Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2018, 12:02

Ҡотлошиндарҙың шәжәрәһе

Күпмелер ваҡыт элек мин автобиографик китап яҙа башланым. Унда минең яҡындарымдың һәм туғандарымдың исемдәре сағыла. Китаптың иллегә яҡын бүлеге ике тапҡыр тикшерелеп, нәшриәткә әҙерләнде. Бихисап сәбәптәр арҡаһында уны баҫтырып сығарманым әле. Китап бер аҙ үҙенсәлекле. Ул әҙәби китап түгел. Мин унда еңел булмаған тормошомдо хронологик рәүештә - көн артынан көн, ваҡиға артынан ваҡиға итеп яҙмайым. Айырым бүлектәрҙә төрлө йылдарҙағы ваҡиғаларҙы берләштерҙем һәм, тәбиғи, унда ҡатнашыусыларҙың да исемдәрен телгә алдым.Гәзит уҡыусылар иғтибарына ҙур булмаған бүлектәрҙең береһен тәҡдим итәм. Бәлки ул инеш һүҙҙән һуң беренсе бүлек булыр. Унда, мәҡәләнең исемендә билдәләүемсә, һуңғы биш быуаттан ашыу дәүерҙә Ҡотлошиндарҙың шәжәрәһе тураһында һүҙ бара. Ҡотлошиндар - шундай фамилиялы берҙән-бер ырыу, тип уйлайым. Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары тарихында ошондай яңғырашлы башҡа ырыу кешеләре булмаған һәм юҡ. Иҫке Ҡалҡаш һәм Яңы Ҡалҡаш кеүек ауылдарҙа башҡа фамилиялы кешеләрҙә лә беҙҙең нәҫел ҡаны бар. Байым, Ибраҡай, Мәҡсүт ауылдарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында ла беҙҙең нәҫел вариҫтары йәшәй. Ошо бүлекте уҡып сыҡҡандан һуң, Ҡотлошиндар авторға китапты яңы факттар менән тулыландырырға, шулай уҡ уны баҫтырып сығарыуҙа финанс ярҙам күрһәтер тип ышанам.

Беҙҙең өйҙөң киң һәм оҙон коридоры стенаһында Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылынан башҡорт Ҡотлошиндарҙың шәжәрәһе лайыҡлы урын биләй. Ул Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан йәйге тәбиғәт фонында матур биҙәлгән быялалы рамға ҡуйылған.

Беҙҙең ауылда йәшәүсе, әле хаҡлы ялдағы Зөлхизә Ҡотлошина һөйләүенсә, Шәжәрәне иң беренсе булып ун туғыҙынсы быуатта Ҡотлоша төҙөгән, ул бының өсөн ата-бабаларының ғәрәп телендә ҡулдан яҙып ҡалдырған яҙыуҙарҙы ҡуллана. Зөлхизә Вәли ҡыҙы Шәжәрәгә ғаилә башлыҡтары: Именбирҙе, Йүненбирҙе, Игебирҙе, Ураҙа, Исаҡай, Ҡалҡаш, Ярлаҡан, Дәүләтша, Ҡотлошаның, барлығы туғыҙ быуындың исемдәре индерелгән тип иҫәпләй. Ошо мәғлүмәттәр буйынса Ҡотлоша яҡынса 1500 йылдан алып атай яҡлап ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен ҡулланған.

Ҡотлоша быуындан-быуынға атай яҡлап ғаилә башлыҡтары исемдәрен яҙып барырға тип ҡушып, үҙе төҙөгән Шәжәрәне һигеҙ улына - Әхмәтша, Иҙрис, Юныс, Ибраһим, Килмөхәмәт, Фәйрүз, Хафиз һәм Зарифҡа ҡалдыра. Әммә, егерменсе быуатҡа Әхмәтшаның улдары Батырша һәм Нәҙерша яҡлап ҡына ошо документ һаҡланып ҡала. Батырша ҡағыҙҙарҙы улы Барыйға тапшыра, ул иһә Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас атаһына Ҡотлошиндарҙың шәжәрәһе тураһында китап яҙырға вәғәҙә итә. Ҡәҙерле ҡағыҙҙарҙы алып, ул Өфөгә барып, Тарих институтында юрматыларҙың тормошон өйрәнгән бер ғалим-тарихсы менән осраша. Ул Ҡалҡаштан олатаһы тураһында китапты үҙем яҙам тип Барый Ҡотлошинды күндереп, ҡомартҡыны үҙендә ҡалдыра. Оҙаҡламай төнөн колхоз баҫыуын һөргәндә Барый фажиғәле вафат була.

Шулай итеп, документтар Әхмәтшаның улы һәм Ҡотлошаның ейәне Нәҙершала ғына ҡала. Нәҙерша, үҙ сиратында, уларҙы Вәли улына ҡалдыра. Артабан улар уның ҡыҙы Зөлхизәнең ҡулына эләгә һәм ул ун йыл тирәһе элек Ҡотлошиндар нәҫелендә берҙән-бер журналист уны мәңгеләштерер тип өмөтләнеп, Шәжәрәнең күсермәһен миңә бүләк итте. Ҡотлошиндарҙың тотош Шәжәрәһен яттан өйрәнгән ошо иҫ киткес ҡатынға ҙур рәхмәт. Мин, үҙ сиратымда, Шәжәрәгә яңы исемдәр, быуындар индереп, уны тулыландырырға тырыштым. Тарих институты тарафынан матур биҙәлеп эшләнгән шәжәрә ағасында хәҙер 14 быуын вәкиле бар. Бында атайым яҡлап бөтә Ҡотлошиндар ҙа инеп бөтмәне, әлбиттә, айырыуса, һуғыштан һуңғы осорҙан башлап. Иҫке Ҡалҡаш ауылында өлкән йәштәге бөтә Ҡотлошиндарҙы йөрөп сығып, Шәжәрәне яңы исемдәр менән тулыландыра алырлыҡ кеше табылыр тип уйлайым.

Бала саҡтан балалар йортонда тәрбиәләнгән Рәмил Ҡотлошинға (уға унда Юнысов фамилияһы бирәләр) ҙур рәхмәт. Ул үҙ аҡсаһына Тарих институтында заманса быялалы рам форматына заказ бирә. Әйткәндәй, Рәмил - Ҡотлошаның улдары Әхмәтша һәм Фәйрүздең бер туғаны Ибраһимдың бүләһенең улы.

Шәжәрәне һаҡлап ҡалыу, уны беҙгә һәм киләсәк быуынға еткереү өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һалғандарҙың исемдәрен атап, ошолар тураһында яҙыуҙы үҙемдең бурысым тип һананым.

Ә.З.Әсфәндийәров «Башҡорт АССРның ауылдар тарихы» китабының (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл) икенсе томында былай тип яҙа: «Ҡалҡаш ауылы Тәлтем‑Юрматы улусының Илсетимер түбәһенә ҡараған. 1795 йылғы бишенсе ревизия 43 йортта 270 кеше йәшәүен күрһәткән. 21 йылдан һуң 58 йортта 332 кеше йәшәгән. Шунда ревизия тарафынан ауылға нигеҙ һалыусының 1756 йылда тыуған улы Юламан Ҡалҡашев та улы Ишморат менән билдәләнгән. Уның икенсе улы ла билдәле. 1777 йылда улустың ышаныслы кешеһе сифатында Ярлыҡап Ҡалҡашев Иван Григорьев етәкселегендә Стәрле һәм Ағиҙел йылғалары буйлап Мордовия крәҫтиәндәренә ергә пропуск төҙөүҙә ҡатнаша.

Ҡалҡаш ауылының башҡа атамаһы ла була - Ибраһим ауылы. 1859 йылғы Х ревизия унда 90 йортта 500 кеше йәшәүен күрһәтә. 1920 йылда 109 йортта 532 башҡорт йәшәй. Шул саҡта Ҡалҡаш улусы тип йөрөтөлә, әммә уның үҙәге Стәрлебашта була».

Шәжәрәне төҙөгән Тарих институты Ҡалҡаш ауылынан башҡорт Ҡотлошиндарҙың ораны Аҡтайлаҡ, ырыуы - юрматы, ағасы - өйәңке, ҡошо - әтәлге булыуын билдәләй.

Минең ырыуыма килгәндә, ул Ҡотлошаның улы Фәйрүздән башлана. Фәйрүз минең ҡарт олатайым була, ә олатайымдың исеме Мөхәмәтша. Мин уны күргәнем булманы, ул улы Дәүләтша һәм ҡыҙы Миникамалды ҡалдырып, бик иртә вафат була. Революция, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшәп, улар был тормошта бәхет кисермәй. Аслыҡ-яланғаслыҡ, насар йәшәү шарттары, кейем-һалым юҡлығы, колхозда һәм баҡсала ҡул эше уларҙың көс-хәлдәрен бөтөрә, аяҡтан йыға. Атайымдың өс ҡатынынан ете улы һәм дүрт ҡыҙы була. Уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам итеп өлгөрмәй ул. Уның бөтә балалары ла тормошта ауырлыҡтар һәм ҙур һынауҙар кисереп, атайһыҙ ҡалғас, ас-яланғаслыҡты үҙ елкәләрендә татып, фәҡир, етем, бәхетһеҙ үҫә. Миникамал апайҙың ҡыҙы һәм улы ла шулай уҡ йәтимлекте татый.

Атайымдың бөтә ун бер балаһы араһында мин генә үҙ өҫтөмдә эшләп, һәйбәт белем ала алдым. Бөгөн Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән Фәүҡәт Ҡотлошин да үҙ көсө менән ауырлыҡтар һәм һынауҙар үтеп, етеш тормошта йәшәй. Эйе, беҙ социаль баҫҡыстың билдәле кимәленә күтәрелә алдыҡ, әммә һаулығыбыҙ менән маҡтана алмайбыҙ.

Тырышлыҡтар менән карьерала билдәле бейеклектәргә күтәрелеп, беҙ балаларыбыҙға һәйбәт тәрбиә һәм лайыҡлы белем бирә алдыҡ. Мәҫәлән, ике ҡыҙым, тормошта минең эҙем буйынса китеп, журналист булды. Минең ике туғаным Фәүҡәттең дә ҡыҙҙары тормошта үҙ урындарын тапты.

Ҡыҫҡаса һөйләгәндә, минең Шәжәрәм бына ошондай. Ә 77 йыл ғүмерем нисек үтеүен киләһе бүлектәрҙә ентекләберәк һөйләрмен.

Ҡабатлап әйтәм, был яҙма - әҙәби китап түгел. Ул минең көндәлек тормошомдо һүрәтләмәй, мин унда айырым мәлдәрҙе, төрлө, бер-береһе менән бәйле булмаған тормош ваҡиғалары тураһында һөйләйем. Ә ул, минең тормошом, йыһанда һәм ерҙә параллель бара. Уҡығыҙ, үҙегеҙ инанырһығыҙ.

Мөҙәрис ҠОТЛОШИН,

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар Союзы ағзаһы.
Читайте нас: