Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2018, 12:08

Һаҡ булығыҙ! Ҡош киҙеүе!

Рәсәй Федерацияһы территорияһында ҡош киҙеүе вирусының 49 юғары-патоген сығанағы теркәлеүе тураһында Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хәбәр итә.

Ошо сирҙең һуңғы осрағы күрше Ырымбур, Силәбе һәм Татарстан Республикаһының Дрожжановский, Кайбицкий һәм Тетюшский райондарында граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында теркәлгән. Ҡош киҙеүе беҙҙең республика территорияһына ла инеүе ихтимал.

Ҡош ҡиҙеүе - йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу ул.

Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпайып тора. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора.

Ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә сирле ҡошҡа ҡағылғанда, йәки сирле ҡош йомортҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда йоғорға мөмкин.

Сир йоҡтормаҫ өсөн санкцияланмаған сауҙа урындарында ҡош-ҡорт ите һәм йомортҡа, бер ҡасан да сит өлкәләрҙән һәм республикаларҙан теркәлгән документтары булмаған ерҙән тере ҡош-ҡорт, айырыуса себештәр һатып алмағыҙ. Ҡош-ҡортта йоғошло ауырыу билдәләре күренһә йәки быға шик тыуһа, ҡоштар күпләп үлһә, тиҙ арала 2-22-80 телефоны буйынса Стәрлебаш ветеринар станцияһына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Стәрлебаш район ветеринар станцияһы.
Читайте нас: