Уйын аша бала тирә-яҡтағы ысын барлыҡты һәм үҙенең эске донъяһын танып белә. Ата-әсәләр ябай, әммә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме, фәһемле уйындар ойоштора ала. Уларҙы балалар менән аш-һыу бүлмәһендә уйнарға мөмкин. Ә иң мөһиме, бындай уйындар айырыуса әҙерлек талап итмәй, һәм һәр хужабикәнең өйөндә булған ябай әйберҙәр ҙә уйын өсөн ҡулланыла ала.
Күптән түгел район үҙәгенең 2 һанлы балалар баҡсаһында Асыҡ ишектәр көнө үтте, унда кесе төркөм тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре саҡырылды. Улар менән «Бергәләп уйнайбыҙ» мастер-класы үткәрелде. Уның маҡсаты - ата-әсәләргә күп көс һәм ваҡыт сарыф итмәйенсә, өй шарттарында кесе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡул моторикаһын үҫтереү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барырға ярҙам итеү. Мәҫәлән, уйын өсөн маный ярмаһын (ярманы өҫтәлгә һибеп, баланың бармаҡтары менән төрлө һыҙыҡтар яһарға); пластик шешәләрҙең ҡапҡастарын (мозаика кеүек) ҡулланырға мөмкин. Балалар ярма менән уйнарға ярата, был бармаҡтарға массаж ғына түгел, бер аҙ күңелле итеп уйнау мөмкинлеге лә. Әммә бында хәүефһеҙлек техникаһы тураһында оноторға ярамай, сөнки беҙ бик бәләкәй әйберҙәр менән эш итәбеҙ. Уйын барышында балалар бер нимәне лә ауыҙына ҡабырға тейеш түгел, шуға ла иң яҡшыһы фасоль һәм эрерәк ярма ҡулланырға кәрәк.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Фантазияғыҙға ирек бирегеҙ һәм, иң мөһиме, балаларығыҙ менән даими һөйләшегеҙ, барлыҡ эшмәкәрлегегеҙҙе, тәбиғәт күренештәре, төҫ һәм формалар тураһында һөйләгеҙ. Балаға һәр ваҡыт яңы мәғлүмәт бирергә кәрәк, ул бынан арымаҫ. Уҡытыу ни тиклем ябай була, шул тиклем еңелерәк һәм тиҙерәк үҙләштереләсәк. Баланы уйынға әйҙәгеҙ, мөмкин булғанса кескәйегеҙ менән фәһемле һәм күңелле уйындар уйнағыҙ. Был һеҙҙең һәм балағыҙ араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыу өсөн бик яҡшы ысул.