Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июль 2018, 12:12

Һынауҙар күтәрә белгән сабыр ҙа, түҙемле лә тыл хеҙмәтсәндәре

Беҙҙең Йәшергән ауылында бала һәм үҫмер саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән байтаҡ ҡына инәйҙәр йәшәй. Кис ултырыуҙар һәм киске уйындар урынына улар ваҡытын баҫыуҙа һәм фермаларҙа иң ауыр эштәр башҡарып үткәрә. Һуңынан да ир-егеттәр менән бер рәттән колхоздарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ете ҡат тирҙәре сыҡҡансы эшләй. Тормошта бик күпте күргән сал сәсле ошо тыл хеҙмәтсәндәренә уларҙың ғәйәт ҙур, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн күберәк хөрмәт күрһәтергә кәрәк ине лә бит. Улар үҙҙәре иһә бик тыйнаҡ, ошо йәшкә тиклем ғүмер итеүҙәренә һөйөнөп, һәр тыуған көнгә, ҡояшҡа, балаларына, күршеләренә рәхмәтле булып, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып, шөкөр итеп йәшәй. Мин шуларҙың икәүһе тураһында һөйләргә теләйем.

Минйыһан Булатова (һүрәттә) 1923 йылдың апрелендә донъяға килә. Һәм быйылғы йыл уның өсөн - юбилейлы. Йәшергән ауылынан иң оло һәм хөрмәтле ағинәйгә 95 йәш тулды. Бөгөн ул ҡыҙыМәҙинәнең ғаиләһендә ғүмер итә. Уның үҙенә һәм тиҫтерҙәренә үтергә тура килгән башҡа һыймаҫлыҡ һынауҙар тураһында хәтирәләрен тыңлаһаң ғәжәпләнерлек. Бәләкәй саҡтан уҡ улар өлкәндәргә бесән сабырға, сүп утарға, көтөү көтөргә ярҙамлаша, бер һүҙ менән әйткәндә, йорт мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала, колхоз эштәрендә лә ҡатнаша. Һуғыш йылдарында ҡыҙҙы тәүҙә ике йылға Горький өлкәһенә торф сығарырға, һуңынан Свердовскийға ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Уға ул йылдарҙа ниндәй ауырлыҡтар күрергә тура килгәнен һөйләп бөтөрлөк түгел, Минйыһан инәй быларҙы күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Ауыр эш, аслы-туҡлы йәшәү, һыуыҡ һыуҙан аяҡтарының шешенеүе һәм һәр ваҡыт һыуыҡ, бетләү...

Аллаға шөкөр, һуғыш тамамланыу менән ҡыҙ тыуған ауылына ҡайта. Оҙаҡламай һуғыштан ир-егеттәр ҙә ҡайта башлай. Бер мәл әхирәттәрендә кис ултырғанда элекке яугир Мөнирҙең Минйыһанға күҙе төшә.

- Мин унан өс йәшкә ҙурыраҡ инем, үҙем дә, ике яҡтан туғандар ҙа ҡаршы булһа ла, һуғыш уты күргән Мөнир һүҙен һүҙ итеп, минең ризалығымды алды, - тип йылмайып хәтерләй йәшлеген Минйыһан инәй.

Яҙмыштарын бәйләп, йәштәр 1946 йылда илдәге емереклекте тергеҙергә сығып китә. Ҡайҙа ғына йәшәргә һәм эшләргә тура килмәй уларға: Алыҫ Көнсығышта, Урта Азияла, Уралда домна мейестәрен тергеҙеп, ремонтлайҙар. Омск ҡалаһында улдары тыуғас улар тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә.

Ҡайтҡас, ең һыҙғанып, үҙ йорттарын һалып сыға, алты балаға ғүмер бүләк итә. 1956 йылда донъя күргән ир-уҙаманы Мөниргә һыу тирмәне төҙөргә йөкмәтәләр. Уны Тәтер йылғаһы буйында төҙөп, Булатовтар 10 йыл ғаиләһе менән шунда эшләп, ауылдан ситтә йәшәй.

- Шунда донъяға килгән өс кесе туғанымды үҙем ҡарашып үҫтерҙем, - тип һөйләй Мәҙинә. - Атайым менән әсәйем һәр ваҡыт тирмәндә булды. Иген йыя, он тарта торғайнылар. Шуға ла өй, мал-тыуар, баҡса ҡарау эштәрен тулыһынса беҙ, балалар, башҡара инек. Шул һыу тирмәнен ауылдаштар әле лә Мөнир тирмәне тип йөрөтә.

1967 йылда ауылда электр энергияһынан эшләүсе тирмән төҙөлә һәм Булатовтар ауылға ҡайта. Артабанғы йылдарҙа Мөнир ағай бригадир, тауар белгесе, мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уны һәр ерҙә ихтирам һәм хөрмәт итәләр, ә уҡыусылар һәм уҡытыусылар уны яратып «бабаҡай» тип йөрөтә. Ул мәктәп уҡыусыларына һуғыш тураһында һөйләп, урындағы кимәлдә ҙур патриотик эш алып бара. Мөнир ағайҙың ҡулдары алтын була. Ул ауылдаштарына мейес сығара (был ҙур оҫталыҡ талап итә), орсоҡтар яһай. Уны йәшергәндәр генә түгел, ситтән дә килеп күпләп алалар.

Байтаҡ йылдар ғаилә колхозда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә, ҡайһы саҡ улар үҙҙәренең участкаһынан тыш, башҡаларҙыҡын да алып эшләй. Булатовтар 61 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Һуңғы йылдарҙа аҙан әйткән Мөнир ағайҙың тауышы ауылдаштарын һөйөндөрә. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙа юҡ инде. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Тормош иптәшенән һуң, Минйыһан инәй ике улын ерләп, ауыр ҡайғылар кисерә. Аҡыллы, сабыр, көслө рухлы инәй иң ауыр һынауҙарҙы үткәрә белә. Йәшәү йәмен юғалтмай, һынмай-һығылмай, артабан йәшәргә үҙендә көс таба. Ейәне Илдус менән килене Миләүшә биш бүлә-бүләсәр бүләк итеп, уның тураһында хәстәрлек күрә. Ғаилә мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә, күптәр өсөн һәйбәт үрнәк булып йәшәй һәм эшләй. Минйыһан инәй балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тора, себеш-бәпкәләрҙе ҡарай, бер һүҙ менән әйткәндә, ул да эшһеҙ ултырмай.

«Оҙон ғүмер кисереүегеҙҙең сере нимәлә?» - тигән һорауыма ул: «Иң мөһиме, кеше һәр ваҡыт изге эштәр ҡылырға ынтылһын. Кешенең күңелендә этлек, асыу, насар уйҙарға һәм үсләшеүгә урын булмаһын. Тормошто яратырға һәм, тәү сиратта, тик яҡшылыҡты ғына күрә белергә кәрәк һәм, әлбиттә, һаулыҡты һаҡлау зурар. Унһыҙ тормоштоң йәме юҡ».

Ул - бик шәп инәй! 95 йәшендә, таяҡҡа таянып, көн һайын йәйәү йөрөй, күршеләре һәм ауылдаштары менән аралашып йәшәй. Нимә тип әйтәһең. Барыбыҙға ла уның йәшенә етеп, шундай уҡ тормош һөйөүсән һәм дәртле булырға насип итһен. Афарин, Минйыһан инәй!

Ауылдың икенсе ағинәйе, 90 йәшлек Ғәлимә Ғайсинаның өлөшөнә лә бик күп ауырлыҡтар төшә. Һуғыш башланғанда уға ни бары 13 йәш була. Тап шундай үҫмерҙәргә өлкәндәр менән бер рәттән шул ваҡыттағы барлыҡ һынауҙарҙы кисерергә тура килә. Ҡыҙ тиҫтерҙәре менән бесән әҙерләү, ураҡ осоронда көлтә бәйләү, һарыҡ көтөү, утын әҙерләү кеүек эштәр башҡара.

Етенсе класты тамамлаған Ғәлимәне хат ташыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Тәтер-Арыҫлан ауылынан йәйәүләп Йәшергән ауыл Советына ҡараған Йәшергән, Ибрай, Аҡшишмә, Спас, Яңы һәм Иҫке Люблено ауылдарына корреспонденция, пенсия һ.б. тарата. Ошо эшендә һәм магазинда хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы эшләй.

... 1959 йылда ҡыҙ Йәшергән егете Мәғәфүр менән яҙмыштарын бәйләй. Уларҙың бер-бер артлы Миңлегөл, Фәниә һәм Фәриҙә исемле игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлимәнең ғаилә бәхете бик ҡыҫҡа була һәм уға балаларын яңғыҙ үҫтерергә тура килә. Бөгөн уның ҡыҙҙарының үҙ балалары һәм ейәндәре бар, ә Ғәлимә инәй кейәүҙәренә, уларҙың егәрле һәм ихтирамлы булыуҙарына, ейәндәрен күрергә насип булғанына һөйөнөп бөтә алмай. Ошо бәхет түгелме ни?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем бик иртә яҡты донъя менән хушлашты. Уға ни бары 66 йәш ине. Әммә Аллаға шөкөр, бер туған Хәмдениса һәм Гөлминиса апайҙарым 94 һәм 92 йәшкә тиклем ғүмер итте. Улар менән бик татыу, аралашып йәшәнек. Хәмдениса апайымдың яҙмышы ғына еңел булманы. Уға ире менән 15 көн генә йәшәргә тура килде. Башҡа тормошҡа сыҡманы. Балалары ла булманы, - ти инәй. - Аллаһы Тәғәлә миңә һаулыҡ биргән. Ғүмер буйына һыйыр, һуңынан кәзә аҫраным. Әле лә үҙемде ҡарап, ашарға бешерә һәм йортта еңел эштәрҙе башҡара алам. Башҡаһында социаль хеҙмәткәр ярҙам итә. Ҡыҙҙарым йыш ҡайтып тора. Аҙыҡ-түлек алып ҡайталар, өйҙө йыйыштырып, керҙе йыуалар. Ғинуар айында район һәм ауыл хакимиәттәре вәкилдәре килеп мине 90 йәшлек юбилейым менән тантаналы ҡотланы. Сәскә гөлләмәһе, бүләктәр тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы, музыкаль бүләк яһаны. Мине, хеҙмәтемде онотмағандары өсөн ҙур рәхмәт.

Оҙаҡ йәшәүҙең серен ул да, Минйыһан инәй кеүек үк, хәрәкәт итеү, күңел сафлығы, кешегә ышаныу һәм тормошто яратыуҙа күрә. Ғәлимә инәй Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышана. Көн һайын доға ҡылып, тирә-яҡтағыларға сәләмәтлек, район, республика, илгә именлек, етәкселәргә - зирәк зиһен, барлыҡ кешеләргә тыныс күк йөҙө теләй. Оҙон ғүмер кисергән инәй, ерҙә иң мөһиме ошо булыуын яҡшы аңлай.

Әлфира ҒАТАУЛЛИНА, Йәшергән ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: