Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2018, 12:08

Тормоштан йәм табып йәшәйҙәр

Ҡабыҡҡыуыш ауылында гәзит һәм журналдарға әүҙем яҙылыусылар байтаҡ. Урындағы почта бүлексәһе начальнигы Рәүиә Һөйәрембәтова һүҙҙәре буйынса, бында икенсе ярты йыллыҡҡа төрлө баҫмаларға 273 квитанция тултырылған, шуларҙың 77һе - «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә.

Әүҙем яҙылыусылар араһында Фәрзәнә һәм Ғайсар Һөйәрембәтовтарҙы атап үтергә мөмкин. Улар икеһе лә «Маяҡ» колхозында лайыҡлы тырышып эшләй. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Уларҙың эшһөйәр һәм изге күңелле кеше булыуҙары матур һәм иркен өйҙәренең тупһанынан уҡ күренеп тора.

- Минең ҡарашҡа, гәзит-журналдарҙан башҡа, йәғни рухи аҙыҡһыҙ - тормоштоң йәме юҡ. Элек беҙ бихисап гәзит алдыра инек. Хәҙер төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә ваҡытлы матбуғат баҫмаға яҙылдыҡ. Тәү сиратта - район гәзитенә. Райондың йөҙйәшәрҙәре, үҙебеҙҙә үткәрелгән ҡыҙыҡлы саралар тураһында мәҡәләләр бик оҡшай. Ҡотлауҙар һәм реклама ла үҙенә күрә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. «Йәшлек» гәзитенән беҙ республика яңылыҡтарын белеп торабыҙ, - ти Фәрзәнә Кинйәбай ҡыҙы (һүрәттә). Гәзит уҡыусыларыбыҙ һәр нимәлә лә әүҙем. Шәхси хужалыҡтарында улар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йорттары сәскәләргә күмелеп ултыра. Бына шулай итеп улар матур йәшәй һәм тормоштан йәм таба белә.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: