Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2018, 11:42

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә - автосәйәхәт

Кисә, 23 июлдә, «Ынйы» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда бик йәнле ине - беҙҙең районда «Салют, Еңеү!» республика автосәйәхәтендә ҡатнашыусылар булып китте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә генә түгел, ә Һауа-десант ғәскәрҙәре булдырылыуҙың 88 йыллығына һәм Ҡыҙыл Армияның 100 йыллыҡ юбилейына бағышланды.

Автосәйәхәт башланғандан алып ҡатнашыусылар республиканың бер нисә ҡалаһында һәм районында булған, уларҙың һәр ҡайһыһында саралар программаһы әҙерләнгән: обелисктарға сәскәләр һалғандар, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр ветерандары үҫеп килеүсе быуын менән осрашҡан, уларға ысын парашюттар күрһәткән һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафтарында хеҙмәт тураһында һөйләгән.

Уҙған йәкшәмбе көндө, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында осрашыуҙан һуң, автосәйәхәттә ҡатнашыусылар беҙҙең районға килде. Беҙҙең райондың Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр ветерандары уларҙы ҡунаҡсыл ҡабул итеүе һәм төнгөлөккә урынлаштырыу мәсьәләһен үҙҙәренә алыуы һөйөнөслө. Киләһе көнөнә локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына сәскәләр һалыу булды. Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов сығыш яһаны.

- Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында, Еңеүҙең нисек яуланыуын, локаль һуғыштарҙа һәләк булған йәш егеттәрҙең исемдәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ, беҙ Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһын да хәтерләргә бурыслы. Күберәк ҡалалар һәм райондарҙы йәлеп итеп, эшегеҙ дауам итһен, - тип теләне улар сығыштарында ҙур булмаған митинг ваҡытында. Яуап һүҙендә «Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм БР махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Альберт Шәймөхәмәтов стәрлебаштарға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, йәмәғәт ойошмаһы исеменән район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы, ветеран Илшат Нәҙершинды «Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәренең 88 йыллығы» миҙалы менән бүләкләне.

Сәскәләр һалғандан һуң йыйылыусылар тыныс күк йөҙө өсөн һуғышып, яу яланында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Традицияға ярашлы, берҙәм фотоға төшкәндән һуң, Һауа-десант ғәскәрҙәре флагтары һәм символикаһы менән автомобилдәр колоннаһы киләһе маршрут буйынса йүнәлде. Был ғәййәр ир-егеттәрҙе түҙемһеҙлек менән Дәүләкәндә көтәләр ине.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: