Ғәбделһаҙый Ғәбделбарый улы Ибәтуллиндың был сифаттары, айырыуса, хөкүмәтебеҙҙең 80-се йылдар башында ауыл хужалығын төплө сәнәғәт нигеҙендә үҫтереү сараларының районыбыҙ миҫалдарында тормошҡа ашырылыуында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Ул ваҡытта илебеҙҙәге иң арзан электр энергияһы ауыл хужалығының барлыҡ тармаҡтарына үтеп инеп, продукция етештереүҙең күләмен арттырыуҙа, үҙҡиммәтен түбәнәйтеүҙә мөһим роль уйнаны.
1974 йылда колхоздарҙа электр энергияһын тәрән һәм файҙалы итеп ҡулланыу буйынса яңы «Сельэнерго» предприятиеһы Ғ.Ғ.Ибәтуллин етәкселегендә эшләй башланы. Үҙ эшен яҡшы белгән, яңылыҡҡа ынтылыусы һәм оло тормошҡа ашырыуҙа көсөн йәлләмәгән һөнәр эйәһе 22 йыл эш дәүерендә был өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.
Эре малсылыҡ фермаларында, игенселек тармаҡтарында ауыр ҡул хеҙмәте талап иткән эштәр күбеһе электр көсөнә алмаштырылды. Һәр фермала малдар өсөн йылы һыу булдырылды, юғары ҡеүәтле аҙыҡ әҙерләү цехтары сафҡа инде. Автоматик һыу эсергестәр ҡуйылды, малдар тороу урындары тейешенсә яҡтыртылды, микроклимат булдырыу ҡоролмалары эшләнде.
Ауыл хужалыҡтары биләмәләренең һуғарыулы иркен көтөүлек урындарында тәбиғәттең иҫ киткес матурлығына тағы ла йәм өҫтәп йәйге лагерҙа электр менән һыйыр һауыу машиналары иртә таңдарҙа һәм көндөң һуңғы киске мәлдәрҙә гөрләп эшләне. Райондың колхоз-совхоздарында «Сельэнерго» монтажлап эшкә ебәрелгән һәм капиталь ремонтланған электр йыһаздарын сифатлы файҙаланыуҙа электрсылар бригадалары ойошторола. Улар тейешле ваҡытта «Сельэнерго» ойошмаһында заманса йыһазландырылған производство базаһында үҙҙәренең һөнәри белемен арттыра ине. Эштәрендә хәүефһеҙлек саралары буйынса практик тәжрибәләрен нығытты. Ғөмүмән, һәр хеҙмәткәр тулы ҡанлы тормош эшендә ҡайнаны. Башҡарған эшебеҙҙән, етештергән продукциянан шат-ҡәнәғәт булып йәшәнек. Ғорурланырлыҡ урын да бар ине.
Билдәләп үтергә кәрәк, «Сельэнерго» колхоз-ара берләшмәһендә күрше дәүләт предприятиеһы Стәрлебаш районы электр селтәрҙәре менән сағыштырғанда материалдар һәм транспорт менән тәьмин итеү күпкә юғарыраҡ ине.
Бер йыл элек, 2017 йылдың 15 июлендә ҡәҙерле яҡташыбыҙ, оҫта етәксе һәм ойоштороусы, итәғәтле ғаилә башлығы, хәстәрлекле тормош иптәше, яратҡан атай һәм олатай, хөрмәтле коллегабыҙ, ышаныслы дуҫ Һаҙый Барый улы (халыҡ телендә уны шулай тип йөрөттөләр) 82 йәшендә арабыҙҙан мәңгелеккә китте. Уның намыҫлы холҡо, кешеләргә ярҙамсыл сифаттары күп йылдар хәтеребеҙҙә һаҡланыр.
Рәфҡәт БАСИРОВ, райондың энергетика тармағы ветераны. Фото ғаилә альбомынан.