Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2018, 12:06

Һәр көн - үҙенсәлекле

Бала саҡ һәм хыялдар утрауы, балалар сәләмәтләндереү - белем биреү үҙәге «Орленок»та ҡыҙҙар һәм малайҙар каникулдарын ҡыҙыҡлы һәм күңелле, ә иң мөһиме файҙалы үткәрә ала. Уларға ҡунаҡҡа барып, беҙ лагерҙа һәр көн ваҡиғаларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ үтеүенә шәхсән инандыҡ.

Дәртле дискотекалар, күңелле ярыштар, матур байрамдар, тематик кисәләр - лагерҙа ял иткән балаларҙың йәйе тап бына шулай үтә. Йәй шул тиклем тиҙ үтә, «Орленок»та өсөнсө смена ла тамамланып килә, әле бында 90 бала ял итә, улар араһында район спортсылары бик күп. Күптән түгел генә бында тай боксы буйынса спортсылар ял итте, улар Анапала үтәсәк ярыштарға ентекле әҙерләнде.

Һәр отряд ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөл менән мәшғүл: кемдер шахмат, кемдер пионербол уйнай, өсөнсөләр яңы конкурстар йәки саралар уйлап таба. Улар шул тиклем мауыҡҡайны, хатта лагерҙа һеҙгә оҡшаймы тип һорашыр өсөн балаларҙы уйындарынан бүлдерәһе килмәне. Шулай ҙа бер нисә балаға был һорауҙы бирә алдыҡ.

Анастасия Кечина, 17 йәш, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

- Мин быға тиклем башҡа бик күп лагерҙа булдым. Әммә бында миңә нығыраҡ оҡшаны, шуға ла икенсе сменанан һуң өсөнсөһөнә ҡалырға булдым. Туҡландырыу ҙа, вожатыйҙар ҙа оҡшай. Улар беҙҙең дуҫтарыбыҙға әйләнде.

Илшат Ғүмәров, 10 йәш, Стәрлебаш:

- Мин лагерҙа беренсе тапҡыр ял итәм, тәүҙә бында килергә теләмәнем, ата-әсәйемде һағынырмын тип уйланым. Әммә бында бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы. Айырыуса спорт уйындары һәм ярыштар күп булыуы оҡшай.

Алина Юлъяҡшина, 11 йәш, Өфө ҡалаһы:

- Мин «Орленок»та уҙған йылда ла ял иттем һәм миңә бында ныҡ оҡшаны. Мин бында бик күп дуҫтар таптым. Киләһе йылда ла бында килергә теләйем.

Хәрәкәтсән сараларҙан һуң көс туплап, хәл алырға ваҡыт. Балаларҙы көнөнә алты тапҡыр ашаталар. Лагерҙа туҡланыу бик яҡшы, тәрилкәләрҙең буш ҡалыуын күреп, ҡыҙҙар һәм малайҙарға уларҙы нисек ашатыуҙары, һис шикһеҙ, оҡшай тип әйтергә мөмкин.

Хатта ситтән ҡарап торғанда ла, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың үҙ-ара ныҡ дуҫлашыуы күренеп тора, һәр ерҙә бергә булырға тырышалар, вожатыйҙарға ярҙамлашалар. Бөтәһе лә «асылып», ҙур бер ғаиләгә әүерелгән.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотолары.


Читайте нас: