Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2018, 11:18

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерләнә

1 сентябргә бик аҙ ваҡыт ҡалды, был көндө йәнә мәктәптәрҙә ҡыңғырауҙар яңғыраясаҡ, ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп парталары артына ултырасаҡ. Әммә быға тиклем райондың барлыҡ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында белем биреү процесы уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн яңы уҡыу йылына әҙерләнеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып барыла. Ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм планлаштырылған эштәр тураһында беҙ район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.Р.Вилданова менән әңгәмәләштек.

Яңы 2018-2019 уҡыу йылына әҙерләнеү даирәһендә барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҡыу кабинеттарына, ярҙамсы бүлмәләргә, аҙыҡ-түлек блоктарына, спорт залдарына һәм коридорҙарға еңелсә ремонт яһалды. Бынан тыш, йылдан-йыл һәр уҡыу йортонда үҙ ихтыяждары барлыҡҡа килә, сөнки күпселек биналар бер тиҫтә йыл элек кенә төҙөлмәгән, шуға ла барлыҡ заманса талаптарға яуап бирер өсөн уларға йыл һайын ремонт талап ителә. Мәҫәлән, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә бағыусылыҡ ярҙамы иҫәбенә 86 ағас тәҙрә пластик тәҙрәгә алмаштырылды. Район үҙәгенең 1 һәм 2 һанлы балалар баҡсаһында электр сымдары алмаштырылды. Первомайский балалар баҡсаһының төркөм бүлмәләрендә өлөшләтә линолеум алмаштырылды (барлыҡ янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәп).

Шулай уҡ яңы уҡыу йылы башланғансы, республика бюджеты иҫәбенә ете дөйөм белем биреү учреждениеһын видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырыу планлаштырылған - бина эсендә лә, бинаның тирә-яғында ла видеокамералар һаны арттырыласаҡ. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаларын тормошҡа ашырыу даирәһендә Йәлембәт урта мәктәбендә иҙән, Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбендә иҙән һәм түшәм, Тәтер-Арыҫлан балалар баҡсаһында тәҙрә блоктары алмаштырыласаҡ. Түбәнге Аллағыуат төп мәктәбе территорияһында физкультура - һауыҡтырыу майҙансығы ҡуйыласаҡ. «Балалар спорты» партия проекты даирәһендә район үҙәгенең 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең спорт майҙансығын асыҡ спорт ҡоролмаһы менән йыһазландырыу планлаштырыла.

Бер үк ваҡытта көҙгө-ҡышҡы осорға ҡаҙанлыҡтарҙы әҙерләү буйынса эш алып барыла. Булған монометрҙар, газ менән бысраныуға сигнализаторҙар махсус ойошмаға тикшереүгә тапшырылған. Газ ҡаҙанлыҡтарын техник хеҙмәтләндереү үткәрелгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәр уҡыусыларҙы яңыртылған килеш ҡаршы алһын, уларға һәм балалар баҡсаһында уңайлы булһын өсөн ҙур эш башҡарылған.
Читайте нас: