Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2018, 12:00

Улар - Ҡуғанаҡбаш ғорурлығы:

Эшһөйәр, ҡунаҡсыл, изге күңеллеләр «Матур ғаилә-ил ҡото» район конкурсы ауыл биләмәләрендә дауам итә. Уҙған шәмбе көндө Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе жюри ағзаларына үҙҙәренең хөрмәтле, егәрле, лайыҡлы ғаиләләрен күрһәтте.

Ҡуғанаҡбаш - элек-электән хеҙмәт һөйгән, оҫта ҡуллы кешеләр йәшәгән ауыл. Бында матур, иркен йорттар гөл-баҡсалар менән уратып алынған, эшҡыуарҙар, умартасылар, механизаторҙар бик күп, уларҙың фотоһүрәттәре һәм исемдәре йылдан-йыл беҙҙең гәзит биттәрен биҙәй.

Был көндө өс ғаилә үҙҙәре менән яҡыныраҡ таныштырҙы. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә хөрмәтле Ғәмбәриә һәм Хәйҙәр Искәндәровтар ғаиләһе күтәрелде. 88 йәшлек Хәйҙәр Ғәлләм улы ғүмер буйына сауҙа өлкәһендә эшләй, ул - республиканың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, уның йәмәғәте - Ғәмбәриә Шәрәфетдин ҡыҙы - ғүмерен башланғыс класс балаларын уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлай. Уның уҡыусылары, ҡоштар кеүек, күптән төрлө яҡҡа таралышҡан һәм үҙҙәре бөгөн өләсәй-олатай. Улар араһында яратҡан уҡытыусыһы кеүек үк ошо һөнәрҙе һайлаған 70 йәшлек Әминә Батталова ла бар. Ул ғаилә парына һоҡланғыс матур һәм моңло йыр бүләк итте.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Хәйҙәр ағай ҙа ятып ҡалғандарҙан түгел. Барыһын да хайран ҡалдырып, ул ике оҙон боронғо йыр башҡарғас, тамашасылар уны көслө алҡыштарға күмде. Искәндәровтар үҙҙәренә оҡшатып лайыҡлы балалар тәрбиәләгән. Ҡыҙҙары Гөлдәр әсәһе һуҡмағынан киткән. Ул - татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Урындағы мәктәптә уҡыта. Илдар, апаһы кеүек үк, тыуған ерендә ҡала. Тағы бер улдары Айҙар Стәрлебашта йәшәй.

Икенсе ғаилә лә районда яҡшы таныш. Рәғиҙә һәм Вәрис Йәғәфәровтар дүрт бала тәрбиәләй. Вәрис Һаҙый улы байтаҡ йылдар хужалыҡтың агросәнәғәт секторында, Рәғиҙә Зөфәр ҡыҙы почта элемтә бүлексәһендә эшләй. Улар бер ауылда үҫеп, бер мәктәптә уҡып, ғаилә ҡороуҙары тураһында һөйләне. Вәрис армияға китер алдынан үҙенә оҡшаған бер ҡыҙ янына килеп, уның күҙенә тура ҡарап: «Ҡыҙыҡай, армиянан һиңә ҡайҙа хат яҙырға?» тип һорай. Рәғиҙә лә юғалып ҡалмай: «Стәрлебаш мәктәбенә» - тип яуап бирә. Һуңынан улар ике йыл бер-береһенә хат яҙыша, ә егет армиянан ҡайтҡас - туй үткәрәләр.

Эшһөйәр, татыу, ҡунаҡсыл Йәгәфәровтар ғаиләһе йәштәргә һәр йәһәттән үрнәк. Уларҙың өс балаһы Илшат, Миләүшә һәм Әлфиә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, ә Айгөл - балалар баҡсаһында музыка етәксеһе. Уларҙың һәр ҡайһыһы ғаиләләле, ата-әсәләре кеүек, балаларын лайыҡлы тәрбиәләргә тырыша.

Өсөнсө ғаилә башлығы Рәфис Халиҡ улы Синәғоловты ҡуғанаҡбаштар алтын ҡуллы оҫта булараҡ белә. Ул ниндәй эшкә тотонһа ла һөҙөмтә һәр ваҡыт яҡшы. Ул балта, ағас эше оҫтаһы, баҡса үҫтерә. Рәфис Халиҡ улы ауыл мәҙәниәт йортон асҡан йылдарҙа уның коллективына етәкселек итә. Һуңынан байтаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләй, ә ул үҫтергән баҡса тирә-яҡта йәшелсә-емеш менән дан тота. Тормош иптәше Фәрзәнә Фәрит ҡыҙы ла һәр йәһәттән оҫта, ғүмерен физиотерапея кабинетенда медицина хеҙмәткәре посында ауылдаштарының һаулығын нығытыуға бағышлай.

Уларҙың ғорурлығы - улдары Амур, Фәнүр һәм ҡыҙҙары Ләйсән. Өлкәне Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, уртансыһы - контракт буйынса хеҙмәт итә. Бәләкәй ҡыҙҙары БДАУ студенты, киләсәктә ландшафт дизайнеры.

Был көндө сәхнәгә ауылдаштары араһында егәрле булыуҙары һәм бер-береһенә хөрмәтле мөнәсәбәттәре менән яҡшы билдәле тағы бер йәш ғаилә күтәрелергә тейеш ине. Был ике бәләкәй бала тәрбиәләүсе Илүзә һәм Инсар Йәминовтар ғаиләһе. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән ғаилә башлығын эшкә саҡыртҡандар. Ә унһыҙ, хатта һәйбәт әҙерләнгән программа менән дә Илүзә сығыш яһауҙан баш тарта.

Сараны үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары биҙәне, шул иҫәптән ҡунаҡ Йәүҙәт Мифтаховтың күңелгә үтеп инерлек йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. Сарала ҡатнашҡан ғаиләләргә сығыштары өсөн Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе башлығы Фоат Вилданов рәхмәт белдереп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева барыһын да Ғаилә йылы һәм ошо сара уңайынан ҡотланы. Ә һуңынан сара штандарты Һарайҫа ауыл биләмәһе башлығы Раушан Байназароваға тапшырылды. Уны һарайҫалар ирле-ҡатынлы Роза һәм Мөнир Псәнчиндар башҡарыуында йыр менән ҡабул итте.

Көндәрҙең эҫе тороуына, хужалыҡта һәм йортта бихисап мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, ҡуғанаҡбаштар конкурстың үҙ өлөшөн яҡшы үткәрҙе. Афарин! Киләһе осрашыу - һарайҫаларҙа.


Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Ә.ВИЛДАНОВА тарафынан бирелде.
Читайте нас: