Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2018, 12:07

Ҡош ҡанаты, ғаилә - татыулығы менән көслө

Бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлаған, бер төрлө фекерләгән, йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, йөҙҙәренән бәхет нуры һирпелеп торған мөхәббәтле ғаиләләр була. Күңел һалып башҡарған берҙәм эштәре лә, киләсәккә ҡорған ҙур маҡсаттары ла уларҙың йөрәген дөрләтеп, йәшәүгә ҡуҙ өҫтәйҙер. Һүҙ Ибраҡай ауылынан Әлфиә һәм Инсаф Дәүләтшиндар тураһында бара. Улар уҙған йылда 30 йыл татыу ғүмер кисереүҙәрен билдәләгән.

Барыһы ла ҙур булмаған ауыл клубында башлана, бында йыш ҡына күрше ауыл егеттәре лә бейеп, күңел асырға (бер юлы ҡыҙҙар, бәлки, буласаҡ тормош иптәшен күҙләргә) килә. Шул февраль айы кисендә йәш һылыуҡайҙар араһында мөләйем, һәр ваҡыт йылмайып торған техникум студенты Әлфиә лә була. Мәҡсүт ауылы егете Инсаф бер күреүҙән донъяла унан да яҡшыраҡ һәм сибәрерәк ҡыҙ булмауын аңлай. Уларға ул саҡта 16шар йәш була. Дуҫлаша башлайҙар. Йылдар үтә. Әлфиә уҡыуын дауам итә, артабан белгеслеге буйынса эшкә урынлаша. Ә Инсафты оҙаҡламай Совет Армияһы сафтарына алалар.

- Ул миңә шундай матур, ихлас хаттар яҙа торғайны! - тип йылмайып хәтерләй Әлфиә Мостафа ҡыҙы. - Уның яҙыуы шул тиклем матур ине, шуға уларҙы уҡыуы ла бик рәхәт була торғайны! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаттар һаҡланмаған, ә бына Германияла хеҙмәт иткәндә ебәргән открыткалары бар.

Ике йыл бик тиҙ үтеп китә. Егет тыуған яғына ҡайта. Тәү сиратта, һөйөклө ҡыҙының ҡулын һоратырға бара.

Туйҙы февраль айында үткәрәләр. Кәләште кейәү йортона егелгән өс атта алып ҡайталар, ә ЗАГСҡа төҫлө таҫмалар, һауа шарҙары һәм ҙур балдаҡтар менән биҙәлгән «Волга» автомашинаһында баралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, туй бик күңелле үтә, төрлө уйындар, көлкөлө конкурстар ойошторалар.

Йәштәр ике йыл егеттең ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Шунан уларға фатир бирәләр. Икеһе лә эшләй. Балалар тыуғас яңы һәм күңелле мәшәҡәттәр арта. Бөгөн балалары Илсур һәм Лилиәнең үҙ ғаиләләре бар, кесе ҡыҙҙары Камила һигеҙенсе класты тамамлаған. Берҙәм һәм татыу ғаиләлә, наҙ һәм һөйөү татып үҫкән, ата-әсәһенә бер ейән, ике ейәнсәр бүләк иткән балалары улар менән ихлас ғорурлана, һәр йәһәттән үрнәк ала.

2004 йылда Дәүләтшиндар яңы өйҙәренә күсенә, бында хужабикәнең хәстәрлекле ҡулдары менән уңайлылыҡ булдырылған, ә ғаилә башлығы ныҡлы ҡаралты-ҡура төҙөгән.

Улар өсөн ихлас һөйөнөргә генә ҡала. Уларҙың ғаиләһендә тәүге көндән һөйөү, ышаныс һәм бер-береңде хөрмәт итеү хөкөм һөрә. Минең менән әңгәмәләшкәндә уларҙың береһе лә ауырлыҡтарға зарланманы, донъя көткәндә Дәүләтшиндарҙың тормош юлында бындай кәртәләр осрағандыр, моғайын.

- Йәнәшәңдә ышаныслы, һөйгән һәм тоғро кешең булһа, бер ниндәй ауырлыҡ та ҡурҡытмай. Ул бик һәйбәт ғаилә башлығы. Тормош иптәшем һәр ҡайһыбыҙҙың ышаныслы терәк-таянысы, - ти Әлфиә Мостафа ҡыҙы.

- Йәмәғәтем - иң яҡшыһы, һәр йәһәттән оҫта хужабикә, изге күңелле, хәстәрлекле тормош иптәше, әсәй, һәм хәҙер өләсәй ҙә, - ти Инсаф Тимербулат улы.

Байтаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән Дәүләтшиндар бер нимәгә инанған: бер-береңдең ҡәҙерен белеү, һөйөү һәм ихтирам итеү - был ысын бәхет һәм уны хазина йәки алтын кеүек эҙләргә түгел, ә үҙеңә булдырырға, ҡәҙерен белеп, һаҡларға кәрәк.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: