- Нәзиф Нурулла улы, ошо программа тураһында ҡыҫҡаса һөйләгеҙ әле.
- Беҙҙең был программаға инеүебеҙ - халыҡ өсөн ҙур уңыш. Сөнки улар сығымдарҙың 10 процентын ғына түләйәсәк. Программа булмаһа һәр фатир эйәһенә фатирҙарына йылылыҡты үткәреү өсөн 200 мең һум тирәһе түләргә тура килер ине. Айырманы һиҙәһегеҙме?
Кәрәкле проект документацияһын рәсмиләштереүгә ике йыл үтте. Уға ярашлы, район үҙәгендә 25 ике ҡатлы күп фатирлы йортта һәр фатир йылытыу системаһына күсәсәк. Шуларҙың 2018 йылда - Әхмәтов, Мәктәп, Октябрҙең 50 йыллығы һәм Ленин урамдарында 19 һәм 2019 йылда - алты йорт. Шулай уҡ 2019 йылда ике блок ҡаҙанлыҡ ҡуйыу планлаштырыла. Шуларҙың береһе Ленин урамында, 122 һанлы йорт эргәһендә, икенсеһе - урындағы колледж (элекке 107 һанлы һөнәрселек училищеһы) территорияһында буласаҡ. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан яҡынса 75 млн. һум бүленгән, район бюджетынан софинанслау - 4 млн. 394 мең һум һәм халыҡтан - 8 млн. 794 мең һум. Шуларҙың төп өлөшөн - яҡынса 60 млн. һум сумманы ағымдағы йылда үҙләштереү планлаштырыла.
- Ағымдағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарылған?
- Эштәрҙе «Башкоммунприбор» Өфө акционерҙар йәмғиәте башҡара. 17 июлгә ҡарата Стәрлебашта биш бригада эшләй. Икеһе - йылытыу системаһын демонтажлау (98% эш башҡарылған), икеһе - төтөн юлы, газ торбалары өсөн стеналарҙы тишеү (80%), береһе - тыш яҡтан газ үткәргестәр ҡуйыу (50%) менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә шәхси газ йылытыу ҡуйыласаҡ барлыҡ фатир хужалары газ ҡаҙанлыҡтары алған. Радиаторҙар һәм торбалар һатып алынған (100%). Ошо көндәрҙә улар йорт хужаларына илтеп биреләсәк һәм оҙаҡламай улар ҡуйыла башлаясаҡ.
- Күптәрҙе: «Аҡса нимәгә йыйылды?» тигән һорау борсой.
- Проект эштәрен башҡарыу өсөн 3900 һум, уға өҫтәп тағы 21 336 һум аҡса йыйҙыҡ. Улар - иҫке йылытыу системаһын демонтажлауға, яңыһын монтажлауға һәм ҡаҙанлыҡтың үҙенең хаҡы (газ ҡаҙанлығы, газ плитаһы, радиаторҙар, торбалар). Әгәр магазиндарҙа газ ҡаҙанлығының ғына хаҡы 30 мең һумдан күберәк булыуын иҫәпкә алһаң, халыҡтың күпме аҡсаһы янында ҡалыуы күренеп тора. Әммә бында тағы бер, иң мөһим ыңғай яҡ барҙыр, моғайын - яңы система эшләй башлағас фатир хужалары йылылыҡ өсөн бер нисә тапҡырға аҙыраҡ түләй башлясаҡ. Был, әлбиттә, ғаилә бюджетында ыңғай сағыласаҡ. Әлеге мәлдә ошо эштәр барышында ваҡытлыса ауырлыҡтар кисергәндә был турала уйларға кәрәк.
- Ә фатир хужаларынан, тәү сиратта, нимә талап ителә?
- Күпселек эштәрҙе генподрядсы башҡарасаҡ. Әммә... вентиляция каналдарын таҙартыу һәм кәрәкле сымдарҙы ергә тоташтырыу яйланмаларын ҡуйыу (заземление) - подрядсы башҡарған эштәр исемлегенә инмәй. Улар халыҡ иҫәбенә башҡарылырға тейеш, сөнки күптәрҙең фатирҙары хосусилаштырылған. Мин белеүемсә, кемдер төтөн юлдарын үҙаллы таҙарта. Ә быны үҙҙәре эшләй алмағандарға «Жилищник» йәмғиәте һәм БДПО Стәрлетамаҡ филиалы Стәрлебаш участкаһы хеҙмәтсәндәре ярҙамын тәҡдим итә. Әлбиттә, бушлай түгел. Ҡором һәм сүп-сарҙы таҙартмайынса - 800, ошоларҙы таҙартыу - 1500 һум. Был эште мотлаҡ башҡарырға кәрәк. Әгәр төтөн юлдары эшләмәһә, хатта бөтә ҡоролмалар ҡуйылған булһа ла, тейешле күҙәтеү органдары тикшереү актына ҡул ҡуймаясаҡ, һәм фатирығыҙға газ тоташтырылмаясаҡ. БДПО телефоны: 2-28-11, 8-960-385-57-20 (Илдар Әхмәтшин).
- Эш барышында ниндәйҙер проблемалар булдымы?
- Иң мөһиме, ҡайһы бер намыҫһыҙ фатир эйәләре әлегә тиклем проект эштәре өсөн 3900 һум аҡса тапшырмаған. Бөгөнгө көндә уларҙың бурысы 173 400 һум тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, сумма аҙ түгел. Бурыстарын түләһендәр өсөн уларҙы яуаплылыҡҡа саҡырабыҙ. Эшселәр ҡайһы бер ваҡытлыса йәшәп торған фатирҙарға инә алмай. Уларҙың хужалары ял итергә киткән йәки билдәһеҙ сәбәптәр буйынса фатирҙарында булмай. Уларҙың барыһы ла эш барышында өйҙә һәм фатирҙарының асыҡ булырға тейешлеге тураһында алдан иҫкәртелде.
Шуны хәбәр итәбеҙ, ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу менән йылытыу системаһын монтажлау, тәү сиратта, фатир хужалары тулыһынса эштәр өсөн түләгән йорттарҙа башҡарыласаҡ. Ә проект, «Жилищник» йәмғиәте һәм «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП алдында бурыстары булғандарға - иң һуңғы сиратта.
- Һәм, әлбиттә, барыһын да эштәрҙе тамамлау срогы ҡыҙыҡһындыра.
- Эштәрҙе 30 сентябргә тамамларға планлаштырабыҙ.
- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Нәзиф Нурулла улы.
Рәйсә МУСИНА яҙып алды. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.