Аллағыуаттар өсөн Флүр Әсҡәт улы педагог һәм урындағы мәктәп директоры булһа, районда иһә уны күберәк ижади шәхес булараҡ хәтерләйҙәр. Бихисап киң күләмле мәҙәни саралар, айырыуса фольклор байрамдар, уның ҡатнашлығынан тыш үтмәне. Уның башҡарыуында моңло йырҙар, баянда йәки ҡурайҙа уйнауын тамашасыларҙың күбеһе әле лә онотмай.
Ул шиғырҙар ҙа яҙған икән. Тәүге шиғыр юлдары ҡасан барлыҡҡа килгәнен берәү ҙә әйтә алмай. Алыҫ бала сағында - тиҫтерҙәре менән тыуған ауылы урамдары буйлап йүгереп йөрөгәндәме, Ашҡаҙар йылғаһында һыу ингәндәме, ә, бәлки, һуңыраҡтыр ҙа... Уларҙа тыуған ер темаһы әһәмиәтле урын алып тора. Үҙенең ябай, ихлас шиғырҙарында ул тыуған яғына сикһеҙ һөйөүен күрһәтә, күңеленә ҡәҙерле урындарҙы матур һүҙҙәр менән һүрәтләй, күптән үткән бала сағын, дуҫтарын иҫкә төшөрә.
Салауат педагогия училищеһында уҡыған йылдарҙа ул мөхәббәтен осрата. Шулай уҡ уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәше Зөлфиә Ибраһим ҡыҙы менән улар тәүҙә төрлө район мәктәптәрендә эшләй, бер нисә йылдан тыуған Түбәнге Аллағыуат ауылына ҡайталар. Өй һалып инәләр, балалар үҫтерәләр. Флүр Әсҡәт улының әүҙем тормош позицияһы күптәргә билдәле. Ул, төп эшенән тыш, балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Немец телен яҡшы белеп, Берлиндан гәзиттәр ҙә алдырған икән. Уның ғәрәп, ҡаҙаҡ телдәрендә лә ҡулъяҙмалары һаҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡ, көндәлеген ул боронғо төрки телендә алып барған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше ғүмере бик ҡыҫҡа шул. Ҡаты ауырыуҙан һөйөклө Зөлфиәһе яҡты донъянан киткәс, уның шиғырҙарында һағыш сағыла. Әммә ижад итеүҙән туҡтамай. Үҙе иҫән саҡта уның барлыҡ ижады, нигеҙҙә, папкаларҙа һаҡлана. Ә уның вафатынан һуң балалары, айырыуса улы Марсель, атаһының шиғырҙарын айырым китап итеп баҫтырып сығарыу идеяһын белдерә. Был идеяны туғандары ла хуплап, Минехәна Баһауетдиноваға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Флүр Әсҡәт улының ижадын өйрәнеп, ул эшкә тотона һәм ике айҙа тиерлек Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы һәм Сөмбөл Фәрүәз ҡыҙы менән был уйҙы тормошҡа ашыралар. Күптән түгел аллағыуаттар хөрмәтле Флүр Әсҡәт улын тағы бер таҡыр иҫкә алып, уның тураһында тик яҡшы хәтирәләре менән уртаҡлашырға йыйылды.
... Урындағы ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Флүр Ильясовтың фотоһүрәте төшөрөлгән ҙур баннер ҡуйылған. Кисәне алып барыусы, райондың «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Минехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы йыйылыусыларҙы китап авторының биографияһы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырғас, авторҙың шиғырҙарына ентекле анализ яһап, «Күңел моңдары» китабын күрһәтте.
- Бөгөн бында йыйылыу өсөн сәбәптәр күп. Был китапты беҙ шағир, педагог Флүр Әсҡәт улынан һаубуллашыу бүләге булараҡ ҡабул итәбеҙ, - тип билдәләне ул. - Уның ғәжәйеп тәьҫирләндергес шиғырҙары йән әрнеүе кеүек яңғырай. Уларҙа күпме тәрән мәғәнә һәм тирә-яҡҡа һөйөү! Ул күңелдәребеҙҙә бик оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым.
Первомайский урта мәктәбе уҡытыусыһы Сөмбөл Фәрүәз ҡыҙы Ф.Ильясовтың тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Маһира Ҡолһарина уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле шағирҙың йырҙарын башҡарҙы. Был көндө сәхнәнән ауылдаштары - Гөлнур Бикташева, Вәсилә Рәжәпова, Мәсәлим һәм Инсаф Мәүлетҡоловтар Флүр Әсҡәт улы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әгәр ҡурай класы буйынса уның тәрбиәләнеүселәре Нәзир Ишһарин, Алмаз Рәжәпов, Илшат Ҡолгилдиндарҙың сығыштары ниндәйҙер мәлдә уҡытыусының үҙен хәтерләтһә, ҡыҙы Гөлфиназ һәм ейәнсәрҙәре, шулай уҡ Урал Ғәббәсов башҡарыуында бейеүҙәр кисәгә айырыуса йәм өҫтәне.
- Хеҙмәттәштәре - мәктәп директорҙары араһында Флүр Әсҡәт улы ябайлығы һәм таланты менән айырылып торҙо. Шуның өсөн уны хөрмәт иттеләр. Йыш ҡына уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итә торғайныҡ, һәм ул барыһына ла ихлас ярҙам итте. Уның китабы сығыуға бик шатмын, ихлас шиғырҙары күптәргә оҡшар тип уйлайым. Һәм тағы ла, ул үҙен педагог, һәйбәт ойоштороусы һәм музыкант булараҡ күрһәтте. Флүр Ильясов иҫтәлегенә районда ҡурайсылар конкурсы ойошторорға тәҡдим итәм, - тине Йәлембәт мәктәбе директоры Наил Шәрипов.
Район мәғариф бүлеге методисы Раушания Рысаева Флүр Әсҡәт улын ижады аша кешеләргә тәбиғәттең хозурлығын еткерә алған пунктуаль, оҫта етәксе булараҡ билдәләне.
- Уның шиғырҙарын йәш быуын мотлаҡ уҡырға тейеш тип уйлайым. Оҙаҡламай уҡыу программаһына «Тыуған яҡты өйрәнеү» дәресе индереләсәк, урындағы шағир һәм яҙыусыларҙың ижадын уның пландарына индереү зарур, - тип тәҡдим итте Раушания Тәҡиулла ҡыҙы.
Район яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина Ф.Ильясовтың ғүмере сағыу, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ҡыҫҡа булды, тип билдәләне. Ул үҙенән һуң яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы, юғиһә бөгөнгө сара шул тиклем ауылдаштар һәм ҡунаҡтарҙы йыя алмаҫ ине.
- Беҙ Флүр Әсҡәт улын район мәҙәниәте өлкәһенә һәм ҡурайсылар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән кеше булараҡ беләбеҙ. Ул, мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, теге йәки был сараларҙа сығыш яһауҙан бер ваҡытта ла баш тартманы. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, - тип билдәләне район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева.
Кисәне Салауат драма театры актеры, әйткәндәй ул да ошо ауылда тыуып үҫкән, Фәтих Ҡолһарин һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Арыҫланғолова башҡарыуында йырҙар биҙәне. Ҡасандыр Флүр Ильясов сығыш яһаған видеороликтар айырыуса тулҡынландырғыс булды. Кисә аҙағында Флүр Ильясовтың улы Марсель барлыҡ балалары һәм туғандары исеменән ойоштороусыларға, айырыуса Минехәнә Баһауетдиноваға ошондай матур кисә өсөн рәхмәт белдереп, китап сығарыуҙа ярҙамы өсөн уға сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.
Стәрлебаш ере таланттарға бай һәм ошо кисә халыҡ араһынан сыҡҡан тағы бер шағирҙы асты. Флүр Ильясовтың ижады уның шиғырҙарын һөйөүселәр һәм ауылдаштарының күңелендә оҙаҡ йәшәр тип уйлайым.