Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июль 2018, 11:58

Ярты быуаттан һуң да уларҙың күңелдәре йәш, дәртле

Һуңғы йылдарҙа класташтарҙың осрашыуҙары бик популяр. Июнь аҙағында ла Еңеү паркында мәктәпте тамамлағандан һуң 50 йыл үткәс тағы сираттағы шундай осрашыу булды.

- Беҙ мәктәптә уҡығанда, 50 йыл, ә был үҙе ярты быуат, бик ҙур һан кеүек тойола ине. Шул тиклем ваҡыттан һуң ныҡ ҡартайған өләсәй һәм олатайҙар булырбыҙ тип уйлай торғайныҡ. Әммә юҡ! Беҙ ниндәй әбей-бабай булайыҡ? Беҙ әле бик шәп! Күңелебеҙ йәш, дәртле, - тип иҫәпләй 1968 йылда мәктәпте тамамлаусылар.

Шул йылда мәктәп вальсының һаубуллашыу көйөнә 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен өс татар һәм бер башҡорт класы тамамлай. Һәр ҡайһыһында 20-25 уҡыусы. Йәш, дәртле ҡыҙҙар һәм егеттәр (улар араһында бихисап республика спорт чемпиондары, СССР спорт мастерына кандидаттар була) оло тормош юлына аяҡ баҫып, юғары һәм урта-махсус уҡыу йорттарына инеп, һөнәр алырға, тормошта үҙ урындарын табырға хыяллана. Һәм, әйтергә кәрәк, улар ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Мәҫәлән, Рауил Ғәлиев (1970-1982 йылдарҙа район элемтә узелының элекке начальнигы) намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәй отличнигы-элемтәсеһе» юғары исеменә лайыҡ була. Мөҙәрис Кәримов - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, ул ғүмеренең 40 йылын Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләүгә бағышлай. Нурия Исмәғилева - БР мәғариф отличнигы, Баҡый һәм Табылды ауылы мәктәптәрендә етәксе вазифаларҙы башҡара. Наилә Байгилдина барлыҡ хеҙмәт юлын социаль страховкалау системаһында эшләүгә бағышлай, Рәсәй миҙалы менән бүләкләнгән. Тимур Вахитов - РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина институтын тамамлап, район дауаханаһында баш табип урынбаҫары һәм инфекция бүлеге мөдире булып эшләй. Уның хеҙмәттәше Рәмилә Шаһиморатова байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһы халҡының сәләмәтлеге һағында тора. Рәйсә Ҡәҙерғолова - уңышлы эшҡыуар һәм күп балалы әсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Зәйтүнә Әһлиуллина ла күп балалы әсә, ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлай. Рәшит Ғәлиәкбәров инженер-конструктор булып эшләй, бына инде бик күп йылдар үҙәк район дауаханыһында медицина ҡорамалдарын ремонтлау менән шөғөлләнә. Флүрә Фәтҡуллина байтаҡ йылдар юл ремонт-төҙөлөш идаралығында бухгалтер була, ә дүрт балалы атай Хәлил Ғәлиевтың бөтә тормош юлы ауыл хужалығы идаралығында үтә.

- Нурия, был һинме ул? Һине танырлыҡ та түгел!

- Ҡартайғанмынмы ни?

- Юҡ, киреһенсә, матурланып киткәнһең, хатта танырлыҡ та түгел.

- Рәйсә, был һин бит?

- Афарин! Әғләм дә килде.

- Ҡыҙҙар һәм егеттәр, һеҙ бөтөнләй үҙгәрмәгәнһегеҙ. Сәстәрегеҙгә бер аҙ сал ҡунған, ә үҙегеҙ олпатланып ҡына киткәнһегеҙ...

Мин ситтә генә тороп, уларҙы йылмайып күҙәтеп, һөйләшкәндәрен тыңлайым. Элекке класташтарҙың йөҙҙәре шатлыҡтан ҡояштай балҡый ине.

- Ҡара әле, ниндәй шәптәр! Бер-береһе менән күрешер өсөн барлыҡ эштәрен ташлап килгәндәр, - тип уйланым мин. - Сөнки мәктәптән һуң 50 йыл, 20 йыл һәм хатта 35 тә түгел. Хәҙер улар - 70кә етеп килә. Был йәштә аяҡтар ҙа яйыраҡ атлай, сирҙәр ҙә аҙа. Әммә... был һүҙҙәр уларға ҡағылмай кеүек. Бөтәһе лә ҡупшы кейенгән, ҡатын-ҡыҙҙар сәстәрен матурлап ҡуйған.

Осрашып-күрешеп бөткәс, сараны ойоштороусылар Наилә Байгилдина, Рәшит Ғәлиәкбәров, Мансур Хөббөтдинов, Дәминдәр Дәүләтшин исемдәрҙе атап сыҡты, артабан иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң тәүҙә мәғариф бүлеге, һуңынан район тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Фотоальбомдар, стендтар ҡаранылар. Мәктәп директоры Хәлил Сәлихов, уҡытыусылар Зөфәр Ғәбдүков, Мария Хәмзина, Фатима Абдуллина, Маһинур Сәлихова, Рауил Әүхәҙиевтарҙы хәтергә төшөрөп, яҡты донъянан киткән класташтарҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тын тороп иҫкә алдылар.

Артабан сара кафела дауам итте. Бында һәр кем мәктәпте тамамлағандан һуң тормошо, ҡаҙаныштары һәм юғалтыуҙары, балалары һәм ейәндәре тураһында һөйләне.

Тәжрибә туплап, юғалтыуҙар, бихисап бәхетле мәлдәр кисергән класташтар был тормошта иң мөһиме дәрәжә һәм байлыҡ түгел, ә үҙеңдең, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең сәләмәт, бәхетле, күк йөҙөнөң һәр ваҡыт тыныс, имен булыуы тип иҫәпләй. Күңелдәре булғансы һөйләшеп, яратҡан йырҙарын йырлап, бейеп, ысынлап та, күңелдәре йәш ветерандар берҙәм тауыштан: «Осрашыу бик һәйбәт үтте! Ойоштороусыларға - бишле! Һәм... биш йылдан йәнә осрашырға кәрәк!» тип ҡарар итте. Афарин!
Читайте нас: