Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2018, 11:15

Һикһәндә лә егет ул

Ҡартаямы ни һуң йөрәк,Маңлайҙар һырланһа ла?Халҡыбыҙҙың был йыры 80 йәшен билдәләгән Ғаян Арыҫлановҡа айырыуса тап килә. Уның тураһындағы мәҡәләмде уҡыған һәр кеше быға инаныр тип ышанам.

1938 йылдың 10 июнендә беҙҙең Тәтер-Арыҫлан ауылында донъяға килә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһына барып, тау училищеһына уҡырға инә һәм тау мастеры һөнәрен үҙләштереп, Донбасс шахталарында күмер сығара. Артабан өлкән сержант булып, Рязань ҡалаһында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән район мәғариф бүлеге тарафынан Тормай ауылы мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Был өлкәлә эшмәкәрлеге хаҡында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сара Дәүләтйәрова «Кызыл таң» гәзитенең 2009 йылдың 16 апрель һанында баҫылып сыҡҡан «Үҙе булып ҡалған» исемле яҙмаһында бына нимә тасуирлай:

- Ябайлығы, асыҡ йөҙлө булыуы менән тәү күреүҙән үк күңелдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы ул. Күрешеп-танышыу менән: «Апай, минең уҡытыу эшендә тәжрибәм юҡ, бында Һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанып килдем. Район мәғариф бүлегендә Һеҙҙе тәжрибәле, ярҙамсыл уҡытыусы тип әйттеләр», - тине. Мин һөйләгәндәрҙе ул иғтибар менән тыңланы. Һорауҙар ҙа бирҙе. Бер нисә тапҡыр дәрестәремә лә инеп ултырҙы. Аҙна-ун көн үтеүгә ул балалар менән уртаҡ тел табып, бына тигән итеп дәрестәр бирә башланы. Йыл тамамланырға бик аҙ ваҡыт ҡалғайны, шул арала ул балаларға йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар өйрәтеп, Яңы йыл байрамына ауылыбыҙ тарихында беренсе тапҡыр клуб сәхнәһендә уҡыусылар көсө менән концерт ойошторҙо. Ул кисте клубта алма төшөрлөк урын ҡалмағайны. Балаларҙың һәр сығышын ата-әсәләр алҡышлап оҙатты. Концерт аҙағында сәхнәгә күтәрелеп, уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙеләр.

Хеҙмәт дәрестәрендә балалар уның етәкселегендә йорттан йортҡа йөрөп, көл йыйып колхозға тапшырҙы, баҫыуҙарҙа ҡар тотоуҙа булышты. Март айында ул балаларҙы тал сыбыҡтарынан тауыҡ, ҡаҙ оялары үрергә өйрәтте, уларҙы колхоздың тауыҡ фермаһына бүләк иттеләр.

Ул уҡыусыларҙы спортты яратырға өйрәтте, ял көндәрендә улар менән төрлө бәйгеләр ойошторҙо. Ләкин, үкенескә ҡаршы, уның менән оҙаҡ эшләргә насип булманы. Сөнки ул ваҡытта декрет ялы дүрт кенә ай ине, шунлыҡтан Ғаян урынын биләгән Маһинур уҡытыусыбыҙҙың эшкә сығырға ваҡыты етте.

Ә уны Ямғырсы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә әҙәбиәт уҡытыусыһы итеп күсерҙеләр. Ямғырсылар уны пар ат егеп килеп алдылар, беҙ уны барлыҡ уҡыусыларыбыҙ менән оҙатып ҡалдыҡ. Юрий Гагарин космосҡа осҡан көн ине ул.

Уның балаларҙы хеҙмәт һөйөргә, ауылда йәшәү өсөн кәрәкле һөнәргә өйрәтеүен халыҡ оҙаҡ йылдар телдән төшөрмәй һөйләне. Райондың «Ленин юлы» гәзите биттәрендә уның мәҡәләләрен, ара-тирә шиғырҙарын да уҡып ләззәтләндек.

Балалар уҡытыу күңеленә ятыш булһа ла, ауыл хужалығы белгесе булыу хыялын тормошҡа ашырып, ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына уҡырға инде. Был ваҡытта мин ветеринария факультеты++ студенты инем. 1963-1965 йылдарҙа Наил Ҡотдосов ойошторған әҙәби түңәрәккә йөрөп, шиғриәт донъяһына ныҡлап аяҡ баҫтыҡ.

Шулай уҡ «Кызыл таң» гәзите редакцияһында Әнғәм Атнабаев үткәргән әҙәби түңәрәк ултырыштарына йөрөү ҙә шиғыр яҙыу нескәлектәренә төшөнөү юлында мөһим әһәмиәткә эйә булды. Ә инде күренекле шағирҙар Рәми Ғәрипов, Сәғит Агиш, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Назар Нәжми институтта үткәргән кисәләргә саҡырып, уларҙың уй-фекерҙәрен тыңлау оҫталығыбыҙҙы тағы ла арттырҙы. Шулар һөҙөмтәһендә ижадыбыҙ емештәре «Кызыл таң», «Ленинсы» гәзиттәрендә донъя күрҙе. Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тапшырыуҙарында ул да шиғырҙарын уҡып, бөтә республикабыҙға ишеттерҙе.

Бында ул иҡтисадсылыҡҡа уҡып йөрөгән һөйкөмлө һәм сая Саҡмағош ҡыҙы Рида менән танышып, ғаилә ҡорҙо. 1966 йылда диплом алып, парлашып районыбыҙға ҡайтты. «Правда» колхозында баш зоотехник вазифаһын үтәүгә тотондо. Был эшен дә уңышлы башҡарҙы, биш йыл эшләү дәүерендә ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар алыуға иреште. Фотоһүрәте райондың ауыл хужалығы алдынғыларының Почет таҡтаһынан төшмәне.

Районыбыҙҙың «Ленин юлы» гәзите менән тығыҙ бәйләнешлек урынлаштырып, кешеләрҙе шиғырҙары, мәҡәләләре менән һөйөндөрөп торҙо. 1968 йылдың март айында ул эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең Өфөлә үткән һигеҙенсе съезына делегат итеп һайланды. Стәрлетамаҡ-Өфө поезында Стәрлетамаҡ делегаттары менән бер вагонда барып, танышып-һөйләшәләр. Һүҙ әйтергә сират Ғаянға еткәс, ул бер нисә шиғырын уҡып ишеттерә. Шунда Салауат Рәхмәтулла уға: «Ғаян, ташла һин зоотехниклығыңды, шиғыр яҙырға күс», - ти.

Икенсе көндө съезд тамамланғас, Марат Рафиҡов уны телевидение бинаһына алып бара ла, киске тапшырыуҙа шиғырҙарын һөйләтә. Өйҙәрендә телевизор ҡарап ултырған улы Эдуард экранда атаһын күреү менән әсәһе янына аш бүлмәһенә йүгереп инә лә: «Әсәй, әйҙә әле, ҡара, атай телевизорға инеп ултырған» - тип илап ебәрә. 1971 йылда Ғаян Рида һәм улдары Эдуард, Илдар, ҡыҙҙары Резеда менән Өфөгә күсенеп, «Башптицепром» тресында тоҡомсолоҡ эше буйынса өлкән зоотехник вазифаһын башҡарырға керешә. Башҡортостанды ҡошсолоҡ тармағы буйынса Рәсәйҙә беренселеккә сығара.

- Нисек итеп тиһегеҙме? - тип һорау ҡуя «Кызыл таң» хеҙмәткәре Фәниә Ғәбиҙуллина гәзиттең 2005 йылдың 30 декабрь һанында «Үҙе шағир, үҙе селекционер» мәҡәләһендә һәм уны түбәндәгесә аңлата.

- Ул саҡта республикала алты ҡошсолоҡ фабрикаһы, 32 инкубатор була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҙғы осорҙа халыҡты себеш менән тәьмин итеүҙә ҙур өҙөклөк тыуа. Йомортҡа етешмәй. 15 миллион дана кәрәк була. Шуға ситтән - Краснодар, Мурманскийҙан самолеттар менән алты миллион самаһы йомортҡа ҡайтарыла. Үҙебеҙҙең тауыҡтар ниңә аҙ һалған һуң, тиерһегеҙ? Һалыуын күп һалған улар, тик йомортҡаларының күпселегенең аталанмаған булыуы эшкә аяҡ салған. Тәбиғи хәлдә 25 тауыҡҡа бер әтәс аҫралырға тейеш икән. Тимәк, ун мең тауыҡҡа дүрт мең әтәс кәрәк тигән һүҙ. Ә был бик күп сығым һорай. Йәш белгес, Воронеж өлкәһенән яһалма орлоҡландырыу ысулын өйрәнеп ҡайта ла, аҡылын эшкә егеп, яһалма орлоҡландырыуҙы «Ашҡаҙар» ҡошсолоҡ фабрикаһында башлай. Һәм шул 1983 йылдан алып Башҡортостанға ситтән бер генә йомортҡа ла индермәйҙәр. Был тырышлығы өсөн Ғаян халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы менән бүләкләнә. 1984-1998 йылдарҙа «Башнефть»тең ауыл хужалығы бүлегендә баш зоотехник булып эшләгәндә ҡаҙ үрсетеү һәм үҫтереүгә лә нигеҙ ҡала. Биш йыллыҡ ударнигы була, ҡошсолоҡ павильонында уның фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. «Фиҙаҡәр хеҙмәте» өсөн миҙалы ла күкрәген биҙәй.

Хаҡлы ялға сығырға яҡынлашҡанда ҡаланын алыҫ түгел Булгаково артындағы Стуколкино ауылында ун ике сутый ер алып, брустан һарай, ике ҡатлы, әллә нисә бүлмәле йорт һалып, һәр йәй йөҙәр себеш янына дүрт айлыҡ 60лап тауыҡ алып уларҙан көн һайын 50шәр йомортҡа туплап, баҡсаларында картуф, еләк-емеш үҫтереп, балалары менән үҙҙәренән артҡанын һатып, муллыҡта ғүмер кисерәләр. Апрелдән ноябргә тиклем Стуколкино ауылында, ә декабрҙән март айы бөткәнсе Өфөлә өс бүлмәле фатирҙарында йәшәйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, шиғриәттән айырылманы ул, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәне, ижадында ла, телендә лә тыуған яғына мөхәббәтен йырланы.

Йөрәгендә шиңмәҫ гөлдәр итеп

Үҫтерәмен тыуған яғымды, - тип яҙа ул «Тыуған яғым» шиғырында. Ә тыуған яғының эшһөйәр халҡына мөнәсәбәтен бына нисек тасуирлай:

Атлығып, ашҡынып ҡайтам,

Тәтер буйҙары, һиңә.

Ҡунаҡ һыйы - дуҫтар йөҙө

Тыуған яғымда ғына.

Их! Тәтер буйҙары!

Таҡыр уның юлдары.

Сит төбәктә лә һынатмай

Ҡыҙҙҙары һәм улдары, -

Эш һөйгәнгә ҡулдары.

«Ҡунаҡ һыйы - дуҫтар йөҙө» ысынлап та раҫ килде Ғаянға. Тәтер-Арыҫланда тыуып үҫкән алты ҡәләм оҫтаһының 2001 йылда үҙ нәшер ысулы менән баҫылған «Шиғри моңдар балҡышы» йыйынтығында уның да күңел гәүһәрҙәренә урын бирелде. Ғаяндың шиғырҙары шулай уҡ район ижадсыларының һайланма әҫәрҙәре тупланған «Язмагөл чәчәкләре» йыйынтығының һәм «Стәрлебаш балҡыштары» журналының биттәрен дә биҙәне. 2007 йылда иһә «Мин үҙем булып ҡалам» тип исемләнгән китабын баҫтырып сығарып, шиғыр һөйөүселәрҙе һәм яҡташтарын айырыуса шатландырҙы.

Ғаян хаҡындағы мәҡәләһендә Сара Дәүләтйәрова бына нимәләр яҙа: «Кис ултырып уҡып сыҡҡас, ысынлап та, уның үҙе булып ҡалыуына инандым. Шиғырҙарын һәр кем аңларлыҡ ябай телдә яҙған, геройҙары барыһы ла тормоштан алынған, тигән һығымта яһаным. Ғаян менән танышыуыма ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә уның һаман минең хәтеремдәгесә, ябай, кешелекле булып ҡалыуына ҡыуанам. Ижад шишмәһенең киләсәктә тағы ла ҡеүәтлерәк тибеүен, шиғри табыштары менән беҙҙе йышыраҡ ҡыуандырыуын теләйем».

Сара апаһының теләген тормошҡа ашырҙы Ғаян - яңынан өс китабы донъя күрҙе.

Ысынлап та, дөрөҫ яҙған Сара апа, китаптарҙағы шиғырҙарҙың береһен уҡыу менән икенсеһен, артабан өсөнсөһөн уҡыйһы килә һәм һуңғыһына тиклем бер тында уҡыла. Сөнки автор донъяға күңел күҙе менән ҡарай, күргәндәрен йөрәге аша үткәреп, әйтәһе фекерен, ысын шиғыр талап иткәнсә, шиғри юлдарға һала. Һүҙ тылсымының серен, көсөн яҡшы белә Ғаян.

Ниндәй генә темаға алынмаһын, тыуған төйәгенә һөйөү, ата-әсәһе, туғандары, таныш-белештәренә мәҙхиәләр, көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсеп, әсе хафаға һалған хәләлен юҡһыныуҙан тыуған кисерештәре, бөгөнгө ҡатмарлы тормош хаҡында уйланыуҙар, драматик күренештәр - әҙәпһеҙлек, ғәҙелһеҙлек, йүнһеҙлек, түрәләрҙең урлашыуҙары, милләттәр араһындағы дуҫлыҡ проблемаһы ярылып ята. Улар барыһы ла тулҡынландыра, тәрән мәғәнәһе фекерҙәре, халыҡсан образ, йүгерек тел, тапҡыр сағыштыруҙар һоҡландыра, аһәңле лирикаһы күңелдәргә хуш килә һәм авторға ҡарата хөрмәт тыуҙыра. Бына шундай маһир шағир ул Ғаян Арыҫланов.
Читайте нас: