Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2018, 11:58

Бала саҡтан волейбол яратам, ти Камил Ибәтуллин

Волейбол буйынса район ярыштарында сығыш яһаусы Ибәтуллиндар командаһы районда күптәргә яҡшы таныш. Уның составында бер нисә тиҫтә йыл волейболсы Ильяс һәм Алик Ибәтуллин да бар. Бер арала команда өсөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке тренеры һәм мәктәп ярыштарында спорттың уйын төрҙәрендә яҡшы уйнаусы Гөлсара Ибәтуллина ла команда өсөн сығыш яһай.

Ильяс Ғаяз улы менән Гөлсара Халморат ҡыҙының өлкән улдары Илнур – Эске эштәр министрлығының йыйылма һәм клуб командалары составында Бөтә Рәсәй чемпионаттарының бер нисә тапҡыр призеры. Ул бөгөн дә хеҙмәттән буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнеүен һәм ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә.

Спорт һөйөүсе Ильяс һәм Алик Ибәтуллиндарҙың ишле ғаиләләрендә ғаилә башлыҡтары ғына түгел, балалары ла ата-әсәләре кеүек, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта БДАУ студенты Камил Алик улы Ибәтуллин (һүрәттә) ҙур ҡаҙаныштарға ирешә. Ул 5 кластан волейбол менән шөғөлләнә.

- Был йәһәттән атайымдың һәм беренсе тренерым Гөлсара Халморат ҡыҙының өлөшө ҙур, - ти Камил. – Улар миндә әлеге спорт төрөнә һөйөү уятты, уйнарға өйрәтте.

10 класта Камил республика ярыштарында район данын яҡлай. Һәләтле егетте тренерҙар күреп, Стәрлетамаҡҡа саҡыра. Бына шулай Камил 32-се спорт мәктәбенә эләгә, волейбол менән етди шөғөлләнә һәм Вагондар ремонтлау заводы (хәҙер «Тархан») командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Уның составында Иҙел буйы федераль округында ярыштарҙа икенсе урын яулай. Университетта ла егет студенттар командаһында күнекмәләрҙе дауам итә. Тик һуңғы ваҡытта ғына уларҙың командаһы ике тапҡыр республика сиктәренә сыға. Һарытауҙа өфөләр илдең ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары командалары араһында беренсе урын яулай, Белгородта Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттары командалары араһында алтынсы урын ала.

- Волейбол – команда уйыны, спорттың матур төрө, - тип иҫәпләй Камил. – Бында һәр ваҡыт командалағы иптәштәрҙең ярҙамын тояһың. Мин үҙемде төрлө спорт төрҙәрендә һынап ҡараным, волейбол барыһына ҡарағанда ла нығыраҡ күңелемә хуш килде. Атайыма, Гөлсара Ибәтуллинаға, Елизавета Ҡорамшинаға һәм ҡалалағы башҡа тренерҙарыма ҙур рәхмәт.

Мин уйнарға, төрлө ҡалаларға ярыштарға йөрөргә яратам. Тап шундай уйындарҙа тәжрибә туплайым, яңы таныштар табам һәм Рәсәйҙең ни тиклем матур, ҙур һәм бөйөк булыуына инанам. Ә бының иң беренсе сәбәпсеһе – Стәрлебашта мауыға башлаған волейбол. Йәштәребеҙ – егеттәр һәм ҡыҙҙар – тормошта күп нимәгә ирешергә ярҙам итеүсе, ихтыяр көсө, яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм башҡа бик күп сифаттар тәрбиәләүсе спорт менән дуҫ булһын ине, тип теләйем.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: