Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2018, 11:07

Ихлас күңелле һәм ғәҙел кеше булды

Зөфәр Фәйзрахман улы Дәминов - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе, ул байтаҡ йылдар район элемтә узелына етәкселек итә. Ул - тырышлығы, эшһөйәрлеге, ныҡышмалылығы арҡаһында ябай эшсенән етәксе вазифаһына күтәрелгән, районда заманса элемтә төрҙәре эшләһен өсөн күп көс һалған кеше. 1 августа Зөфәр Фәйзрахман улына 70 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йыл элек ул мәрхүм булды. Әммә туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, район халҡы күңелендә уның изге эштәре тураһында иҫтәлек һаҡлана.

Мөхәмәтдәмин ауылында Дәминовтар ишле ғаиләләрҙең береһе була. Татыу һәм егәрле Фәйзрахман менән Фатиманың 12 балаһы тыуа. Әммә, уларҙың туғыҙы бала саҡта уҡ вафат була, был һуғышҡа тиклем, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа йыш күренеш була. Уларҙың күптәре - һуғыш ваҡытында яҡты донъянан китә. Фәйзрахманды һуғышҡа алғас Фатима, ҡанатһыҙ ҡош кеүек, балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бәрелеп-һуғыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... аслыҡ-яланғаслыҡ, асептик ангина ул ваҡытта олоһон да, кесеһен дә аямай.

Дәминовтарҙың иҫән ҡалған өс балаһы - Әнүәр, Зөфәр һәм Нурия араһында Зөфәрҙәре башҡаларынан айырыуса айырылып тора. Ул бик ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ була, уға бөтөн әйбер ҙә еңел бирелә. Уҡыу менән малай мауыҡмай, әммә башҡаһында уға тиңдәр булмай. Техника менән ҡыҙыҡһына, фотоға төшөрөргә ярата. Ата-әсәһе уға фотоаппарат бүләк иткәндән һуң, оҙаҡ уйлап тормайынса, өй баҙында оҫтахана эшләй, сөнки уларҙың йортонда һәр ваҡыт кеше күп була. Ә бында малай аулаҡ ҡала, был уның ғына үҙенсәлекле донъяһы була. Фотоға төшөрөү кәрәк-яраҡтарынан тыш, унда бик күп төрлө тимер-томор йыя, уларҙы хужалыҡта ҡуллана. Шуҡ малай шулай уҡ ағас һәм балта менән оҫта эш итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул нимәгә тотонһа ла, һөҙөмтә һәр ваҡыт яҡшы була.

- Ҡарағыҙ әле, Зөфәр шул тиклем әсәһенә оҡшаған, шундай уҡ егәрле, оҫта ҡуллы, - тиҙәр уның тураһында ауылда.

Һигеҙ класты тамамлағандан һуң, үҫмер Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 23 һанлы һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә, һуңынан Стәрлетамаҡ йылы изоляциялау тресында эш башлай. 1967 йылда егет армияға алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән ике йылда ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Хеҙмәткә юмор һәм уйын-көлкө яратҡан егет булып китә, һәм ир ҡорона инеп, етдиләнеп ҡайта, тирә-яҡ донъяға өлкәндәрсә ҡарай башлай. Өҫтәүенә, яңғыҙы ғына түгел, ә тормош иптәше Галина менән ҡайта.

Демобилизацияланғандан һуң, «Авангард» заводына контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика электрослесары булып эшкә урынлаша. Эшенән айырылмайынса бер йыллыҡ радиотелемеханиктар курсын тамамлай. Артабан дүрт йыл Пермь өлкәһенең Березняки ҡалаһында эшләй.

1973 йылда Дәминовтар Зөфәрҙең тыуған районына ҡайтырға ҡарар итә. Һәм ошо осорҙан хаҡлы ялға сыҡҡансы Зөфәр Фәйзрахман улы элемтә тармағында: электромеханик, цех начальнигы, баш инженер, район элемтә узелы етәксеһе булып эшләй.

Билдәләп үтергә кәрәк, ул район элемтә тармағын нығытыуға, уның матди-техник базаһын яңыртыуға, алдынғы технологиялар индереүгә ҙур тырышлыҡ һәм күп көс һала. Районда республикала тәүгеләр иҫәбендә ауылдарға телефон үткәреү эше (100 процент) тамамлана, һәм хатта иң алыҫ ауылдар халҡы ла Интернет селтәренән, цифрлы телевидениенан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Район территорияһы буйынса юғары технологиялы оптик-сүс элемтә линияһы һалына. Барыһы ла иң яҡшы сифатта эшләнһен өсөн, Дәминов Лондонда һәм Санкт-Петербургта квалификацияһын арттыра. Ул етәкселек иткән йылдарҙа предприятие республикала етештереү күрһәткестәре йомғаҡтары буйынса, шулай уҡ район мәҙәни-спорт ярыштарында һәм конкурстарында бер нисә тапҡыр еңеүсе була.

Элемтә өлкәһендә фиҙаҡәр һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн З.Дәминов 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе» юғары исеменә лайыҡ була. Зөфәр Фәйзрахман улы ниндәй генә вазифаларҙа эшләһә лә, етәкселек һәм хеҙмәттәштәре уны изге күңелле, ғәҙел, алдынғы ҡарашлы етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы, вазифа бурыстарын һәм йәмәғәт алдында гражданлыҡ бурысын намыҫлы башҡарыусы кеше булараҡ хәтерләй.

Ә эштән буш ваҡытта, көндәлек тормошта ул ниндәй булды?

- Бик кешелекле, изгелекле, асыҡ күңелле, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы, аҡыллы кәңәш биреүсе кеше булды, - тиҙәр бер тауыштан уның туғанары һәм, атап әйткәндә, туғаны Әлфиә Искәндәрова (Дәминова). - Сөнки тормошта уға барыһына ла үҙенә ирешергә тура килде. Әсәйҙәре бик иртә вафат булды. Уның армиянан ҡайтыуына атаһы олоғайып, Әнүәр ағаһы яҡты донъянан китә. Уның бер ниндәй ҙә ярҙамы булмай, ул үҙ юлын үҙе ҡора. Һәм был ғына түгел, ул беҙҙең остазыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ булды. Беҙ һәр ваҡыт уға мөрәжәғәт итә һәм уның ярҙамына иҫәп тота ала инек. Уның кеүек кешене көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табып булмайҙыр ул. Ярҙамы, терәк-таяныс булғаны өсөн уға ҙур рәхмәтлебеҙ.

... Йылдар артынан йылдар үтә. Алена ҡыҙҙары менән Ринат улдары үҫеп буй еткерә. Ә бына ғаилә тарҡала. Бындай хәл, үкенескә күрә, тормошта йыш була. Һәм Зөфәр Фәйзрахман улы Мөхәмәтдәмин ауылына атай йортона йәшәргә ҡайта. Атаһы ул ваҡытта иҫән булмай, ә йортта атаһының икенсе ҡатыны Ғәйникамал йәшәй, ул Зөфәрҙе үҙ улы кеүек ярата, ә ул уны әсәй тип йөрөтә.

Өс йыл Зөфәр Фәйзрахман улы тормош иптәше Мөнирә һәм Ғәйникамал инәй менән бергә татыу ғүмер итә. Һуңынан Ғәйникамал инәйҙең улы Фәнис һәм килене Ғәлиә менән уны һуңғы юлға лайыҡлы оҙаталар.

Уны ерләп ҡайтҡас, Зөфәр ауыл уртаһында ултырған өйҙө төҙөкләндерергә ҡарар итә, һәм бер нисә йылдан һуң уны танып та булмай. Яңы иркен, кирбес йорт, ҡаралты-ҡуралар, ихата, баҡса, тирә-яҡта сәскәләр - был өй бәләкәй генә ауылдың ысын биҙәгенә әүерелә.

Ә Зөфәр Фәйзрахман улы умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә башлай, мал-тыуар аҫрай. Бала саҡтан эшләп үҫкәнгә күрә, ул һуңынан да бер минут эшһеҙ ултырмай. Бөтә эште үҙе башҡара, сөнки тәртип ярата. Бер үк ваҡытта 66 йәшенә тиклем төп эшендә эшләй, район Советы депутаты була, ҙур йәмәғәт эше алып бара. Ул һәр ваҡыт граждандарҙың үтенестәренә һәм һорауҙарына иғтибарлы була, уларҙың проблемаларын хәл итергә тырыша. Тормош иптәше Мөнирә менән Зәриә ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтерәләр.

- Ул һәр ваҡыт тормошто, туғандарын, тәбиғәтте, юмор, уйын-көлкө менән һөйләргә яратты, дәртле, алдынғы ҡарашлы булды. Киләсәккә ҙур пландар менән йәшәне. Бергә 20 йыл татыу ғүмер кисерҙек, улар бер мәл кеүек үтеп тә китте. Зөфәр ысын ир-егет, ышаныслы терәк-таянысыбыҙ, хәстәрлекле, иғтибарлы, йомарт ғаилә башлығы булды, - ти һөйөклө ире тураһында Мөнирә Гәрәй ҡыҙы. - Уның ҡапыл вафат булыуы беҙҙең өсөн ҙур фажиғә булды. Беҙ бының менән бер нисек тә килешә алмайбыҙ. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.

Эш ваҡытында миңә бик күп тапҡыр Зөфәр Фәйзрахман улы менән аралашырға тура килде. Уның ашыҡмай, яйлап ҡына әңгәмә алып барыуы, төплө белемле, зыялы, изгелекле булыуы, коллективына ҡарата яҡшы мөнәсәбәте миндә уға ҡарата хөрмәт уята ине. Ул ысынлап та үҙ эшенең оҫтаһы һәм яҡшы кеше булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере оҙон түгел, әммә сағыу, изге эштәр менән һуғарылған булды. Зөфәр Фәйзрахман улы ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин.

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: