Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2018, 10:52

Ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы

Район халҡы араһында тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән айырылып торған кешеләр байтаҡ. Ауыл халҡы хәтерендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҡты эҙ ҡалдырған Вәғиз Мөхәмәтшин да (һүрәттә) шундайҙарҙан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утыҙ йыл элек, 1988 йылдың 1 июлендә ул мәрхүм булды.

Ул Ҡабыҡҡыуыш ауылында донъяға килә. Бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡалған малайҙы туғандары тәрбиәләп үҫтерә. Бала саҡтан тырыш Вәғиздең белемгә ынтылышы көслө була, башҡаларҙан маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән айырылып тора. Һуғыш башланыу менән үҫмер егет колхозда төрлө эштәрҙә ҡатнаша. Тиҙҙән егет хәрби хеҙмәткә алына. Уның туғандарына яҙған хаттары аша Вәғиздең милитаристик Япония менән һуғышта ҡатнашыуы билдәле була. Еңеүҙән һуң ул тыуған Ҡабыҡҡыуыш ауылына ҡайта. Вәғиз ағайҙың ыҫпай ғына, килешле һалдат кейемендә ҡайтҡан саҡтарын мин дә хәтерләйем. Егеттең оҫта ойоштороу һәләтен күреп, уны колхоз рәйестәр әҙерләү курстарына уҡырға ебәрәләр. 14 йыл Вәғиз Мөхәмәтшин «Маяҡ» колхозында рәйес вазифаһын биләй. Шул осорҙа фермалар, шулай уҡ мәҙәниәт йорто, мәктәп, көнкүреш йорто кеүек байтаҡ социаль объекттар төҙөлә. Колхозсылар өсөн өйҙәр һалдырҙы. 1978 йылда Табылды ауылы «Правда» колхозынан айырылғас, «Яңы юл» хужалығы ойошторола. Уның рәйесе итеп Вәғиз Мөхәмәтшинды һайлайҙар. Тәү сиратта, ул ике урамды тоташтырып, Күндерәк йылғаһы аша күпер һалдыра. Был суйын күперҙе ауыл халҡы уның һәм шул йылдарҙа юл төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләгән Сөләймән Фәйзуллин тураһында иҫтәлек кеүек ҡабул итә. Йәштәр ҡалаға китмәһен, тип Вәғиз Мәжит улы торлаҡ мәсьәләһен хәл итә. Шул йылдарҙа бында ла бик күп фатирҙар төҙөлә. Уларҙың күптәре өлкәнәйеп, бөгөнгө көнгә тиклем унда балалары һәм ейәндәре менән тирә-яҡты гөл-баҡса итеп матур йәшәй.

Эш шарттары яҡшырһын тип механизаторҙар өсөн МТМ бинаһы һәм «Алтын башаҡ» ашханаһы төҙөттө. Халыҡтың һаулығын хәстәрләп, медицина пункты төҙөлә. Улар әле лә ауыл халҡына намыҫлы хеҙмәт итә. В.Мөхәмәтшиндың планында мәсет төҙөү ҙә була.

Бер нисә йылдан һуң Табылды һәм Күндерәк ауылдары берләшеп, хужалыҡ-ара предприятиеһы ойошторола. Ҙур малсылыҡ фермалары төҙөлә, яҡын-тирәлә ул мал һимертеү буйынса эре комплексҡа әйләнә.

Вәғиз Мәжит улы Табылды ауылында эшләһә лә, тыуған ауылы тураһында онотмай. Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына, 1985 йылда, һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә Ҡабыҡҡыуыш ауылында мәҙәниәт йорто алдында һәйкәл төҙөлә. Был эштә уның да баһалап бөткөһөҙ өлөшө ҙур. Бында уҡ суйындан семәрләп эшләнгән ихата ҡуйыла. Бер нисә йыл элек, яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн, паркка Вәғиз Мөхәмәтшиндың исеме бирелә. Йыл һайын Еңеү көнөндә күптәр менән бер рәттән уның исеме лә телгә алына.

Уның вафатына 30 йыл үтте. Әммә беҙ уны Ҡабыҡҡыуыш һәм Табылды ауылдары тарихында яҡты эҙ ҡалдырған үҙ заманының һоҡланғыс кешеһе - абруйлы шәхесе булараҡ иҫкә алабыҙ. Ҡабыҡҡыуыш һәм Табылды ауылдары халҡы өсөн йәшәгән һәм изге эштәр ҡылған кеше тураһында тау башына ултыртылған ағастар, шулай уҡ ошо ауылдар халҡының ихлас рәхмәт һүҙҙәре һәр саҡ уны хәтергә төшөрә.

Фроза ИШЕМБӘТОВА, хеҙмәт ветераны. Табылды ауылы. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: