Әмир ауылында тыуып үҫкән Вафир Әхмәт улы, кешеләргә һаулығын ҡайтарам тигән күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, өс йыл район санэпидемстанцияға һәм бер йыл - район дауаханаһына етәкселек итә. Артабан терапия буйынса клиник ординатурала уҡый, Силәбе өлкәһендә төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй.
1961 йылда ул Стәрлебаш ауылына ҡайта һәм район дауаханаһы коллективын етәкләй, бында 14 йыл эсендә райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн бик күп эшләй. Уның тырышлығы, район һәм республика етәкселеге ярҙамында район үҙәгендә ике ҡатлы кирбес корпустан торған матур дауахана ҡаласығы ҡалҡып сыға, сквер ултыртыла. Район дауаханаһында бала табыу бүлеге, рентген тикшереү лабораторияһы асыла. Койко-урындар һаны 50нән 160ҡа, фельдшер-акушерлыҡ пункттары егерменән утыҙ икегә тиклем арта. Белгестәр һаны ла арта. Дауалау корпустарына канализация үткәрәләр. Ҡаҙанлыҡ, гараждар төҙөйҙәр. Медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу өсөн шарттар булдырыла, санитар шарттар яҡшыртыла. Тәтер-Арыҫлан һәм Күндерәк ауылдарында, тиңдәшле рәүештә, 10 һәм 5 урынлыҡ ауыл табиплыҡ амбулаториялары асыла.
Вафир Әхмәт улын хеҙмәттәштәре һәм ҡул аҫтындағы кешеләр хөрмәт итә, һәләтле табип, оҫта етәксе, аҡыллы остаз тип сирлеләр ҙә ярата. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән ул ошондай баһаға һәм абруйға лайыҡ була. Ул көндөҙ ҙә, төнөн дә дауаханала була. Өйөнә, нигеҙҙә, киске аш ашап, ял итер өсөн генә ҡайта. Йыш ҡына дауаханаға төнөн дә килә. Кочегарҙарҙың был ваҡытта бер аҙ ял итеп алырға яратыуҙарын белә. Һәм ҡайһы саҡ, төн буйына улар өсөн мейескә яҡҡан саҡтары ла була. Икенсе көнөнә ғәйеплеләр уның күҙенә күренергә лә ояла. Уны яҡшы белгән кешеләр әйтеүенсә, ул уҫал булмай, әммә уны барыһы ла ихтирам итә. Етди, аҡыллы, аҙ һүҙле Вафир Әхмәт улы дауаханала нимә булғанын һәр ваҡыт белә. Уның һөнәренә ҡарата һөйөүе шул тиклем көслө була, шуға тотош коллектив унан үрнәк алырға тырыша.
1975 йылда уны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына күсерәләр, артабан Республика тире-венерологик диспансерға баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Яҡташыбыҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул халыҡтың медицина хеҙмәтләндереү кимәлен арттырыу өсөн бөтә белемен, көсөн һәм тәжрибәһен бирә, сирлеләрҙе дауалау шарттарын яҡшыртыуҙы хәстәрләй. Йәш кадрҙар тәрбиәләү өсөн күп эшләй.
Ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Вафир Әхмәт улы «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән, «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «БАССРҙың атҡаҙанған табибы» исемдәренә, бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған, уның фотоһы республика Почет таҡтаһын һәр ваҡыт биҙәп тора.
Ул йыш ҡына район һәм ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Әммә иң мөһиме, уның райондан китеүенә 45 һәм вафат булыуына 21 йыл үтһә лә, рәхмәтле стәрлебаштар район халҡы мәнфәғәтендә уның тырыш хеҙмәтен, шулай уҡ уның ышаныслы тылы, терәк-таянысы булған тормош иптәше, табип-гинеколог Вера Степановнаны ла онотмай.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, сараны алып барыусы Зөлфиә Ғиззетдинова (В.Сәйфетдиновҡа иҫ киткес тулҡынландырғыс шиғырҙар бағышланы), район дауаханаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Сәлимә Ғилманова Вафир Әхмәт улы тураһында йыл һүҙҙәр әйтте. Сәлимә Ғилманованың инициативаһы, ныҡышмалылығы, түҙемлеге, көс-дәрте арҡаһында 2012 йылда үҙәк район дауаханаһы стенаһында элекке баш табипҡа мемориаль таҡта ҡуйылды. Вафир Әхмәт улының ҡыҙы Лилә Вафир ҡыҙының сығышы бик тулҡынландырғыс булды. Ул күҙ йәштәре аша стәрлебаштарға сараны ойошторғандары, уның яҡын кешеһен онотмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ә туғаны Нияз Нурулла улы, шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, район дауаханаһына китаптар бүләк итте. Дауахананың сәскә атыуын, ә коллективҡа сәләмәтлек һәм сирлеләрҙе дауалауҙа уңыштар теләне.
Сара аҙағында В.Сәйфетдиновтың эшен лайыҡлы дауам итеүселәр булыуы һәм бөгөн райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтелде. Бөгөнгө баш табип И.Яппаров етәкселегендә матди-техник базаны яҡшыртыу, ҡоролмалар һәм техника һатып алыу, биналарҙы ремонтлау, районға йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү, йәғни, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бик күп эштәр башҡарыла.