Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2018, 11:59

«Зәңгәр береттар» байрамдарын лайыҡлы билдәләне

Һауа десант ғәскәрҙәре - элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә иҫтәлекле дата. Уны «зәңгәр береттар» төрлөсә: кемдер ҡала буйлап флагтар менән автомобилдә юғары тиҙлектә йөрөп йәки фонтанда һыу инеп, кемдер тыныс ҡына, өйҙә, үткәндәрҙе хәтерләп билдәләй...Ә бына Стәрлебаш десантсылары был байрамды һәйбәт традицияға әүерелдергән.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, 2 августа 11.00 сәғәттә район үҙәгенең Еңеү паркында йыйылдылар. Эйе, бында флагтар ҙа, тельняшкалар ҙа, зәңгәр береттар ҙа булды. Әммә, йыйылғандан һуң элекке десантсылар Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскә һалып, һәләк булған дуҫтарын бер минут тын тороп иҫкә алды. Артабан тантаналы рәүештә хеҙмәттәштәрен байрам һәм юбилейҙары менән ҡотланылар.

Десантсылар етәксеһе Илшат Нәҙершин райондың өлкән десантсыһы Һаҙый Йәрмөхәмәтовҡа тельняшка тапшырҙы. Сөнки ул хеҙмәт иткән ваҡытта элиталы ғәскәрҙәрҙең үҙ формаһы булмаған икән. Шулай уҡ традицион бүләк - «ВДВ» гравировкаһы менән биҙәлгән, асылған парашют, 65 һәм 60 йәш тип яҙылған көрәктәр Юнир Йосоповҡа һәм Ринат Малабаевҡа тапшырылды. Зәңгәр берет тағы ла бер өлкән десантсы Мөҙәрис Ҡотлошинға өйөнә барып тапшырылды, ул, сирләү сәбәпле, байрамға килә алмаған.

Йыйылыусылар ваҡытһыҙ вафат булған хеҙмәттәштәрен дә онотманы. Улар Стәрлебаш ауылындағы зыяратҡа барып, оҙаҡ йылдар район десантсылар төркөмөн етәкләгән Миҙхәт Әхмәҙиев ҡәберенә, ә Баҡыйҙан Наил Мөштәриев һәм Тимур Вәлишин - Айнур Дауытов менән Рәфис Хәйруллин ҡәберҙәренә сәскә һалды.

Әлбиттә, һуңынан тәбиғәткә сығып, өҫтәл әҙерләп күңел асыу, төрлө ярыштар булды. Әммә, иң мөһиме, Стәрлебаш десантсылары, элиталы ғәскәрҙәргә хас, байрамдарын лайыҡлы билдәләне.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: