфә дини белем биреп, доғалар ятлата, намаҙ уҡырға өйрәтә.
Сәмле, тырыш ҡыҙ ниндәй эшкә тотонһа ла, еренә еткереп башҡара. Оҙаҡламай уңған ҡыҙ ауылдашы Ырғыҙ менән ҡауышып, ғаилә ҡора. Улар дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә. Ирле-ҡатынлы ҙур ҡарағай өй һалып, балаларын эшкә өйрәтә, уларға белем алырға, ғаилә ҡороп тормош юлына баҫырға ярҙам итә. Ырғыҙ менән Фәниә 46 йыл бәхетле ғүмер кисерә, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығының ғына ғүмере ҡыҫҡа була.
Фәниә ошо йылдарҙа ҡайҙа ғына эшләһә лә: шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙә, төрлө колхоз эштәрендә һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә була. Ә хаҡлы ялға сыҡҡансы һуңғы алты йылда, һауынсы булып эшләгәндә - өс меңселәр иҫәбендә була, йәғни йылына ҡул менән һәр һыйырҙан өс мең литрҙан ашыу һөт һауа, был эш һәр һауынсы ҡулынан килмәй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ихлас күңел менән дин юлына баҫа. Мәсеткә йөрөп, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә, доғалар ятлай, намаҙға баҫа, ураҙа тота. Ауылдағы оло инәйҙәр, уның ихласлығын күреп, кешене һуңғы юлға оҙатыу ҡағиҙәләренә өйрәтә. Бына 25 йыл инде ул барлыҡ ҡанундарҙы үтәп, мәрхүм булған ауылдаштарын һуңғы юлға оҙата, шулай уҡ Сафия Хөсәйенова, Вәкилә Мөхәррәмова һәм Гөлфани апай йөҙөндә үҙенә алмаш әҙерләй.
Фәниә апай улы Илфаҡ һәм килене Лилиә менән 22 йыл татыу йәшәй. Уларға йорт эштәрендә ярҙамлаша, ейәндәрен үҫтерешә. Сабыр, тыныс, саф күңелле Лилиә ҡәйнәһен үҙ әсәһе кеүек ҡабул итеп, хөрмәт итә, тыңғыһыҙ ҡәйнәһенең ярҙамына рәхмәтле. Ейән-ейәнсәрҙәре - 1 класҡа барасаҡ Ғәлиә, студент Әлфиә һәм армиянан ҡайтҡан Илмир өләсәйҙәрен бик ярата, ул да ейәндәренә һөйөнөп бөтә алмай.
Лилиә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, Илфаҡ - мәктәп автобусы водителе. Улар бик тырыш кешеләр. Ирле-ҡатынлы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йорттарында матур сәскәләр үҫтерә. Фәниә апай уларға һөйөнөп бөтә алмай, сөнки уның улының ғаиләһе - ауылда иң татыу һәм хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе.
- Артабан да тормош йөгөн тигеҙ тартып, балаларының шатлыҡтарын күрергә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һәм ҡайғыларҙы уртаҡлашып, ғүмер кисерергә яҙһын уларға, - тип теләй аҡыллы ханым.
Ауылдаштырының хөрмәтен яулаған Фәниә апай һәр йортта ҡәҙерле ҡунаҡ, йома намаҙҙарын ҡалдырмай, ауылдаштарын дингә, ғилемгә, изгелеккә өндәй.
Беҙҙең 82 йәшлек абыстайыбыҙ бер минут эшһеҙ ултырмай, етеҙ, еңел атлап йөрөй. Йортонда - килененең оло ярҙамсыһы, 17 ейән-ейәнсәре, бүләләре өсөн яратҡан һәм һөйөклө өләсәй һәм ҡарт өләсәй. Ул матур гөлдәр үҫтерә, ойоҡбаштар бәйләй.
Нисек шулай иҫән-һау, шәп, дәртлеһең тигәнгә ул үҙенең дингә ихлас бирелеүе, биш тапҡыр намаҙ уҡыуы, күңел сафлығы һәм яҡшы уйҙарҙа булыуы менән аңлата. Өйҙәге тыныслыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, балалар шатлығы күреү - үҙе ҙур бәхет, ти абыстайыбыҙ.