Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2018, 11:54

Скандинав йөрөүе - сәләмәтлеккә юл

Физкультура һәм спортҡа нигеҙ һалыусы Пьер де Кубертен: «Хәрәкәт - ул тормош, ә бәлки күберәктер ҙә» тигән. Был һүҙҙәр бөгөнгө тормошобоҙҙа ла көнүҙәк. Йылдан-йыл донъя берләшмәһе яңы хәрәкәт төрҙәрен эҙләй. Беҙҙең илдә «Скандинав йөрөүе» популярлаша бара.

80-се йылдар башында аэробика тип аталған физик әүҙемлек модаға инде. Әммә ул йәшерәк, спорт менән шөғөлләнеүсе һәм күнекмәләр яһаған кешеләргә тап килә. Аэробиканан айырмалы рәүештә яңы «Скандинав йөрөүе» хәрәкәте ниндәй ҙә йәштәге кешеләргә ҡулай.

Район спорт комитеты рәйесе, БР атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Р.Л.Яруллин әйтеүенсә, был яңы хәрәкәт төрө менән беҙҙең районда күптәр шөғөлләнә, айырыуса Стәрлебаш, Баҡый, Әмир, Иҫке Ҡалҡаш, Яңы Ҡалҡаш, Табылды ауылдары халҡын билдәләп үтергә кәрәк. Көн һайын скандинав йөрөүе менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең һаны артыуы шатландыра. Баҡый ауылында сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусы пенсионерҙар Ғәлиә Хөбөтдинова, Фәйрүзә Абсаттарова, София Хәбирова, Сәлимә Зәликәева, Фәриҙә Байтимерова, Зөмәрә Яппарова бына нимә һөйләй:

- Буш ваҡытта ҡулдарға таяҡ тотоп сығабыҙ. Бер нисә километр үткәндән һуң үҙебеҙҙе яҡшы хис итәбеҙ! Был - үҙе бер кинәнес!

Скандинав йөрөүе - артыҡ ауырлыҡты ташлау, ҡанды йүгертеү, ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн яҡшы ысул. Бынан тыш, ул йөрәк мускулдарын нығыта, кәйефте, йоҡоно яҡшырта, эмоциональ көсөргәнеште бөтөрә.

Июнь айында Өфөлә «Хәрәкәт азатлығы» скандинав йөрөүе фестивале булды. Был проект киләсәктә лә хупланһын, шул иҫәптән, район халҡы тарафынан да. Әйҙәгеҙ, скандинав йөрөүе менән шөғөлләнәйек. Өҫтәүенә, был хәрәкәт формаһы менән төрлө миҙгелдә шөғөлләнергә мөмкин. Ышанығыҙ, һеҙҙе бик күп күңелле мәлдәр көтәсәк!
Читайте нас: