Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2018, 11:23

Лагерҙа икенсе смена ла күңелле үтә

Лагерҙа йәнә балаларҙың шат ауаздары, шаярып-көлөүҙәре яңғырай. Был юлы йәйге каникулдарының бер өлөшөн күңелле һәм файҙалы үткәрергә 168 бала килгән. Әйткәндәй, ял итеүселәр араһында беҙҙең райондан ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм ҡайһы бер «төньяҡ» ҡалаларынан да балалар бар.

Икенсе сменаны асыуға бағышланған тантана 3 июлдә үтте. Смена «Һуңғы герой» тип аталды, һәм был юҡҡа ғына түгел. Лагерь территорияһында ҙур булмаған палаткалар ҡаласығы ҡуйыу планлаштырылған, шулай уҡ кескәй төркөмдәр өсөн саф һауала йоҡлау ҡаралған. Вожатыйҙарҙың ниәттәре шул тиклем күп, хатта һанап та бөтөрлөк түгел. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла республика уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән һәм балалар менән эш итеү алдынан мотлаҡ стажировка үткән.

Балаларҙы ял ваҡытында ниндәй саралар көтөүе тураһында тәрбиә эше буйынса лагерь директоры урынбаҫары Резеда Мөхәмәтйәнова һөйләне:

- Икенсе сменала ял итергә теләүселәр һаны ярайһы уҡ артты. Көндәр ҙә ҡояшлы тора - эҫе көндәрҙә хәҙер бассейнда һыу инергә мөмкин. Көн һайын беҙҙә бихисап мауыҡтырғыс эштәр башҡарыла. Был - ижади конкурстар, спорт ярыштары, фәһемле саралар. Улар бик күп. Хатта дискотека ла бында ябай түгел, ә тематик була. Вожатыйҙарҙың фантазияһы бик бай! Улар дәртле, идеялары күп, шуҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар менән улар рәхәтләнеп шөғөлләнә. Шуға ла, уларға күңелһеҙ булмаясаҡ.

Ял итеүселәрҙең сәләмәтлеген Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы белгестәре тикшереп тора, улар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итә һәм ниндәй ҙә ваҡытта беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер.

Ә уҙған шәмбе көндө лагерҙа балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, түҙемһеҙлек менән көткән Ата-әсәләр көнө үтте. Улар менән осрашыуға балалар тырышып әҙерләгән. Барыһына ла сменаның һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы, ҡояшлы һәм онотолғоһоҙ үтеүен теләйбеҙ!
Читайте нас: