Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2018, 13:00

Башҡортостандың иң әүҙем ғаиләһе республика Башлығынан еңел автомобиль аласаҡ

8 июлдә, Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә «Башҡортостан» лафстайл-үҙәге майҙансығында «Үрнәк ал» социаль әүҙем ғаиләләр конкурсы иғлан ителде. Еңеүсегә Башҡортостан Башлығынан автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурстың башланыуы тураһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Бәйгегә ҡала йәки райондың йәмәғәт тормошонда, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшендә әүҙем ҡатнашҡан йәки ирекле эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ғаиләләр саҡырыла. Ул БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Башҡортостан» телерадиокампанияһы (БСТ телеканалы) менән берлектә үткәрелә.

Бының өсөн 8 июлдән 9 сентябргә тиклем ғаиләгеҙҙең социаль йәһәттән әүҙем эшмәкәрлеге тураһында видео материал төшөрөп, уны YouTube, Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәлә (#Берипример хэштегы менән) урынлаштырырға кәрәк. Артабан bash.news сайтындағы конкурстың сәхифәһендә ғариза тултырыу, видеоматериал урынлаштырыуға һылтанманы күрһәтеү шарт. Әйткәндәй, роликты рус, шулай уҡ башҡорт телендә төшөрөргә мөмкин. Видеоның оҙайлылығы бер минуттан артмаҫҡа тейеш.

Ғаиләләр Интернет селтәрендә йәмәғәтселек вәкилдәренең, шулай уҡ махсус комиссияның тауыш һаны буйынса өс этапта һайлап алына. Иң күп мәрәй йыйған ғаилә еңеүсе тип таныла. Уға еңел автомобиль һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.

Конкурсты үткәреү тураһында положение менән bash.news сайтында конкурс сәхифәһендә танышырға мөмкин, унда конкурста ҡатнашыу буйынса ентекле шарттар күрһәтелгән.
Читайте нас: