Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2018, 11:50

Йылдар уға кәртә түгел

Зәки Зәйнуллин. Был исем беҙҙең район халҡына ғына түгел, Башҡортостан, Татарстан Республикаларында һәм Латвияла күптәргә яҡшы таныш. Ғалим, яҙыусы, Стәрлебаш районының Почетлы гражданины Зәки Лотфулла улына 10 июлдә 85 йәш тулды. Уның юбилей көнөндә район Мәҙәниәт йортонда үткән аҡһаҡалдың ижад кисәһе ошо әһәмиәтле датаға бағышланды.

Тамаша залында ут һүнә һәм йыйылыусылар бер нисә минутҡа иҫ киткес тамаша - бөркөт осоуын күҙәтә. Ғорур, азатлыҡты яратыусы ҡош, ҡанаттарын киң йәйеп, ер - урмандар һәм йылғалар, тауҙар өҫтөндә оса. Оло юбилейын билдәләүсе Зәки Зәйнуллин ошо ҡошҡа оҡшаш! Шундай уҡ ғорур, азатлыҡ һөйөүсән, принципиаль, үҙ фекеренә эйә булған һәм уны ниндәй ҙә хәлдә аҙағына тиклем яҡлаусы кеше ул. Аҡ күлдәк, ысын мосолманға хас башына таҡыя кейгән, райондың Почетлы гражданины тигән ҡыҙыл таҫма таҡҡан Зәки Лотфулла улы көслө алҡыштар аҫтында лайыҡлы хөрмәт күреү һәм үҙенә ҡарата изге, йылы һүҙҙәр, теләктәр ишетеү өсөн сәхнәгә күтәрелде.

- Стәрлебаш таланттарға бай, ул тиҫтәләрсә шағир һәм яҙыусылар үҫтергән. Улар араһында Зәки Зәйнуллин айырым урын биләй. Элекке хәрби, полковник (ул бик күп йәшерен асыштар яһаған) үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында яҙыусылар составына бик тиҙ ҡушылып, улар араһында үҙ кешегә әүерелеп кенә ҡалмай, ә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 21 китап яҙып, уҡыусылар араһында популярлыҡ һәм танылыу яулай, - тип билдәләне кисәне алып барыусы Зөлфиә Ғиззетдинова. Һәм уны бөркөт менән сағыштырған матур шиғырын бағышланы уға.

- Зәки Лотфулла улы - маҡсатҡа ынтылыусан кешенең ниндәй бейеклектәргә ирешә алыуының сағыу миҫалы, - тип билдәләне, сарала сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров. - Башҡорт ауылынан сыҡҡан татар егете ихтыяр көсө арҡаһында тормошта күп нимәгә ирешә. Уның холҡонда берәүҙә лә булмаған үҙенсәлекле сифат бар - ул бөтәһенә ҡарағанда ла тыуған районын нығыраҡ ярата һәм данлай, был һүҙҙәрем өсөн башҡа яҙыусылар миңә үпкәләмәһен. Уның китаптараның күбеһе Стәрлебаш районына һәм уның кешеләренең яҙмыштарына бағышланған. Хатта Зәки ағай сит яҡтарҙа йәшәгәндә лә, ул күңеле менән яҡташтары йәнәшәһендә булды. Уның арҡаһында билдәле мәҙрәсәләрҙең төйәге - Стәрлебаш тураһында Латвияла, Башҡортостанда һәм Татарстанда ғына түгел, хатта унан ситтә лә яҡшы беләләр. Шуға ла ул ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ.

Юбилярҙы ҡотлап, Фәнүр Зөфәр улы уға киләсәктә илһам, ҡаурый тотор өсөн ҡулдарының ныҡ булыуын, сәләмәтлек, тағы бихисап матур әҫәрҙәр яҙыуын теләп, иҫтәлекле бүләк һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Зәки Лотфулла улы - тыуған еренең ысын патриоты булыуы тураһында был көндө күптәр әйтте. Улар иҫәбендә М.Аҡмулла исемендәге район премияһын булдырыусы Йәғәфәр Хисмәтуллин да булды. Сөнки юбиляр район гәзитенең элекке мөхәррире Фәйзи Ғүмәровтан һуң районда беренселәрҙән булып әҙәбиәт өлкәһендә ошо премияға лайыҡ була. Шул иҫәптән урындағы яҙыусылар һәм шағирҙар, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзалары Рәфҡәт Рысаев һәм Хисаметдин Исмәғилев, Тәтер-Арыҫландан Фәнис Ибраһимов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева, район халҡы уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр белдерҙе.

Күрше Татарстан Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары ихлас булды. Булат Ибраһимов, Рифа Рахман һәм Александр Долгов Бөтә донъя татарҙар конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закировтың Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

- Зәки Лотфулла улы ялағай, ошаҡсы кешеләрҙе йәне һөймәгән һиҙгер, ихлас, тура һүҙле кеше. Ҡазан унан һуң етемһерәп ҡалды. Пушкиндың - Болдино, Туҡайҙың - Ҡырлайы булған, ә Зәки ағайҙың ғүмерлек һөйөүе Стәрлебаш. Ул яратҡан ауылы тураһында шул тиклем күп яҙа, хатта экциклопедияға инде, стәрлебаштар ошондай патриоты булыуы менән бәхетле, - тине улар.

Рифа Рахман Зәки ағай Ҡазанда йәшәгәндә уның менән сәй эсеүҙәрен хәтергә төшөрҙө, уларҙың йорттары ҡапма-ҡаршы урынлашҡан була. Бергәләшеп төрлө темаға ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора улар. Хәҙер миңә шундай ихлас һөйләшеүҙәр, уның төрлө ваҡиғаларҙы дөрөҫ һәм киҫкен баһалауы етешмәй, тине ул. Ҡунаҡтар юбилярға ихлас шиғырҙарын бағышланы. Уларҙың һәм балаларының кисәгә килеүе юбиляр өсөн оло шатлыҡ ине. Юбилярҙың балалары - улы Зөфәр килене Рәғиҙә менән атаһынан алыҫта - Латвияла, ә ҡыҙы Зөлфиә Стәрлетамаҡта йәшәй.

- Ғүмер буйына атайыбыҙҙан Стәрлебаш кеүек ауыл донъяла юҡ, ул иң яҡшыһы тигән һүҙҙәрҙе ишеттек. Бында йыш булмаһаҡ та, уны шулай уҡ яратабыҙ.

Атайыбыҙ - тормошта лидер, һаҡлаусы-яҡлаусы. Ул йә латыштарҙың, йә татарҙарҙың мәнфәғәттәрен яҡланы. Нимәгә тотонһа ла, ул һәр ерҙә уңышҡа ирешә, хөрмәт һәм абруй яулай. Уға Аллаһы Тәғәләнән һәләт, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм эшһөйәрлек бирелгән. Уның менән разведкаға ла барырға, яуға ла инергә мөмкин. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ һәм ошондай атайыбыҙ булыуға бәхетлебеҙ. Әгәр бөтә балаларҙың да атайҙары шундай булһа, ерҙә тормош күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип билдәләне улар. Бөгөн атайҙарын ҡараған Шәфҡәт Мамаликовҡа улар айырыуса рәхмәт белдерҙе.

Ә Миәкә районынан килгән ҡунаҡ - Юлай Минибаев, Зәки ағай тураһында һөйләп: «Ошо кешеләрҙән ҡаҙаҡ эшләргә ине, донъяла шунан да нығыраҡ ҡаҙаҡ булмаҫ ине» тип өҫтәне.

Шулай уҡ Гөлсирә Хисмәтуллина, Гөлнәзирә Травникова (Әмир ауылы), Мәғҙәниә Ғәббәсова, Зәйтүнә Ғәлиева, уның класташы Зөбәржәт Шәмсетдинова (Усманова) юбилярға ҡарата йылы, ихлас һүҙҙәр белдерҙе.

Ә Зәки ағай уға хас юмор менән сығыш яһаусылар тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. Киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. «Стәрлебаштың аҫыл улдары» романын яҙыуы һәм бының өсөн тәүлегенә 20 сәғәт эшләүен, шулай уҡ 85 йәшлек юбилейына үҙенә бүләк - 600 битле яңы китап сығарыуын әйтте һәм теләгән һәр кемгә китаптарын бүләк итте. Китаптарҙы баҫтырырға ярҙам иткән Александр Долговҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилярҙың сәләмәтлеге, планлаштырылғанса, автографтар бирергә мөмкинлек бирмәне, шуға ҡарамаҫтан бүләккә китап алыусылар ҡәнәғәт ҡалды. Кисә ихлас мөхиттә үтте, бында, һис шикһеҙ, сценарий авторы һәм кисәне алып барыусы Зөлфиә Ғиззетдинованың өлөшө ҙур. Рөстәм Ғәлиев, Зөлхизә Әсәҙуллина юбилярҙың яратҡан йырҙары менән сараны биҙәне. Шулай уҡ «Эстәрле» татар халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары З.Зәйнуллиндың «41нең арбалы хатыннары. Дауамы» пьесаһы буйынса спектаклдән өҙөк күрһәтте.

... Патриот. Скульптор. Полковник. Ғалим. Йәмәғәт эшмәкәре. Райондың Почетлы гражданины. Яҙыусы. Быларҙың барыһы ла - Зәки Зәйнуллин, - тине йомғаҡлау шиғырында Зөлфиә Ғиззетдинова. Ул шундай берәү! Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәтле Зәки Лотфулла улы.
Читайте нас: