Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2018, 11:48

Балалар автокреслоһын нисек һайларға?

Бәләкәй балалар менән шәхси автомобилдә сәйәхәт ҡылғанда, ата-әсәләр ҡайһы бер проблемаларға юлыға. Уларҙың беренсеһе, әлбиттә, кескәйгә нисек уңайлы һәм хәүефһеҙ сәйәхәт тәьмин итергә. Баланы юл буйына ҡулда тотоп барыу бик уңайлы түгел, ә ғәҙәти ҡайыш авария булған осраҡта уны бер нисек тә һаҡлай алмаясаҡ. Тап шуның өсөн балалар өсөн автомобиль креслоһын уйлап табалар. Әйткәндәй, ул автомобиль өсөн йыһаз ғына түгел, ә балаларға юлда уңайлы йөрөү нигеҙе булып та тора. Шуға ла уны нисек дөрөҫ һайларға кәрәклеген белеү зарур.

Балалар автокреслоһы ауырлыҡ категорияһына ҡарап, төркөмдәргә бүленә.

0 төркөм 10 кг аҙыраҡ ауырлыҡтағы балаларға эшләнгән. Был креслолар 9-12 айлыҡ күкрәк балалар өсөн ҡулланыла, шуға ла улар бишек кеүегерәк эшләнгән, уның эс тирәһендә ҡаптырыла торған ҡайышы, башты һәм ҡояштан һаҡлағыс бар. Кресло артҡы ултырғыста урынлаштырылған махсус кронштейндарға ҡайыш ярҙамында эләктерелеп ҡуйыла.

0+ төркөм 13 кг тирәһендә ауырлыҡтағы кескәйҙәр өсөн. Бындай креслоның торошон көйләү мөмкинлеге бар. Бала йоҡлағанда уны горизонталь, ә ултырып барғанда күтәреп ҡуйырға мөмкин. Автокреслоның тотҡаһы бар һәм уны баланы һалып алып йөрөү сараһы булараҡ та ҡулланырға була. Уны балалар коляскаһы менән комплектта һатып алырға мөмкин.

1 төркөм 9-18 кг ауырлыҡта балалар өсөн иҫәпләнгән. Бындай креслоларҙың барыһының да һаҡлағыс ҡайыштары бар һәм оҙайлы юлда булғанда бик уңайлы, сөнки уны төрлө торошҡа көйләргә мөмкин. Таянғыстар һәм юғары борттары өҫтәмә уңайлылыҡ шарттары булдыра.

2-3 төркөм 15-35 кг ауырлыҡта балалар аҫтына һалыу өсөн ҡулланыла. Улар кескәй пассажирҙы бер аҙ күтәртеп, машиналағы ғәҙәти хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктереп ҡуйырға мөмкинлек бирә. Уны автомобиль хәрәкәте барышы буйынса тик артҡы ултырғысҡа ғына ҡуялар.

1-2-3 төркөмгә һаҡлағыс ҡайыштары менән универсаль креслолар инә, улар 8-25, шулай уҡ 36 килограмм ауырлыҡтағы балаларға һәйбәт буласаҡ. Креслоның артын кәрәк булһа алырға мөмкин, ә баш аҫтына ҡуйғыс төрлөсә көйләнә.

Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар автокреслоһын һайлар алдынан бихисап варианттарҙы ҡарай, улар араһында ҡулдан һатылғандар ҙа бар. Әммә, бындай автокреслоны һатып алыу - бушҡа аҡса сарыф итеүгә тиң. Уларҙа тәү ҡарашҡа күренмәгән ватыҡлыҡтар һәм етешһеҙлектәр булыуы, шулай уҡ ниндәйҙер мөһим әйберҙәренең булмауы мөмкин.

Балалар автокреслоһын нисек һайларға тигән ата-әсәләргә ике хәүефһеҙлек ҡайышы ғына аҙ булыуын оноторға ярамай. Улар киң, У-формаһында, баҫымды йомшартыу өсөн махсус эшләнгән булырға тейеш.

Ҙурыраҡ кескәйҙәр өсөн әйбер ҡуйыр өсөн махсус өҫтәл файҙалы буласаҡ, ул балалар автокреслоһына беркетелә. Иң бәләкәстәр өсөн ямғырҙан, серәкәйҙән һаҡлағыстар, мендәр-бубликтар һатып алырға мөмкин.

Балалар автокреслоһы һатып алыр алдынан уға кәрәк булырҙай әйберҙәр тураһында тағы бер тапҡыр уйланырға кәрәк. Мәҫәлән, уға өҫтәп баш аҫтына ҡуя торған яға һатып алырға була, сөнки машина ҡапыл туҡтаған осраҡта йоҡлап барған баланың башы алға эйелеп, муйын һәм умыртҡа һөйәгенә зыян килеүе ихтимал. Йоҡлау өсөн махсус яға эйәк аҫтына ҡуйыла, был бәләкәй сәйәхәтсегә хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итә. Өс йәштән бәләйҙәр өсөн аяҡтарына чехол кәрәк буласаҡ, был япма функцияһын үтәйәсәк.
Читайте нас: