- Кешенең тыуып-үҫкән ере ғәйәт ҙур тартыу көсөнә эйә. Һуңынан ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, эшләһәк тә, уйҙарыбыҙ менән һәр ваҡыт тыуған еребеҙгә ҡайтабыҙ. Ә мөмкинлек килеп тыуһа, унда ҡанатланып осабыҙ, - тип билдәләне тыуған Өсөгән-Әсән ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан һәм Буҙат ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәргән ижад кисәһендә сығыш яһаған Рауил Яҡуп улы.
- Яҡташыбыҙ бик талантлы. Ул ғәжәйеп, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар һәм хикәйәләрҙән тыш, көйҙәр ҙә яҙа. Шул йырҙарҙы үҙе башҡара, - тип билдәләне сценарий авторы һәм кисәне алып барыусы Резеда Фәттәхова.
Йыйылыусыларҙы Рауил Яҡуп улының биографияһы менән таныштырғанда, уның һуғыш осоро балаһы булыуын, иртә атайһыҙ ҡалыуын билдәләне. Уға бихисап ауыр һынауҙар үтергә тура килә. Ваҡытында һөнәр ала алмайынса, аслыҡ-яланғаслыҡ, нужа күреп үҫә ул. Әммә ауырлыҡтар ҡыйыу, маҡсатҡа ынтылыусан егетте һындырмай. Киреһенсә, уның холҡон, ихтыяр көсөн сыныҡтыра, хеҙмәт һөҙөмтәләренә һаҡсыл ҡарарға, уға ярҙам ҡулы һуҙғандарға рәхмәтле булырға өйрәтә.
Күп йылдар элек Ҡаҙағстанда төпләнеп һәм шунда «Сарман» татар фольклор ансамбле булдырып, артистар менән ошо республикала йәшәүсе татарҙар араһында татар телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн күп эшләй ул. Сармандар республика буйынса гастролдәрҙә йөрөп, концерттар, һабантуйҙар, байрамдар ойоштороп, шунда ҡатнаша. Рауил Яҡуп улының Ҡаҙағстан һәм Татарстандың төрлө кимәл етәкселәренән туған телде һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға өлөш индергәне өсөн Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары бихисап.
Талантлы кеше һәр йәһәттән һәләтле, тиҙәр. Р.Ғөзәйеров тураһында ла шулай тип әйтергә була. Кисә дауамында ул, тамашасыларҙы шатландырып, шиғырҙар уҡыны, йәмәғәте Ғәлиә менән татар һәм ҡаҙаҡ телдәрендә ихлас йырҙар башҡарҙы, тыуған ерендә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның көслө, моңло, күңелгә үтеп инерлек тауышы тормош иптәшенең (ул уны наҙлап «минең Ғәлиәбаныуым» ти йөрөтә) яғымлы тауышы менән ҡушылып, бер моң булып ағылды. Улар тамашасылар иғтибарын йәлеп итерлек ҡабатланмаҫ дуэт булдырған.
Уларҙан тыш, кисәлә ҡәҙерле ҡунаҡтар - М.Аҡмулла исемендәге район премияһын булдырыусы Йәғәфәр Хисмәтуллин (ул Р.Ғөзәйеровҡа китаптарында ауылдаштарын данлағаны өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы), урындағы яҙыусылар Рәфҡәт Рысаев һәм Хисаметдин Исмәғилев, шағирә, «Эстәрле» татар халыҡ театры режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинова булды. Улар Рауил Яҡуп улына бихисап йылы теләктәр әйтеп, уға һәм Буҙат ауыл мәҙәниәт йорто музейына китаптар бүләк итте. Рауил ағай ҙа уларҙың үрнәгендә музейға китаптарын тапшырҙы.
Илһөйәр Сәмиғуллина, Рәлиф Ғәббәсов, Эльвина Мостафина, Илфаҡ Кәримов һәм Рөстәм Ғәлиев матур сығыштары менән кисәне биҙәне. Резеда Фәттәхова, Гөлнара Бохараева һәм Рәфисә Бәхтейәрова кисәне ойоштороуға бик күп көс һалған.
Тамашасылар әйтеүенсә, сара ихлас, тамашалы булды, бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. «Йәйен ауылда иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай, ә бында беҙ, ойоштороусылар һәм Рауил ағай арҡаһында, ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла, барлыҡ эштәр һәм мәшәҡәттәрҙе онотоп, рәхәтләнеп ял иттек. Уларға рәхмәт. Талантлы яҡташтырыбыҙ беҙгә йышыраҡ ҡайтып, дәрт-дарман, яҡшы кәйеф бүләк итһен ине», - тип теләне улар һаубуллашҡанда.