Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2018, 13:01

Китапханала яңы тәҙрәләр

Район биләмә-ара китапханаһында тәҙрәләрҙе алмаштырыу проблемаһы күптән бар ине. 1974 йылда төҙөлгән китапхананың (584 кв.м. майҙанлы бина) тәҙрәләре ныҡ иҫкергән. Ағас рамлы ҙур тәҙрәләге ярыҡтар араһынан ҡыш көнө һыуыҡ ел өргәндә, китапхана хеҙмәткәрҙәре тәҙрәләрҙе төрлөсә йылытып ҡарай. Йыйыштырған ваҡытта бинаны елләтеү йәки тәҙрәләрҙе йыуыу өсөн уларҙы асыу проблемалы һәм хәүефле ине.

Ағымдағы йылда тәҙрәләрҙе алмаштырыуға 391 мең һум аҡса бүленгән: 190 мең - республика һәм 201 мең һум - урындағы бюджеттан. «Стройинжиниринг» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре яңы быяла пакеттарҙы монтажлау эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарған. Хәҙер бинаның тышҡы һәм эске күренеше бөтөнләй ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Оҫталар киң тәҙрә төптәре һәм таяуҙар ҡуйған. Яңы тәҙрәләр китапханаға тағы ла күберәк йәм өҫтәй, уҡыусылар өсөн уны яҡтыраҡ, иркенерәк күрһәтә.
Читайте нас: