Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2018, 12:09

Бәхетле йәшәү үҙебеҙҙән тора

Алмаз Вәлиәхмәтов (һүрәттә) быйыл Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалын тамамлап, автомеханик белгеслеге алды. Әммә был талантлы үҫмер автомобилдәр менән генә мауыҡмай.

Уның шөғөлдәре бик күп. Матур итеп һүрәт төшөрә, шуға ла колледж менән бер рәттән Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлап, һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнде. Ул шулай уҡ боҙҙан төрлө һындар ҙа яһарға маһир. Уҙған ҡыш, Алмаз һәм уның дуҫтары арҡаһында, колледж Яңы йыл алдынан боҙ һындар конкурсында беренсе урын яуланы. Стена гәзиттәрен сығарғанда ла ул әүҙем ҡатнаша. Шуға ла бөгөн ошо тырыш егеттең бихисап Маҡтау грамоталары булыуына ғәжәпләнергә түгел. Улар араһында иң ҡәҙерлеһе - һуңғыһы. «Росталант!» Халыҡ-ара ижади дистанцион конкурсында, «Ғаилә» номинацияһында беренсе урын өсөн. Уның «Бәхетле ғаилә рецепты» исемле иншаһын жюри ағзалары юғары баһаланы.

Талантлы яҡташыбыҙҙың ижады менән район гәзитен уҡыусылар ҙа танышыуын теләйбеҙ.

«Һаумы, ҡустым! Һин ғаилә бәхете рецептын асыҡларға ҡушыуҙары тураһында яҙып, минән кәңәш һорағайның. Уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға ашығам.

Бәхетле ғаилә рецептын булдырыр алдынан ғаиләнең нимә булыуын аңларға кәрәктер тип уйлайым. Һүҙлектәрҙә һәм төрлө журналдарҙа бихисап аңлатмалар тәҡдим ителә. Шулар араһында миңә «Ғаилә - кеше изгелек ҡылырға өйрәнергә тейешле мөхит ул» тигәне нығыраҡ оҡшаны.

Бөгөн әҙәбиәт дәрестәрендә Л.Н.Тостойҙың ижадын өйрәнәбеҙ. Был яҙыусыны һәр ваҡыт «Ғаилә тураһында уй-фекерҙәр» ҡыҙыҡһындыра. Толстой «Анна Каренина» романын әле барыһына ла яҡшы билдәле «Бөтә бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ» тигән һөйләм менән башлай. Әммә был ниндәйҙер бәхетле ғаилә мөнәсәбәттәре өлгөһө бар тигәнде аңлатмай. Ғаиләләр төрлө була, шуға ла бер үк төрлө рецепт бер юлы бөтә йәки бер нисә ғаиләгә тап килмәй. Барлыҡ бәхетле ғаиләләрҙе нимә берләштерә һуң?

«Был бер-береңде аңлау, ғаилә ағзалары араһында ихтирам һәм ярҙам» - тине минең менән бер партала ултырған күршем. Һин быны ҡайҙан беләһең тигән һорауыма: «Мин шундай ғаиләлә үҫтем һәм башҡа ғаиләләрҙә лә күрҙем» тигән яуап ишеттем. Мин иһә курсташтарымды күҙәтеп, үҙ һығымталарымды яһаным. Уларҙың ғаилә тураһында һөйләшеүҙәрен тыңлап, күпселек кешелек проблемалары үҙ-үҙеңә ышанмауҙан килеп сыға тигән һығымтаға килдем. Ғаиләлә һәр кеше үҙен ышаныслы, тыныс хис итергә, уны аңлауҙарын, хуплауҙарын һәм ярҙам итәсәктәрен белергә тейеш. Бына шул саҡта татыулыҡ буласаҡ та.

Ғаиләлә «пар сығарырға» - хис-тойғоларға бирелеп, ниндәйҙер ваҡиға, һине борсоған проблема тураһында юғары тондарҙа һөйләргә мөмкин. Әммә әгәр һин һәр ваҡыт ҡысҡырһаң, бөтәһенә лә бәйләнһәң, иртәме, һуңмы туғандарҙың түҙемлелеге бөтәсәк. Ғаилә ағзалары менән йыйылышып, проблеманы асыҡлау яҡшыраҡ түгелме? Шул саҡта ул тиҙерәк хәл ителәсәк. Һәм шулай уҡ ғаиләләге проблемаларҙы хәл итер өсөн сит кешеләрҙе йәлеп итергә кәрәкмәй. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып асыҡлау еңелерәк. Ғаиләлә юғары тонда һөйләшеүҙәр аҙыраҡ булған һайын яҡшыраҡ. Юғиһә ваҡыт үтеү менән кешеләр бер-береһен ишетеүҙән туҡтаясаҡ.

Тап үҙ-үҙеңә ышаныу даими контроль, көнләшеү, ҡул күтәреү сәбәбе була. Әгәр һине яраталар икән, тимәк, һайлау яһалған. Ошо мөнәсәбәттәрҙең ҡәҙерен белергә һәм матур итеп йәшәү зарур. Һәр кеше шәхсән ваҡытҡа, шәхсән ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Ғаиләне «алтын ситлек»кә әйләндерергә, ролдәрҙе бүлергә («вазифа бурыстарын») кәрәкмәй. Берҙәм хеҙмәт, бер-береңә ярҙам итеү, шулай уҡ бергә ял итеү ҙә ғаилә ағзаларын берләштерә. Мөнәсәбәттәр асыҡ булырға һәм даими яңыртылып торорға тейеш. Ғаиләлә көн һайын сәскәләргә лә, йылмайыуҙарға ла, рәхмәт һәм мөхәббәт һүҙҙәренә лә урын бар. Ҡайһы саҡ беҙ сит кешеләргә бәләкәй генә хеҙмәт өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ, ә ғаиләлә барыһын да тейешле кеүек ҡабул итәбеҙ һәм рәхмәт әйтергә ашыҡмайбыҙ.

Ғаилә тормошонда һәр ваҡыт яңылыҡтар булырға тейеш. Ғаилә ағзалары шаярып-көлә, проблемаларға юмор менән ҡарай белергә тейеш. Шул саҡта бала тыуыу ҙа, ауырыуҙар ҙа, ҡартлыҡ та ғаиләнең тарҡалыуына түгел, ә киреһенсә, уның берҙәм һәм ныҡ булыуына булышлыҡ итәсәк. Һәр ғаилә ағзаһына үҙҙәрен ҡорбан итеүҙе түгел, ә үҙ-үҙен үҫтереүҙе, камиллашыуҙы талап итергә кәрәктер тип уйлайым. Бына шул саҡта ғаилә ағзалары шатлыҡ-ҡыуаныстар кисерәсәк, тимәк, ул бәхетле буласаҡ.

Минең уй-фекерҙәрем һиңә кәрәк булыр тип ышанам. Киләһе осрашҡанға тиклем!»

Хөрмәт менән ағайың

Алмаз ВӘЛИӘХМӘТОВ.

Стәрлебаш ауылы.
Читайте нас: