Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2018, 11:02

Аҡҡан һыу кеүек 50 йыл үтеп тә киткән

Класташтар менән осрашыуҙан да яҡшыраҡ, күңеллерәк нимә бар? Бергә күрешеп, сағыу мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөү кемгә ҡыҙыҡ булмаҫ ине тип әйтерһегеҙ!

1968 йылдың яҙы. Беҙ, 10 «А» һәм «Б» кластарын тамамлаусылар имтихандарҙы биреп, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Шул ваҡыттан алып 50 йыл үткән! Ошо йылдарҙа беҙ бәйләнеште өҙмәнек, бер-беребеҙгә хаттар яҙҙыҡ, телефондан аралаштыҡ, һәр биш йыл һайын осрашырға тырыштыҡ.

Класс етәкселәребеҙ Факия Баян ҡыҙы һәм Мария Петровна арҡаһында ике параллель класс бик дуҫ булды. Беҙ һәр ваҡыт уларҙы ҙур йылылыҡ һәм хөрмәт менән иҫкә алабыҙ һәм беҙҙе берләштерә алғандары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ, сөнки беҙҙең дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итә.

Класташтарҙың осрашыуын, ҡағиҙә булараҡ, Стәрлебашта йәшәгәндәр ойоштора. Быйыл был «миссия»ны Рима Хәсәнова менән Әлфиә Тайғонова башҡарҙы. Шулай итеп, барлыҡ эштәрҙе ситкә ҡуйып, билдәләнгән көндә һәм сәғәттә беҙ тулҡынланып класташтар менән осрашыуға ашыҡтыҡ.

Еңеү паркында йыйылышҡас (һүрәттә), күмәкләшеп 1-се урта мәктәпкә киттек, бында беҙҙе Владимир Ғәлиев (беҙҙең инглиз теле буйынса уҡытыусыбыҙ) ҡаршыланы, ул мәғариф бүлегендә музей буйлап экскурсия үткәрҙе. Мәктәп өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөү, элекке фотоһүрәттәрҙе ҡарау, уй менән мәктәп йылдарына йәнә ҡайтыу күңелле булды.

Артабан сара кафела дауам итте, бында беҙ яҡыныраҡ аралаша алдыҡ. Сөнки беҙҙең арала осрашыуға тәүге тапҡыр килгәндәр ҙә бар ине! Мәҫәлән, Йәмилә Назарова Үзбәкстандан ҡайтҡайны. 30 йылдан ашыу Нижневартовскийҙа йәшәгән һәм эшләгән класташыбыҙ Рәфҡәт Ишбулдин да, ниһайәт, был юлы осрашыуға килә алды. Беҙҙең арала шулай уҡ осрашыуға тәүге тапҡыр килгән Марс Байбулдин булды. Ул Стәрлетамаҡта йәшәй, күптән түгел Ҡаранай ауылына күсеп ҡайтҡан.

Һәр ҡайһыбыҙ осрашыуға шат ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыбер бөтәһен дә йыйып булманы. Төрлө сәбәптәр менән кемдер килә алманы. Ҡайһы бер иптәштәребеҙ бик иртә яҡты донъянан киткән, беҙ уларҙы яҡшы һүҙ менән иҫкә алдыҡ.

Осрашыу йылы, уңайлы мөхиттә үтте. Берәү ҙә тормош ауырлыҡтарына, сирҙәргә зарланманы, һәм ваҡытты күңелле кәйеф, йыр-моң, уйын-көлкө менән үткәрҙек. Беҙгә 70 йәш тирәһе булһа ла, беҙ күңелебеҙ менән йәш, дәрт-дарманлы!

Бына һаубуллашыу ваҡыты етте, ә әйтелмәгән һүҙҙәр, хәтирәләр бихисап... Ә был, дуҫтарым, яңы осрашыу өсөн яҡшы сәбәп!

Марина СӘҒИТОВА, Стәрлебаш ауылы. М.Сәлихова фотоһы.
Читайте нас: