Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2018, 10:53

Республикала туризм

Рәсәйҙә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү зарурлығы тураһында бөгөнгө көндә иң юғары кимәлдә фекер алышалар. Туристик кластерҙар булдырыу - илгә йәки уның айырым төбәгенә туристар ағымын арттырыуға ысынлап та ярҙам иткән ысулдарҙың береһе булып тора. Кластерға берләшкән ойошмалар тәҡдим ителгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтеп, бер йүнәлештә берҙәм эш итә, был иһә баҙарҙың конкуренцияға һәләтен арттырырға һәм донъя кимәленә сығырға ярҙам итә.

Башҡортостан Республикаһы эске туризмды үҫтереү өсөн ете туристик-рекреацион кластер («Өфө», «Бөрйән», «Урал риүәйәте», «Асылыкүл», «Ҡандрыкүл», «Нөгөш», «Павловск һыуһаҡлағысы») булдырҙы, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле: ҡайҙалыр спорт туризмы, һыуҙа ял итеү, тау саңғыһы спорты, ландшафт, эшлекле туризм ойошторолған. Кластер объекттары составына бик күп шифахана-курорт йүнәлешендәге объекттар, ҡурсаулыҡтар, минераль һыуҙар, күлдәр, шишмә сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡылары, мәмерйә һәм шарлауыҡтар инә. Үҙенсәлекле иҫтәлекле урындарҙан тыш, бында күңел асыу комплекстары, ресторандар, кинотеатрҙар, аквапарктар, СПА-комплекс, Динопарк, зоопарк, картинг-үҙәк һ.б. бар.

«Яҡтыкүл» курорты - әүҙем ял итеү һәм шифахана-курорт дауаланыу мөмкинлектәрен берләштерә, шулай уҡ һауыҡтырыу һәм күңел асыу программаларының бик күп төрөн тәҡдим итә.

«Абҙаҡ» курорты - ул елдән тауҙар менән ҡапланған, айырым курорт ҡаласығына оҡшаған, был курортта арҡандан эшләнгән юлдар һәм тау трассалары бихисап ял итеү һәм күңел асыу урындарын тоташтыра.

«Морат тауы» саңғы үҙәге - Көньяҡ Уралда иң тәүге тау саңғыһы үҙәктәренең береһе, ул Белорет ҡалаһы эргәһендә, Морат тауының төньяҡ һәм көньяҡ һырттарында урынлашҡан.

«Асы» шифаханаһы - Башҡортостандың Белорет районында урманлы зонала урынлашҡан бальне-терапевтик тау яны шифаханаһы. Асы ауылында, Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан.

«Ирәмәл» тәбиғи паркы - был үҙенсәлекле, хозур тәбиғәтле урын Башҡортостандың Белорет һәм Учалы районы биләмәләрендә, Силәбе өлкәһе менән сик буйында урынлашҡан. Парк территорияһы дүрт маршрутҡа бүленә: Ҙур Ирәмәл, Бәләкәй Ирәмәл, Төлөк һәм Тығын һаҙлыҡтары. Бында туристарға йәйәүле, велосипедта һәм атта һыбай маршруттар тәҡдим ителә.

Ҡағы ауылы (Белорет районы) - ауыл территорияһында 1898 йылда һалынған билдәле Изге Никольский ҡорамы урынлашҡан. Туристар бында хозур тәбиғәт, шулай уҡ походҡа йөрөү йәки йылғала кәмәләрҙә йөҙөү өсөн килә. Бында Шүлгәнташ мәмерйәһенә маршрут үтә.

Динопарк (Төньяҡ Үләнде күле) - «Күңелле Дино» мажаралар паркы, был мауыҡтырғыс донъяла һәр кем боронғо мөхиткә сумып, динозаврҙар һәм бөжәктәр менән яҡыныраҡ таныша ала.

Шүлгәнташ ҡурсаулығы - Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ. Ҡурсаулыҡ йылына 30 меңдән ашыу туристы йәлеп итә һәм хаҡлы рәүештә Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә иң сағыу тәбиғи ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә - тотош Көнсығыш һәм Үҙәк Европала был мәмерйәгә оҡшаш мәмерйәләр юҡ.

Йомағужа һыуһаҡлағысы - Ағиҙел йылғаһанда һыуһаҡлағыс; Йомағужа ГЭСы өсөн һыу туплай. Күгәрсен районында урынлашҡан. Һыуһаҡлығыстың быуаһы оҙонлоғона 605 м, бейеклегенә 65 м. Һыуҙың үрге һәм түбәнге кимәле 63 метрға айырыла. Быуалағы дөйөм һыу йөҙө майҙаны - 35,6 кв.км. Ул ике яҡлап та бейек, бик матур ҡаялар менән уратып алынған. Уларҙың ҡайһылыр ерендә тау ҡыуышлыҡтары һәм мәмерйәләр күренә, уларҙың иң ҡыҙыҡлыһы Театр мәмерйәһе.

Башҡортостан Уралы территорияһында экологик дуҫлыҡ туризм төрҙәрен генә үҫтерергә рөхсәт ителә, әммә ҡунаҡтарға халыҡ-ара сервис кимәле күрһәтелә. Һеҙ ысынлап та хозур ландшафтарҙан үткән һуҡмаҡтарҙан тулыһынса хәүефһеҙ йөрөй, һуңынан уңайлы отель бүлмәләренә ҡайта алаһығыҙ. Бындағы урындарҙың үҙенсәлекле тәбиғәте ҙур әһәмиәткә эйә - Башҡортостан Уралының ғәйәт ҙур территорияһы Байкал күле, Мысыр пирамидалары, Рим Колизейы һәм Италиялағы Альп тауҙары менән бергә Юнесконың Бөтә Донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.

Л.ЙӘРМИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: