Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2018, 11:22

Ҡулдарынан гөл тама

Һарайҫа ауылынан Зәйтүнә Мәүлетованың ҙур ишек алды ошо көндәрҙә шау сәскәгә күмелеп ултыра. Бында клумбаларҙа, автомашинаның иҫке камераларында ләлә, бархатцы, астра, гладиолус, эшольция, сильвия кеүек башҡа төрлө-төрлө сәскәләр тирә-яҡҡа йәм бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ысын сәскәләр батшалығы.

- Яҙ һуңлап килгәс, уҙған йылдарға ҡарағанда сәскәләр быйыл аҙыраҡ. Уларҙың күбеһен иртә яҙҙан мин үҙем үҫтерәм. Ҡайһы берҙәрен, мәҫәлән, сильвияларҙы, һатып алам. Уҙған йыл ҡойолоп ҡалған орлоҡтарҙан үҫкән сәскәләр ҙә бар. Бына күрәһегеҙме, петунияның бер сорты тротуар таштары араһынан үҫеп, шау сәскәлә ултыра, - тип һөйләй Зәйтүнә Алтынтимер ҡыҙы.

- Иҫ киткес матурлыҡ! Сәскәләр конкурсында Һеҙгә мотлаҡ призлы урын бирерҙәр ине, - тим уға.

- Мин сәскәләрҙе конкурс өсөн түгел, ә үҙем өсөн үҫтерәм. Бер ҡасан да конкурстарҙа ҡатнашманым. Бер нисә йыл элек, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сигелгән яулыҡтарға конкурс иғлан иткәс, әхирәттәрем мине унда ҡатнашырға өгөтләгәс, бер нисә эшемде ебәрҙем. Миңә беренсе урын бирҙеләр, - ти тыйнаҡ ҡына Зәйтүнә апай.

Ул Һарайҫа ауылында тыуып үҫә. Колхозда һауынсы булып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, бала саҡтан уҡ сәскәләр ярата, уларҙы баҡсала һәм өйҙә үҫтерә. Бынан тыш, ул сигеү, бәйләү һәм тегеү менән шөғөлләнә. Уның өйөндәге бәйләнгән аҡҡоштарҙы, сағыу сәкәләрҙе күреүселәр хайран ҡала.

- Һеҙ быларҙың барыһына ла ҡайҙан өйрәндегеҙ? - тип һорайым оҫта ханымдан.

- Сигергә тәүҙә әсәйемдән, һуңынан мәктәптә өйрәндем. Элек беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, тегергә һәм бәйләргә өйрәтәләр ине. Шунан китте инде. Быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнергә бик яратам. Әлеге ваҡытта мин хаҡлы ялдамын һәм яратҡан шөғөлөмә бөтә ваҡытымды бағышлай алам, - ти ул.

Зәйтүнә Алтынтимер ҡыҙы тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған. Балаларының үҙ ғаиләләре бар. Зәйтүнә апай 91 йәшлек әсәһен ҡарай.

Йәйҙең ҡыҙыу осоро. Һәм сағыу, төрлө төҫлө сәскәләр Зәйтүнә апайҙың йортон тағы ла оҙаҡ ваҡыт йәмләп торасаҡ. Шулай уҡ уның баҡсаһында йәшелсәләр һәм емеш-еләк тә байтаҡ. Томат, борос, кәбеҫтәләр өлгөргән. Алма ағастарының бер нисә сорты мул уңышы менән һөйөндөрә. Тимәк, Зәйтүнә Алтынтимер ҡыҙын уларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү буйынса бихисап күңелле мәшәҡәттәр көтә.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: