Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2018, 11:18

Районыбыҙҙы данлаған шәхес

Стәрлебашта 1933 йылдың 10 июлендә әсәһе арыш урған баҫыуҙа донъяға ауаз һалған Зәки артабан да ғәжәйеп ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла тормош юлына аяҡ баҫыр өсөн 1940 йылда Стәрлебаштың 1-се татар мәктәбенә уҡырға инеп, уны 1950 йылда тамамлай ҙа, берәр йыл колхозда һәм Ҡуғанаҡбаш мәктәбендә эшләгәндән һуң, тормошон хәрби хеҙмәткә бағышлай. Өс йыл Иркутск хәрби-авиация училищеһында уҡып, авиация технигы-лейтенант дәрәжәһендә Ленинград хәрби округында самолет технигы булып хеҙмәт итә, өлкән лейтенант дәрәжәһен ала.

1958-1963 йылдарҙа Рига юғары хәрби ракета училищеһында белемен камиллаштырып, ракета двигателдәре буйынса инженер-механик һөнәрен үҙләштереп, Семипалатинск атом полигонына эләгә һәм ярты йылға яҡын туранан-тура аяуһыҙ һынауҙарҙа ҡатнаша.

Артабан биш йыл Украина, Белоруссия атом базаларында атом һәм водород бомбаларын ҡулланыу буйынса бүлек инженеры вазифаһын башҡарып, майор дәрәжәһенә күтәрелә.

Әммә һәр өлкәлә белемдең сиге булмаған кеүек, һайлаған һөнәре лә унан шуны талап итә. Шуға ла Зәки Лотфулла улы Ригалағы юғары хәрби ракета училищеһына ҡайтып, хәрби аспирантураға (адъюнктура) уҡырға инә. Өс йылдан бик мөһим «Ракета двигателдәрендә ҡаты яғыулыҡҡа көйләнгән зарядтар» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм ун йылдан ашыу ошо йүнәлештә фәнни лабораторияла эшләй. Артабан ете йыл дауамында ул ошо уҡ хәрби училищела курсанттарҙы уҡыта, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, ҡаты яғыулыҡлы зарядтарҙың сыҙамлығын тикшереү буйынса фәнни етәксе була. Бынан тыш, Зәйнуллин ғәҙәттән тыш йәшерен һаҡланырға тейешле 68 асыш яһай, ул һигеҙ тапҡыр дәүләт премияһына лайыҡ була. Курсанттары һәм коллегалары араһында ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙана.

Тыуған төбәгенән, халҡынан, теленән һәм ауыл мөхитенән оҙаҡҡа айырылған хәрби ғалим Зәки Зәйнуллин әҙәбиәт донъяһына ла көслө ағым булып килеп инә. Бындай бөтөнләй сит ерҙә асыш яһар һәм уңышҡа ирешер өсөн, хәрбиҙәрсә әйтһәк, «тел» тигән арсеналың, «ҡәләм» тигән ҡоралың булыу мотлаҡ. Бында «ҡәләм» әҙәби оҫталыҡ мәғәнәһендә әйтелә. Әммә, офицерҙың, әйҙәүселәре, ярҙам ҡулы һуҙыусылары ла булмай. Шулай ҙа ул хәрби ҡарарға килә: ҡәләм уға буйһонасаҡ, әҙәби үрҙәр яуланасаҡ.

«Тәүәккәл - таш яра», - тиҙәр бит. Зәки Лотфулла улы дәртләнеп әҙәбиәт донъяһына юл яра: Ҡазан яҙыусылары, редакциялары менән бәйләнешкә инә, әҙәби китаптар, журналдар алдыра, үҙенең мәҡәләләрен төрлө матбуғат баҫмаларына ебәрә.

1989 йылда отставкаға сыҡҡас, Ҡазанда төпләнә һәм үҙен тулыһынса яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә бағышлай, кәңәшсе дуҫтар ҙа таба. Ныҡышмалы эшсәнлек күп көттөрмәй - ижади уңыштарға, киң даирәлә танылыу килтерә һәм авторҙы дан-шөһрәткә күмә. 1994 йылда ул бер тауыштан Татарстан яҙыусылар берләшмәһенә ҡабул ителә.

Ҡазанда ижад итһә лә, әҫәрҙәрен бигерәк тә яҡташтары иғтибар үҙәгендә тота. Сөнки уларҙың күбеһендә, атап әйткәндә «Үрҙәр аша», «Һуғыш алды малайҙары», «Йәшләй һөйгән йәрҙәр», «Мәҙрәсәләге китап кәштәһе», «Ҡаршы тауҙар», «Атай нигеҙе», «Зыярат күперен сыҡҡас», «Эстәрлебаш фетнәһе» һ.б. повестарында райондаштарының тормошо яҡтыртыла, ил тарихына индергән эштәре йәштәргә үрнәк итеп ҡуйыла. Ул 1996 йылда, Фәйзи Ғүмәровтан һуң, М.Аҡмулла исемендәге район премияһы лауреаты була. 2001 йылда - Һаҙый Атласи, 2006 йылда Ғаяз Исхаҡи премияһына (Татарстан Республикаһы) лайыҡ була.

2011 йылда донъя күргән «Эстәрлебаш мәҙрәсәһе» исемле әҫәрендә Зәки Зәйнуллин Иван Грозныйҙың көсләп суҡындырыуынан ошо тарафтарға ҡасып килгән Ҡазан татарҙары Стәрлебаш мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған тигән фекер белдерә. Шулай уҡ СССР Ҡораллы Көстәренең генштабы начальнигы, генерал Антонов кеүек бөтөн илгә билдәле шәхестәр тупланмаһы «Татар ир-егеттәре» китабына Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса алышҡан яҡташыбыҙ Зәйни Вилдановтың да индерелеүе Стәрлебаштың данын тағы ла арттыра.

Ярты ғүмерен рустар араһында үткәреп, телен шымартҡан Зәки Лотфулла улы русса ла оҫта яҙып, «Проводы полковника», «Сражение внутри Советской Армии», «Учитель», «Бойцы отряда Блюхера» һ.б. китаптарын һәм байтаҡ ҡулъяҙмаларын рус матбуғатында баҫтырып сығарып, үҙен Рәсәй кимәлендә лә танытты. Ләкин ҡайҙа ғына йәшәмәһен, һәр саҡ уның йөрәге «милләтем» тип тибә. Ә илдә Советтар Союзы тарҡалғас, ул татарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлаусы полковникка әйләнә. Латвияла йәшәгәндә үк Рига татарҙарын берләштереп, «Иҙел» татар мәҙәни йәмғиәтен ойоштора.

Шул уҡ йылдың яҙында Ҡазанға күсенеп килгәс, ең һыҙғанып эшкә тотона. Ш.Мәрджәни исемендәге йәмәғәт ойошмаһы булдырып, уның етәксеһе итеп һайлана. Ойошманың төп маҡсаты итеп йәш быуында үҙенең әсә теленә һөйөү тыуҙырыу өсөн Ҡазанда татар мәктәптәре һәм гимназиялары асырға тигән маҡсат ҡуйыла.

- Мәктәп асыу өсөн кәмендә 250 бала булырға тейеш, - тип белдәрәләр Татарстандың Мәғариф министрлығында.

Ш.Мәрджәни исемендәге ойошма ағзаларының тырышлығы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында 1991 йылда Ҡазанда татар мәктәбе һәм гимназияһы асыла. Ә ике йылдан ошондай белем биреү учреждениеларын асыуҙы Татарстан Республикаһының Мәғариф министрлығы үҙ өҫтөнә ала. Зәйнуллин иһә бар көсөн татар ижтимағи үҙәгенең эшен яйлауға һала, уның ныҡышмалы хеҙмәтенә хатта Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев та иғтибар итә, ул Зәкиҙе үҙенә саҡырып, төрлө мәсьәләләр буйынса кәңәшләшә. 1993 йылда әңгәмәләрҙең береһендә Шәймиев уның фәнни тикшеренеүҙәр темаһы менән ҡыҙыҡһына һәм уға республиканың Фәндәр академияһында вазифа тәҡдим итә. Зәки Зәйнуллин ризалашып, академияға өлкән фәнни хеҙмәткәр булып урынлашып, лаборатория асып эшкә тотона. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә был йәһәттән дә теләгенә ирешеп, йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй. Бер үк ваҡытта татар ижтимағи үҙәге етәксеһе йөгөн дә яҡшы тарта һәм байтаҡ уңыш яулана - татар теле дәүләт теле дәрәжәһенә эйә була.

Һуңғы йылдарҙа Зәки ағай, йәмәғәт эштәрен ситкә ҡуйып, бар булмышын ижадҡа бағышлай. Әйтергә кәрәк, бында ла уңыштарға ирешә. 2007 йылда Зәки Лотфулла улы Стәрлебашта район әҙәби берләшмәһен ойоштороуға булышлыҡ итә. Стәрлебаш ижадсыларының күңел емештәре 2012 йылдың ноябрь айында «Ҡазан утлары» журналында баҫылып, бөтөн Татарстанда танылыу яуланы.

Быларҙың барыһы ла Ҡазан менән Стәрлебаш араһында дуҫлыҡ күперен асыуға килтерҙе - 2010 йылда «41нең арбалы хатыннары» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйған билдәле Ғ.Камал исемендәге татар драма театры артистары, Стәрлебаш менән танышты. 2012 йылда улар М.Аҡмулла исемендәге район премияһына лайыҡ булды, уны уларға район вәкилдәре Ҡазанда тапшырҙы. 2013 йылда Ҡазандың бер төркөм яҙыусылары Стәрлебашта булып китте, бынан һуң райондың ике ҡәләм оҫтаһы Хисаметдин Исмәғилев һәм ошо юлдар авторы Татарстандың яҙыусылар союзына ҡабул ителде.

Зәки ағайыбыҙ тыуған Стәрлебашына ҡайтып төпләнһә лә, Ҡазан менән бәйләнешен өҙмәй. Биш йыл элек, З.Зәйнуллиндың 80 йәшендә, Татарстан телевидениеһы хеҙмәткәре Фәнис Фәтхи үҙенең командаһы менән беҙҙең ауылға килеп, юбилярҙың 80 йәшлек байрамын нисек ҡаршылауын бөтә донъяға күрһәтте. Йәше ҡартлыҡ дәүеренә инһә лә, Зәки Лотфулла улы ижади эшмәкәрлеген ташламай, повесть, хикәйә, романдар яҙа, китаптар сығара. Киләсәктә лә Стәрлебаш еренең абруйын төшөрмәҫ өсөн әлеге быуын яҙыусыларына алмашсылар әҙерләүҙе күҙ уңында тотоп, ул райондың мәғариф бүлеге һәм район әҙәби берләшмәһе менән берлектә инша яҙыу конкурсы ойошторҙо. Еңеүселәргә аҡсалата бүләкте үҙ иҫәбенән тапшырҙы.

Зәки ағайыбыҙ яҡташтарының рухи көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән дә әүҙем эшмәкәрлек күрһәтеп, «Стәрлебаш районының почетлы гражданины» исеменә лайыҡ булды. Бөгөн хөрмәтле аҡһаҡалға 85 йәш тула, әммә ул әле лә бик шәп, пландары бихисап. Был оло юбилейҙы тантаналы рәүештә район Мәҙәниәт йортонда ауылдаштары менән бергә билдәләргә ҡарар ителде. Юбилейға Ҡазандан да ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырылды.

Хөрмәтле юбилярҙы юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек һәм яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: